Коронавирус менән ауырыусылар арта
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бер тәүлектә 79 кешелә “ковид-19” вирусы асыҡланған. Кисә 75 кешелә инфекция раҫланған. Әле дауаханала 100-ҙән ашыу пациент, өй шарттарында 850-нән ашыу кеше дауалана. Табиптар әйтеүенсә, уларҙың өстән бер өлөшө өлкән йәштәгеләр. Үткән тәүлектә 136 кеше һауыҡҡан. Республикала халыҡты грипп һәм коронавирустан вакциналау дауам итә.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе ҡатынға смас-лифтинг процедураһы ҡот осҡос эҙемтәләргә килтергән
Йәшәреү урынына, йәрәхәт. Өфөлә йәшәүсе ҡатынға смас-лифтинг процедураһы ҡот осҡос эҙемтәләргә килтергән. Ҡиммәтле хеҙмәтте ул баш ҡала клиникаларының береһендә алған. Осраҡ буйынса республиканың тәфтиш комитеты тикшереү башлаған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә полковник, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Иршат Фәхретдиновҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды
“Иршат Фәхретдинов яугир иптәштәренә һәр ваҡыт ярҙам итте. Ғәҙел һәм намыҫлы кеше булараҡ хәтәрҙе ҡалды”, - ти Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов. Иршат Фәхретдинов ике йыл элек 56 йәшендә коронавирустан вафат булды.

❤1
Башҡортостан башлығы яугирҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы Өфөлә үтте. “Республика көнө алдынан яҡташтарыбыҙ исеменән дәүер геройҙарына рәхмәт белдерәм. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә һәр саҡ терәк буласаҡбыҙ”, - тине сығышында Радий Хәбиров. Республика Башлығы Башҡортостан яугирҙәренә Генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы.

Бөгөн "Башавтотранс" предприятиеһына 50 яңы автобус тапшырылды
Сарала Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. "НефАЗ" машиналары 226-сы маршрутҡа сыға, үҙәк урамдарҙан Инорс биҫтәһенә тиклем йөрөй. Көн һайын был маршрут менән 26 мең пассажир файҙалана. - Тиҙҙән тағы 250 автобус килергә тейеш. "Башавтотранс" ышаныслы партнер, - тине Радий Хәбиров.

Өфөлә Бөтә Рәсәй Олимпия советтары форумы башланды
Унда 70-тән ашыу төбәктән вәкилдәр ҡатнаша. Йыйында Олимпия хәрәкәтен үҫтереү стратегияһы ҡарала. Документ 2028 йылға тиклем иҫәпләнгән. Форумда спортсыларҙың халыҡ-ара турнирҙа ҡатнашыуына бәйле мәсьәлә лә ҡарала. Рәсәй Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков әйтеүенсә, сәйәси сәбәптәр арҡаһында Олимпия уйындарында сығыш яһай алмаған атлеттарға компенсация түләнә.

Башҡортостан парламенты хәмер менән интернет аша сауҙа итеү башланғысын кире ҡаҡты
Федераль кимәлдә онлайн алкоголь һатыу тәҡдиме өйрәнелә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың профилле комитет рәйесе, “Айыҡ Башҡортостан” хәрәкәте координаторы Рөстәм Ишмөхәмәтов әйтеүенсә, республика парламенты спиртлы эсемлектәр менән интернет аша сауҙа итеүгә ҡаршы. “Бындай проекттарҙы ҡарағанда, төбәктәр фекере лә иҫәпкә алынырға тейеш”, ти депутат.

👍1
Көйөргәҙеләр сәләмәт тормош яҡлы
Бөгөн район үҙәге – Ермолаев ауылында Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө уңайынан саралар ойошторолдо. Халыҡ паркка йыйылып спорт байрамында ҡатнашты. Иртәгә Өфөлә “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркында Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө уңайынан ҙур спорт байрамы ойошторола. Унда 2 мең 23 метр араны атлап үтәләр. Акцияла Рәсәй Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков, танылған Олимпия уйындары чемпиондары, ил төбәктәренән ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы көтөлә.

Быйыл Башҡортостанда 3 мең 700 социаль контракт төҙөлгән
Улар буйынса 538 миллион һум түләнгән. Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итәләр. Башҡортостанда аҙ килемле ғаиләләр, яңғыҙ йәшәүселәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарына социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам күрһәтелә. Аҡсаны тәғәйен маҡсатта ғына тотонорға мөмкин. Эшҡыуарҙар өсөн иң күбе 350 мең һум бирелә, шәхси хужалығы булған граждандарға ярҙам 200 мең һум менән сикләнә.

Махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряд ойошторолоуға - 35 йыл
Рәсәй гвардияһының ОМОН хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряд йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡлау, террорға һәм экстримизмға ҡаршы күп яҡлы эш алып барыусы подразделение. Байрам уңайынан хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары һәм почет грамоталары тапшырылды.

