Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
290 links
Download Telegram
💚Яҙ етте, гүзәл Башҡортостаныбыҙ буйлап тәбиғәттә ял итергә сығыр осорға ла күп ҡалманы.
Быйыл һеҙгә республикабыҙҙағы иң матур шарлауыҡтар буйлап сәйәхәт ҡылырға кәңәш итәбеҙ.
7🔥5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Атай ярата толпа, әсәй яратмай толпа"


Ә һеҙҙә кем нимә ярата? 🤭

Видео: Башфонд.
💘7😁4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Милли кейемебеҙҙе модаға индерергә кәрәк",

- ти Альбина Исхаҡова.

Видео: "Этника" төркөмө. Гөлнара Муллаҡаева.
4🔥3💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Эх, әгәр булһам мин солтан!


Үҙебеҙҙең башҡорт һылыуҙары ҡурсаҡ шикелле инде, күҙ теймәһен! 🥰

Видео: Гөлназ Ҡурамшина.
👍81💘1
ХӘЙЕРЛЕ КӨН ҺЕҘГӘ!

Хәйерле көн һеҙгә, хәйерле көн.
Хәйерле көн, дуҫтар, туғандар,
Хәйерле көн һеҙгә, донъя йөгөн
Йөкләп барған ирҙәр, уландар!

Хәйерле көн һеҙгә, сос ҡатындар,
Донъя күрке – изге әсәләр!
Хәйерле көн һеҙгә, эшсән ҡыҙҙар,
Ер биҙәге – яҙғы сәскәләр.

Хәйерле көн, имен-аманлыҡта
Гөрләп үтһен хеҙмәт йылығыҙ
Һеҙҙең тырышлыҡтан ҡеүәт алып,
Балҡып торһон тыуған илебеҙ.

Зәйнәб БИИШЕВА.
👍72
🌏БӨГӨН БӨТӘ ДОНЪЯ ЕР КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ

🌎Планетабыҙ тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт:

🔴Ер Ҡояш тирәләй 365 көн 6 сәғәт 9 минут һәм 10 секунд эсендә урап сыға.

🔴Ҡояш Системаһында Ер иң тығыҙ планета.

🔴Геологик тикшеренеүҙәргә ярашлы, Ерҙә тормош 3,5 миллиард йыл элек барлыҡҡа килгән, ә ул саҡта йәшәгән организмдарҙың 99 проценты юҡҡа сыҡҡан.

🔴Кешеләр 2000 йылдан ашыу Ер донъяның үҙәге булыуына инанған, әммә 1543 йылда Николай Коперник үҙәктә Ҡояш тороуын белдерә.

🔴Ҡояш Системаһында Ер мифик аллалар хөрмәтенә аталмаған берҙән-бер планета.

🔴Ерҙең эске үҙәге ҡаты һәм ҡайнар тимер менән никелдән тора. Үҙәктең диаметры 2,440 километр – был Австралияға тиң ,уның киңлеге 2,500 км.

🔴Ерҙең иң бейек нөктәһе – Эверест тауы, ул диңгеҙ кимәленән 8,8 км өҫтә. Ә иң түбән нөктәһе – Челленджер упҡыны, уның тәрәнлеге 11,022 метр.

🔴Ерҙәге вулкандарҙың 97 проценты океандарҙа урынлашҡан.

🔴Ер –Ҡояш Системаһында тектоник плиталары булған берҙән-бер планета.

🔴Ерҙең бер генә юлдашы бар – Ай.

🔴Бөтә Ҡояш Системаһында тик Ерҙә генә һыу өс төрлө агрегат хәлендә бар – ҡаты, шыйыҡ, газ кеүек.

🔴Ҡояш яҡтылығы Ергә 8 минут та 20 секунд эсендә килеп етә, шуға беҙ Ҡояштың 8.3 минут элек ниндәй булғанын ғына күрә алабыҙ.

🔴Махсус ҡорамалдарһыҙ Ерҙән 9 меңдән ашыу йондоҙҙо күреп була.

🔴Ерҙә 3 триллион ағас бар, һәр кешегә яҡынса 425 ағас тура килә.

🔴Океан һаман да тикшерелеп бөтмәгән, ғалимдар уның 5 процент тирәһен генә өйрәнгән.

