Башҡортостанға “Ватандаштар” программаһы буйынса 800 кеше күсенгән
Сит илдә йәшәгән Рәсәй кешеләренә ҡайтырға ярҙам итәләр. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, программала башлыса йәштәр ҡатнаша. Егеттәр һәм ҡыҙҙар республикала белем ала һәм эшкә ҡала. Бындай алым хеҙмәт баҙарында кадрҙар ҡытлығы мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек бирә, ти белгестәр.

👍1
Башҡортостан предприятиелары Төркиәгә спорт кейеме һата ала
Был турала Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итәләр. Өфөлә төрөк делегацияһы менән осрашыу булды. Улар тау саңғыһы курорттары өсөн кейем һәм ҡорамалдар менән ҡыҙыҡһына. Башҡортостан менән Төркиә араһында сауҙа үҫә бара.

Башҡортостан ауыл хужалыҡтары үҙебеҙҙә етештерелгән техниканы ала
Быйыл техника яңыртыуға 9 миллиард 600 миллион һум тотонолған. Был уҙған йылдың ошо осоронан 37 процентҡа ҙур һан. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, 391 трактор, 200-гә яҡын комбайн, 400-ҙән ашыу ер эшкәртеү машинаһы һәм башҡа төр техника алынған.

Өфөлә элекке "Победа" кинотеатры бинаһы төҙөкләндерелә
Капиталь ремонт буйынса документтар хупланды. Мәҙәни мираҫ объекты тип танылған кинотеатр Беренсе май урамында 1949 йылда төҙөлә. Ул 630 тамашасыға иҫәпләнә. 2017 йылда бина ябыла. Киләсәктә кинотеатрҙы йәш тамашасылар өсөн театр итеп үҙгәртеү планлаштырыла.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районы Ерек ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны 95 йәшлек юбилейын билдәләй
Башҡортостандың географик үҙәге - Ғафури районы Ерек ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, «Почет Билдәһе» ордены кавалеры Зөлғәнифә Әсфәндиәрова күркәм ғүмер барамын - 95 йәшлек юбилейын билдәләй. Биш бала тәрбиәләп үҫтергән алдынғы сөгөлдөрсөнөң тормош юлы хаҡында тулыраҡ видеояҙмала.

❤7🥰1
Стәрлетамаҡ районы Васильевка ауылы янында машиналар йөрөшөндә тотҡарлыҡ бар
Стәрлетамаҡ-Салауат трассаһының тимер юл менән киҫешкән урынында ремонт бара. Эштәр бөгөн һәм иртәгә иртәнге 9-ҙан киске 9-ға тиклем була. Ошоға бәйле машиналар юлдың бер генә һыҙатынан йөрөй, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Күгәрсен районы Бикбулат ауылында спорт майҙансығы асылды
Төбәк "Айыҡ ауыл" республика конкурсында “Ҙур ауылдар” номинацияһында 1-се урын яуланы һәм 5 миллион һумлыҡ сертификат тапшырылды. “Яңы объект әүҙем тормош алып барған ауылдаштарыма ҙур бүләк булды”, ти ауылда йәшәүсе Гөлсәсәк Солтанморатова.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдинды тыуған көнөн билдәләй
Гәүһәр юбилей. Башҡортостан БашлығыРадий Хәбиров Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдинды тыуған көнө менән ҡотланы. Баш мөфтөйгә бөгөн 75 йәш. Тәлғәт Тажетдин үҙенең бар ғүмерен исламға хеҙмәт итеүгә бағышланған олуғ һәм абруйлы шәхес, ул бөгөн дә тотош илдә милләт-ара татыулыҡты, берҙәмлекте нығытыуға, йәш быуынды дингә өйрәтеүгә тос өлөш индерә.

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары ҡышҡы осорға әҙерлек һыҙығында
Өфөнөң Орджоникидзе районындағы учреждениела әҙерлек эштәре 95 процентҡа теүәлләгән. Күптән түгел республика башлығы тапшырған өс берәмек техникала ҡышҡа әҙер.
Өфөнөң Орджоникидзе районындағы учреждениела әҙерлек эштәре 95 процентҡа теүәлләгән. Күптән түгел республика башлығы тапшырған өс берәмек техникала ҡышҡа әҙер.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан контракт төҙөгән Үҙәк хәрби округ яугирҙары тыл райондарында танктарҙа әҙерлек үтә
Башҡортостандан тәүгә контракт төҙөгән Үҙәк хәрби округ яугирҙары тыл райондарында Т-90М танктарында әҙерлек үтә. Күнекмәләр махсус хәрби операция зонаһы полигондарының береһендә ойошторолған. Махсус хәрби операция биләмәһендә тәжрибә туплаған инструкторҙар етәкселегендә хәрбиҙәр танктың төп нөктәләре һәм агрегаттары, ҡорал кәрәк-ярағы һәм япма ҡорамалдары тураһында мәғлүмәт ала.

Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы тотош фронтта иң яҡшы йыһазландырылған хәрби подразделение
Башҡортостан полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы тотош фронтта иң яҡшы йыһазландырылған, барлыҡ табиптары булған хәрби подразделение. Әле яҡташтарыбыҙ Луганск халыҡ республикаһының Рубежное ҡалаһында тора. Табиптар үҙҙәре лә ут аҫтына инеп яралыларҙы ҡотҡарыу осраҡтары ла бар.

Өфөлә йәшәүсе ханым махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бейәләйҙәр һәм йөн ойоҡбаштар бәйләй
Яугирҙарға күңел йылыһы. Өфөлә йәшәүсе Дания Гәрәйшина махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә бейәләйҙәр һәм йөн ойоҡбаштар бәйләй. Күҙ нурҙарын түгеп әҙерләгән ярҙамды ул алғы һыҙыҡҡа ла оҙатҡан. 9-сы тиҫтәһен ваҡлауға ҡарамаҫтан, оло йәштәге ханым изге эшен дауам итә. Әле Башҡортостанда яугирҙар өсөн йөҙөнсө гуманитар ылау туплана, хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн йылы әйберҙәр, йоҡо тоҡтары, тимер мейестәр йыйыла. Күңел йылыһы менән бәйләгән әйберҙәр яугирҙәр өсөн үтә лә кәрәкле.

🤔1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һирәк осраған дарыу үләндәре производство шарттарында үҫтерелеүе ихтимал
Әле белгестәр ҡиммәтле биологик актив матдәләр етештереүсе үҫемлектәрҙең төклө тамырҙарын үҫтереү менән шөғөлләнә. Өфө фән һәм технологиялар университеты лабораторияһында ҡулланылған биотехнологик ысул хаҡында репортаж.

Башҡортостанда хәрби хәрәкәттәр инвалидтары өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр алыу хоҡуғына эйә
Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаттары “Граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү тураһында” законға үҙгәрештәр әҙерләй. Ҡанун проектында өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр алыусылар категорияһына хәрби хәрәкәттәр инвалидтарын индерергә тәҡдим ителә.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Нурия Ирсаеваның тыуған көнө
Билдәле сәхнә йондоҙона бөгөн 81 йәш тула. Нурия Ирсаева театр һөйөүселәренә төрлө образдарҙы уңышлы һынландырыусы актриса булараҡ таныш. Улар араһында "Тапшырылмаған хаттар" спектаклендә - Ғәлиә роле, "Мөхәббәт ҡарағы"нда Фаягөл, "Бәхет хаҡы”нда Әминә. Һәр нәмәлә уңыш сере мөхәббәттән килә, ти Нурия Ирсаева.

🥰1
Өфө районында милли проект буйынса 15 миллион һумға мөһим юл ремонтланды
Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Дим – Затон трассаһы тәртипкә килтерелде. Ветошников ауылы янында 1,3 километрлыҡ арауыҡта яңы асфальт түшәлде. Быйыл “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары янында 37 километр оҙонлоҡта юлдар ремонтлана.

Башҡортостан халҡы коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен смартфон аша хәл итә ала
Республика Хөкүмәтендә “Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт” тигән мобиль ҡушымтаны ҡулланыу мәсьәләләре ҡаралды. Уның ярҙамында иҫәпләгес күрһәткестәрен тапшырырға, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләргә, капиталь ремонт барышын күҙәтергә, дөйөм йорт йыйылыштарында ҡатнашырға, идарасы компаниялар күрһәткән хеҙмәттәрҙе баһаларға, планлы төҙөкләндереү эштәре теҙмәһе менән танышырға була. Йыл аҙағынаса яңы мобиль сервисҡа 96 меңдән ашыу кеше ҡушылыуы көтөлә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, ҡала һәм район етәкселегенә электрон системаға күп фатирлы йорттарҙы теркәү бурысы ҡуйыла.