Радий Хәбиров «Башавтотранс» предприятиеһына 50 яңы автобус тапшырыу тантанаһында ҡатнашты
Республика көнө алдынан баш ҡала халҡына бүләк. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Башавтотранс» предприятиеһына «НефАЗ» маркалы 50 яңы автобус тапшырыу тантанаһында ҡатнашты.
Ҙур класлы транспорт саралары Инорс биҫтәһен баш ҡаланың үҙәк урамдары менән тоташтырыусы 226-сы маршрутҡа сығасаҡ. Көн һайын был маршрут менән 24 мең самаһы пассажир файҙалана.

Капиталь ремонттан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 30-сы мәктәп асылды
Бинаны ремонтлауға федераль һәм төбәк бюджеттарынан 117 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Мәктәптә ремонт эштәре быйыл мартта башланған. Ярты йыл эсендә электр үткәргестәр, вентиляция тулыһынса алмаштырылған, кластар яңыртылған, тамаша һәм спорт залы ремонтланған, яңы тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйылған. Компьютерҙар, ноутбуктар, интерактив панелдәр һәм таҡталар, һанлы пианино, спорт ҡорамалдары һатып алынған.

Башҡортостан бөгөн донъя кимәлендә данлыҡлы спортсыларҙы ҡабул итте
Өфөлә Башҡортостан Спорт министрлығының 100 йыллығына арналған тантаналы ултырыш үтә һәм Олимпия Советтарының Бөтә Рәсәй форумы старт алды. Тарихи сарала Республика башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков, Рәсәй спорт министрлығының физик культура һәм күләмле спорт департаменты директоры Максим Уразов, илдең төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән Донецк, Луганск республикаларынан, Запорожьье, Херсон өлкәләренән делегациялар ҡатнаша.

Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә «Алтын көҙ - 2023» агросәнәғәт күргәҙмәһендә эш башланы
Башҡортостан делегацияһы илдең баш ҡалаһында үткән «Алтын көҙ - 2023» агросәнәғәт күргәҙмәһендә эш башланы. Төбәктең ауыл хужалығы министрлығы, предприятиелар, кооперативтар һәм фермер хужалыҡтары вәкилдәре, муниципалитет башлыҡтарынан торған команданы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхманов етәкләй.

Ниязбай Сәлимов 65 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршыланы
Йәмәғәт эшмәкәре, Ғафури районының Почетлы гражданины, Республика милли архивы директоры урынбаҫары Ниязбай Булатбай улы Сәлимов 65 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршыланы. Мәжит Ғафуриҙың мемориаль -йорт музейында ойошторолған ижад кисәһе хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфө Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөнә ҡушылды
Спорт байрамы бөгөн "Ҡашҡаҙан" паркында ойошторола. Унда ҡатнашыусылар 2 мең 23 метрҙы атлап үтә. Шулай уҡ чемпиондар менән фитнес күнекмә була. Почетлы ҡунаҡ итеп 4 тапҡыр Олимпия чемпионы , Рәсәй олимпия комитеты әйесе Станислав Поздняков саҡырылған, тип хәбәр итәләр Республика спорт министрлығынан.

Башҡортостан фермерҙары был аҙнала ла йәрминкәгә сыға
Бөгөн һәм иртәгә ҡала һәм райондарҙа сауҙа рәттәре асыла. Халыҡҡа йәшелсә-емеш, бал һәм ит тәҡдим ителә. Баш ҡалала сауҙа Хәҡиҡәт һәм Эшсе хәбәрселәр урамында, “Тулҡын” паркында һәм Спорт һарайы алдындағы майҙанда үтә. Һатыусылар халыҡты иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем көтә. Йәрминкә Республика көнөндә лә ойошторола.

Беларусь республикаһында Башҡортостан әҙәбиәте көндәре үтә
Ул 10-12 октябргә тәғәйенләнгән. Минск ҡалаһында ойошторолған сараларҙа республикабыҙҙан ундан ашыу әҙип ҡатнаша. Яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов белдереүенсә, беларусь баҫмаларында Башҡортостан әҙиптәренең әҫәрҙәре донъя күрә. Беҙҙең республика журналдары белорус яҙыусыларының ижад өлгөләрен башҡорт һәм рус телдәрендә сығара. 11 октябрҙә Минск ҡалаһында Башҡортостан – Беларусь дуҫлығына бағышланған әҙәби-музыкаль кисә була.

Башҡортостан халҡын "БумБатл"ға саҡыралар
10 октябрҙән 15-енә тиклем макулатура йыйыу буйынса акция ойошторола. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сара халыҡ иғтибарын экология проблемаларына йүнәлтеү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында уҙғарыла. Уҙған йылда был акция барышында Башҡортостан халҡы 17 тоннаға яҡын макулатура йыйған.