Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.81K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🌏🛡
Мин кешене һөйҙөм кескәй саҡтан,
Мин кешегә сикһеҙ ышандым.
Шуға ла мин йәнем-тәнем менән
Күрә алмайым төрлө мещанды.

Ул ағыулай һулар һауамды ла,
Ул йәберләй минең телемде,
Ул хәшәрәт бысраҡ ҡулы менән
Сәскәләрен өҙә илемдең.

Ҡулдарымдан килһә, мин уларҙы
Аҫып ҡуйыр инем сәсенән.
Тик ҡулымдан килмәй!
Улар күптәр, -
Шуға әрнеп, шуға әсенәм...

Шуға ла мин васыят итеп әйтәм
Кешеләргә, эшсән халҡыма:
Таҙартһындар ерҙе шул дошмандан
Матурлыҡ һәм хаҡлыҡ хаҡына.

#РамиҒарипов

Алина Ғәлиева уҡый

https://news.1rj.ru/str/shigridonja
Башҡорт донъяһының матурлығын күрһәткән фотопроект авторы Гөлназ Ғәлимуллина-Макиева үҙенең эштәрендә милләтебеҙҙең ҡото булған замандаштарыбыҙҙы, милли кейемдәребеҙҙе һәм уларҙы тергеҙеүсе оҫталарҙы сағылдыра. “Мәҡәлдәр календары” фотопроекттың яңы серияһына биҙәүестәр эшләүсе оҫта егет Иҙел Хәкимов һәм бейеүсе Таңсулпан Сәғитованы йәлеп иткән. “Йәшлек ике килмәй” тип атала ул.

Образдың авторы Иҙел Хәкимов көнбайыш башҡорттарының милли кейемен һайлаған. “Образ һайлағанда тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы, традицион башҡорт кейеме буйынса эксперт (Пермь крайы) Альберт Махмудов менән кәңәшләшеп эшләнек. Минең маҡсатым - башҡорт милли кейеме буйынса стереотиптарҙы боҙоу. Сөнки милли кейемдәребеҙ шул тиклем бай. Уларҙың төрлөлөгөн халҡыбыҙ аңлаһа ине. Беҙҙә ҡашмау менән селтәр генә кеймәгәндәр, хәситә, ҡалпаҡ та кейгәндәр. Тарихты белмәгәнлектән милли кейемдәрҙе бутауҙар күренә”, – ти Иҙел.
4