БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.38K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда Дүртөйлө-Әшит юлы төҙөлөшө дауам итә

Ул М-12 федераль трассаһының бер өлөшө була. Уның аша Санкт-Петербургтан Владивостокка тиҙ йөрөшлө маршрут һуҙыла. Башҡортостан билмәһендә 56 күпер һәм юл айырсаһы төҙөлә. Әле 49 объектта эш бара, тип хәбәр итәләр Федераль юл агентлығынан. Магистралдең 140 километры Дүртөйлө, Борай, Тәтешле райондары аша үтә. Был - төҙөлөштөң беренсе этабы. Артабан, эштәр Пермь крайында һәм Свердловск өлкәһендә дауам итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар конвой оҙатылды

Төҙөлөш ҡоралдары, квадрокоптерҙар һәм дронға ҡаршы хәрби брипастар. Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар конвой оҙатылды. Ярҙам «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәренә тәғәйенләнгән. Составтағы 10 машинаға мейестәр, газ баллондары, тәгәрмәстәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тупланған. Бынан тыш, республика меценаттары Башҡортостан яугирҙарына мунса, утын, еңел машина һәм броня менән ҡапланған техника ла ебәргән. Водителдәр белдереүенсә, яугирҙар төбәк етәкселегенә һәм халыҡҡа рәхмәт еткерә.
👎1
Башҡортостан Башлығы республикала Йәшмә бүлмәһе булдырылыуы хаҡында белдерҙе

Ул был турала “ГеоҺынау” халыҡ-ара чемпионаты барышында һөйләне. “Башҡортостанға килгән туристар ҡыҙыҡлы геология объекттары менән дә танышырға теләй. Беҙ йәшмә бүлмәһе тигән проект башланыҡ. Республика йәшмә ятҡылыҡтарына бай, был таштан әйберҙәр яһала. Гәрәбә бүлмәһе бөтә донъяға танылған. Беҙ ҙә уға оҡшатырға теләйбеҙ. Проектты киләһе йылда башлайбыҙ. Бүләмәләге мозаика картиналары йәшмәнән була. Евразия күсмә цивилизациялар музейында ла йәшмә күргәҙмәһе ойоштороу ниәте бар”, тине Радий Хәбиров.
👍1
Өфөлә Черниковка биҫтәһендә машиналар йөрөшө сикләнә

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был "1 мең велосипедсы төнө" акцияһын менән бәйле. Бөгөн киске 9-ҙан бер тәүлеккә Машина төҙөүселәр майҙаны ябыла. Шулай уҡ иртәгә кисен велосипедсылар маршрутында хәрәкәт сикләнә. Машина төҙөүселәр, Ҡулса, Ульянов һәм Беренсе май урамдарының айырым өлөштәренән автомобилдә үтеп булмай. Шулай уҡ велосипедсылар акцияһы ваҡытында 4-се, 9-сы, 10-сы һәм 15-се трамвайҙар йөрөмәй.
Өфөлә юл йөрөү ҡиммәтерәккә төшә

18 октябрҙән ҡайһы бер маршруттарҙа хаҡ күтәрелә. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 218-се һәм 257-се К автобустарында 40 һум түләргә кәрәк була. Был маршруттар хужаһы билет ҡиммәтләнеүен, яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡ артыуы менән аңлата. Шулай уҡ тиҙҙән 207-се автобустарҙа юл өсөн түләүҙең 40 һумға тиклем күтәрелеүе тураһында хәбәр ителде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанға Төркиәнең Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Мехмет Самсар килде

Эш сәфәре сиктәрендә ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты.
Был Мехмет Сансарҙың һуңғы эш сәфәре, ул Рәсәйҙәге 5 йыллыҡ дипломатик миссияһын тамамлай. Илсе даими ярҙамы өсөн Республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. Минең тәүге командировкам да тап Өфөгә булғайны, һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек иттек. Радий Хәбировтың башланғысы менән Истамбулда Башҡортостан вәкиллеге асылды. Ә Өфөлә Төркиәнең Почетлы консулы эш башланы, тине Мехмет Сансар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районында йәшәүсе ғаилә бер йыл эсендә хәрбиҙәргә меңдән ашыу әйбер теккән

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙы хәстәрләп. Стәрлетамаҡ районы Загородный ҡасабаһынан Гөлнур менән Радик Мөстәҡимовтар бер йыл эсендә хәрбиҙәргә меңдән ашыу әйбер - маскировка халаттары, баш һәм өҫ кейемдәре, плащ-палаткалар теккән. Был эшкә ғаилә «Үҙебеҙҙекеләргә тегәбеҙ» ирекмән төркөмө эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң ҡушылған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан табиптары алғы һыҙыҡта яралы һалдаттарға махсус медицина ярҙамы күрһәтә

Башҡортостан медицина университеты кафедралары табиптары Пирогов исемендәге «Һәләкәт медицинаһы үҙәге» федераль бригадаһы составында һөнәри бурысын үтәй. Гиппократ антына тоғро һөнәр эйәләре Луганск халыҡ республикаһында алғы һыҙыҡта яралы һалдаттарға махсус медицина ярҙамы күрһәтә. Яҡташтарҙың яуаплы әмәлиәт барышында берҙәмлек һәм рух көсө хаҡында киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан тиҫтәләп белгес тактик уҡыуҙарҙа ҡатнашты