🔴Ай Ҡояштан 400 тапҡырға бәләкәй, әммә 400 тапҡырға ергә яҡыныраҡ урынлашҡан. Шуға беҙгә Ҡояш та, Ай ҙа бер тигеҙ булып күренә.

🔴Ҡош юлы галактикаһы үҙәгенән Ер 28 мең яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан.

🔴Ер төркөмөнә ҡараған планеталар араһында Еребеҙ иң ҙуры, тағы был исемлеккә Меркурий, Венера һәм Марс ингән.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍32
"Еребеҙҙең яуаплы хужаһы булыр өсөн уңыш ҡаҙанырға тейешбеҙ. Балаларыбыҙ, киләһе быуындар өсөн Башҡортостанды һаҡларға һәм нығытырға. Ата-бабаларыбыҙ беҙгә тапшырып ҡалдырған нәмәләргә ҡарата уларҙа һаҡлы ҡараш тәрбиәләргә",

- тигәйне 2019 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезында сығыш яһап, Радий Фәрит улы Хәбиров.

💯Бөгөн Башҡортостаныбыҙ нәҡ ошо юҫыҡта бара: донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге, "Шүлгәнташ" музей-ҡурсаулығы, "Турахан" Күсмә цивилизациялар музейы, М. Серафимов исемендәге "Патриот" паркы, "Алға" иҡтисади зонаһы, Рәсәй Геройы М.М. Шайморатовҡа һәйкәл төҙөлдө, "Әр-Рахим" мәсетендәге төҙөлөш юғары темптар менән бара, "Атайсал" проекты һәм йәмғиәтебеҙ өсөн файҙалы башҡа бик күп эштәр бойомға ашырыла.

Бөгөн күркәм ғүмер байрамын билдәләүсе Радий Фәрит улына ныҡлы һаулыҡ, республикабыҙ мәнфәғәтендәге эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
👍5❤‍🔥2💯2👎1🤡1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Төшкө сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! 🥰

Видео: Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле.
7❤‍🔥2💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❤️2022 йылда Салауат районы Комсомол ауылында башҡорт милли кейемен тергеҙеүсе, "Тамға" Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы лауреаты Гөлдәр Шәбиева тырышлығы менән "Һомай" этнография музейы асылған.

➡️Музей Гөлдәр ханымдың шәхси ихатаһында урынлашҡан.

➡️ Бында башҡорт халҡының кейем-һалымы, йорт йыһаздары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары урын алған.

👍Килгән ҡунаҡтарҙың башҡорт милли кейемендә фото төшөү мөмкинлеге бар.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
5👍3🥰1
ШИҒРИӘТ

Берәүгә һин – нан,
Берәүгә һин – нам,
Берәүгә һин – дан,
Берәүгә һин – ҡан...
Нан да һин миңә,
Нам да һин миңә,
Дан да һин миңә,
Ҡан да һин миңә.
Һөйҙөм йыр менән,
Көйҙөм йыр менән,
Тыуғас, үлермен
Тик һинең менән,
Берҙән-бергенәм!..

Рәми ҒАРИПОВ.
1967
🔥5💘3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Үткән аҙнала М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылған "Дядя Ваня" спектакле геройҙарының эҙҙәре буйлап "Башҡортостан ҡыҙы" журналы барған.

Тере һарыҡ, ҡаҙ һәм тауыҡты ҡайҙан алдылар икән, тип аптырағандар булһа, ҡарайбыҙ!
1👍1🌚1
📌 Яҙғы көн менән төн тиңләшкән мәлдә Наурыз байрамын билдәләү - көнсығыш халыҡтарының борондан килгән йолаһы.

Мәскәү милләттәр йортонда ошо уңайҙан оҫталыҡ дәрестәре һәм концерт ойошторолған. Унда милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнашҡан.

Фотолар: Гөлсинә Батыршина.
🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кемдәр ошолайтып дәрес әҙерләй? 😁


Был шаяртыу, әлбиттә.
Шулай ҙа дәфтәр битен тишкәнсе юйған мәлдәр була торғайны бит. Ә хәҙер бына шулай, "аҡлайҙар" икән 😁
😁5
💥Бөгөн арҙаҡлы башҡорттарҙың береһе - Зыя Нурый улы Нурыевтың тыуыуына - 110 йыл.
Ошо айҡанлы уның тураһында уҡырға тәҡдим итәбеҙ.
🔥4👍1