Бәхетһеҙ осраҡ сәбәптәрен асыҡлау өсөн Өфөлә фатир яндырылды. Республика район-ҡалаларынан Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан тиҫтәләп белгес тактик уҡыуҙарҙа ҡатнашты. Бөгөн улар күп ҡатлы йорттағы янғын сәбәптәрен асыҡлап, утты һүндерҙе.
👎1
Бөгөн Балаҡай районы үҙәгендә заманса китапхана асыла

Модель китапхана юғары тиҙлекле интернет, “Милли электрон китапхана”ға тоташыу нөктәһе менән йыһазландырыла, фәнни һәм художестволы йөкмәткеле заманса мәғлүмәт ресурстарынан файҙаланыу, һанлаштырылған ваҡытлы матбуғат менән танышыу мөмкинлеге була. Башҡортостанда “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, 15 яңы быуын китапханаһы эшләй.
Республикала ураҡ аҙағына яҡынлаша

Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, әле дөйөм майҙандарҙың 87 процентында эштәр теүәлләнгән, элеваторҙарға 2 миллион 800 мең тонна ашлыҡ оҙатылған. Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Дәүләкән һәм Мәләүез райондары 100 мең тоннанан ашыу уңыш йыйып алған.
Бөгөн Өфөлә “1000 велосипедсы төнө” уҙғарыла

Сараны үткәреүгә бәйле, Черниковка биҫтәһендә ҡайһы бер урамдарҙа хәрәкәт сикләнә, йәмәғәт транспорты маршруттарының схемаһы үҙгәрә. Киске сәғәт 8-ҙән унға тиклем Машина эшләүселәр, Ҡулса, Беренсе май урамдары өлөшләтә ябыла. Водителдәргә маршруттарын алдан билдәләргә кәңәш ителә, тип белдерәләр ҡала хакимиәтенән.
Өфө Бөтә Рәсәй энергетика форумын ҡабул итергә әҙерләнә

Быйыл сарала илдең 20 төбәгенән, Әрмәнстан, Беларусь, Ҡытай һәм Ҡырғыҙстандан йөҙҙән ашыу компания ҡатнашырға теләк белдергән. Пленар ултырыш “Рәсәйҙә энергетика тармағын үҫтереү” тигән исем аҫтында уҙа. Форум барышында “Урал энергетикаһы” исемле күргәҙмә ойошторола. Бөтә Рәсәй энергетика форумы Өфөнөң ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр залында 27 -29 сентябрҙә уҙа.
Башҡортостанда бензин тағы ҡиммәтләнде

Бөгөн "Башнефть" станцияларында хаҡ күтәрелгән. Дизель яғыулығының литры 60 тингә ҡиммәткә һатыла. 92-се маркалы бензинға хаҡ 30 тингә артҡан. Рәсәй хөкүмәте баҙарҙа хаҡты көйләү өсөн сит илдәргә яғыулыҡ һатыуҙы сикләне.
Башҡортостанда 10 мең ярым гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған

Майҙандарҙың биштән бер өлөшөндә эш теүәлләнгән, тип хәбәр итәләр Республика ауыл хужалығы министрлығынан. Һәр гектар 300 центнер уңыш бирә.Иң яҡшы күрһәткестәр Благовар хужалыҡтарында, бында план 40 процентҡа үтәлгән.
Башҡортостанда 17 меңдән ашыу пенсионер туристик программала ҡатнашҡан

“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан белдереүҙәренсә, быйылғы план 84 процентҡа үтәлгән. Программа дауам итә. Хаҡлы ялдағылар республика буйлап бушлай сәйәхәт итә ала. Бының өсөн район йәки ҡала хакимиәттәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Башҡортостан табиптары яҡташ яугирҙәр сәләмәтлеге һағында

Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә яҙыуынса, медицина белгестәренең Луганскиҙа командировкаһы дауам итә. Уҙған айҙа табиптар 3 мең 400 кешене ҡабул иткән. Ошо көндәрҙә махсус бригада башҡорт батальондарының береһенә барған. Яугирҙәргә Красный Луч ҡалаһында тулы медицина тикшеренеүе ойошторорға ҡарар ителгән. “Табиптар анализдар алған һәм дауалау курсы үткәргән”, - тип яҙа Максим Забелин.
Бөгөн көйөргәҙеләр ағас ултыртты

Көйөргәҙе йәшелләнә. Бөгөн районда ағас ултыртыу буйынса өмә үтте. Иртәгә республикала ағас ултыртыу буйынса берҙәм өмә ойошторола. 7 мең төп эре ағас һәм 47 мең үҫенте ултыртыу ҡарала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Республика көнөнә әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте

Республика көнөндә Өфөлә иген эшкәртеү машиналары һәм ҡорамалдары етештереү буйынса завод файҙаланыуға тапшырыла. Яңы производство - «Амкодор» холдингының инвестиция проекты. Предприятияны асыу тантанаһына Белоруссия Премьер-министры етәкселегендә сил ил делегацияһы килеүе көтөлә. 11 октябрҙә үтәсәк байрам сараларына шулай уҡ Абхазия президенты ла саҡырылған. Республика көнөнә әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу мәсьәләләре бөгөн ойоштороу комитеты ултырышында тикшерелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә республика округы буйынса һайланған депутаттарға таныҡлыҡ тапшырылды

Бөгөн Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһының сираттағы 51-се ултырышы үтте. Колонна залында үткән сарала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға республика исемлеге буйынса һайланған депутаттарға таныҡлыҡ тапшырылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында тағы ла бер «Үҫеш нөктәһе» асылды

«Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» төбәк проекты сиктәрендә Таулыҡай мәктәбендә мәғариф үҙәге ойошторолдо. Уҡыусылар өсөн яңы мөмкинлектәр асҡан тантананан репортаж.