💥Бөгөн арҙаҡлы башҡорттарҙың береһе - Зыя Нурый улы Нурыевтың тыуыуына - 110 йыл.
Ошо айҡанлы уның тураһында уҡырға тәҡдим итәбеҙ.

🔥4👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Өфөлә Ағиҙел йылғаһында боҙ киткән. Бына шундай ғәжәйеп күренеште Руслан Юлтаев төшөрөп алған.
👍5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле көн! ☀️
Ғаиләләрегеҙ имен булһын!
Видео: интернеттан.
Ғаиләләрегеҙ имен булһын!
Видео: интернеттан.
❤4👍3
ДИВИЗИЯ БАЙРАҒЫ
📌Теүәл 83 йыл элек, 1942 йылдың 22 мартында, Дим тимер юлы станцияһында тарихи ваҡиға була: Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйесе Рәхим Ибраһимов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, полковник Миңлеғәли Шайморатовҡа башҡорт халҡы исеменән тантаналы рәүештә Байраҡ һәм Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы грамотаһын тапшыра.
⭐
- тип хәтерләй был тантананы 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы ветераны, Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Кусимов.
⭐Ҡыҫҡа ғына телмәр тотҡандан һуң хөкүмәт рәйесе байраҡты тапшыра. М.М. Шайморатов уны ҡабул итеп, тубыҡлана һәм байраҡтың бер мөйөшөнән үбә, шунан тороп баҫа һәм яугирҙар исеменән ант бирә:
⭐Был антына 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы яугирҙары ошо антына тоғро ҡала: Мәскәүҙәге Еңеү музейының Дан залында Советтар Союзы Геройҙары араһында 78 кавалерист исеме лә мәңгеләштерелгән.
💔Яу ҡырында төрлө хәлдәр була, бер ваҡыт Байраҡты юғалдтыу ҡурҡынысы тыуа: 1943 йылдың февралендә 8-се кавалерия корпусы Донбасста дошман тылына төпкә рейд яһай. Рейдҡа, ниәт ителгәнсә, танк һәм механизацияланған корпустар ярҙамға килә алмай, ә дивизия Сталинград яуынан һуң хәлһеҙләнгән була. Дошман уларҙы уратып юҡ итергә маташа.
⚡Ошо ҡатмарлы хәлдә дивизия командиры генерал М.М. Шайморатов һәм дивизияның штаб начальнигы полковник И.И. Голенев 23 февраль төнөнә ҡарай байраҡты гвардия кесе лейтенанты Б.В. Вәлиевҡа алып сығырға бойора.
⭐Был турала тарихсы Ф.Н. Вәхитовтың “Шайморатов йондоҙо” китабында Баҡый Вәлиевтың хәтирәләре бар. Ул байраҡты һабынан ысҡындырып тәненә урай, һабын айырым тотоп ала. 30 кешенән торған төркөм менән төндә юлға сығып, 23 февраль көнө буйы барғас, бер ауылға килеп етә. Икенсе көнөнә ауыл кешеһе уларға корпус штабына юл күрһәтә. Унда Вәлиев байраҡты Г.А. Беловҡа тапшыра. Ошо батырлығы өсөн Баҡый Вәлиев Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.
⭐Әлеге көндә Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Ҡыҙыл байрағы Башҡортостандың Милли музейында һаҡлана. Уны быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан Мәскәүгә реставрацияға ебәрҙеләр
💯ФОТОЛАР:
✅БАССР Юғары Советы Президиумы байрағын тапшырыу. Һулдан уңға: 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры М.М. Шайморатов һәм БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе Р.К. Ибраһимов.
✅Байраҡ йөрөтөүселәр төркөмөнә тапшырыу.
✅Тантананан күренештәр.
✅БАССР Юғары Советы Президиумы байрағы.
✅Хәҙер Ҡыҙыл байраҡ БР Милли музейында һаҡлана.

“Ҡыҙыл байраҡты ике ҡуллап тотҡан БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе яугирҙар алына килеп баҫа. Тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан. Хатта бер аҙ ҡаушай ҙа. Бер нисә йыл элек кенә комбат булған, Ҡыҙыл Йондоҙ менән бүләкләнгән кеше ул, ысынлап та тулҡынлана. Шайморатов, үксәһенә тиклем төшөп торған шинелдә, күкрәгендә - ике йондоҙ, яңғыратып команда бирә: “Смирно!”. Ибраһимов байраҡ һабын тағы ла нығыраҡ ҡыҫып тота ла, ҡаты баҫып полковникка табан атлай...”,
- тип хәтерләй был тантананы 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы ветераны, Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Кусимов.
⭐Ҡыҫҡа ғына телмәр тотҡандан һуң хөкүмәт рәйесе байраҡты тапшыра. М.М. Шайморатов уны ҡабул итеп, тубыҡлана һәм байраҡтың бер мөйөшөнән үбә, шунан тороп баҫа һәм яугирҙар исеменән ант бирә:
“Беҙ халҡыбыҙҙың ышанысын аңлаясаҡбыҙ, дошманға ҡаршы батырҙарса һуғышасаҡбыҙ, һуңғы ҡанға тиклем һәм еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ!”
⭐Был антына 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы яугирҙары ошо антына тоғро ҡала: Мәскәүҙәге Еңеү музейының Дан залында Советтар Союзы Геройҙары араһында 78 кавалерист исеме лә мәңгеләштерелгән.
💔Яу ҡырында төрлө хәлдәр була, бер ваҡыт Байраҡты юғалдтыу ҡурҡынысы тыуа: 1943 йылдың февралендә 8-се кавалерия корпусы Донбасста дошман тылына төпкә рейд яһай. Рейдҡа, ниәт ителгәнсә, танк һәм механизацияланған корпустар ярҙамға килә алмай, ә дивизия Сталинград яуынан һуң хәлһеҙләнгән була. Дошман уларҙы уратып юҡ итергә маташа.
⚡Ошо ҡатмарлы хәлдә дивизия командиры генерал М.М. Шайморатов һәм дивизияның штаб начальнигы полковник И.И. Голенев 23 февраль төнөнә ҡарай байраҡты гвардия кесе лейтенанты Б.В. Вәлиевҡа алып сығырға бойора.
⭐Был турала тарихсы Ф.Н. Вәхитовтың “Шайморатов йондоҙо” китабында Баҡый Вәлиевтың хәтирәләре бар. Ул байраҡты һабынан ысҡындырып тәненә урай, һабын айырым тотоп ала. 30 кешенән торған төркөм менән төндә юлға сығып, 23 февраль көнө буйы барғас, бер ауылға килеп етә. Икенсе көнөнә ауыл кешеһе уларға корпус штабына юл күрһәтә. Унда Вәлиев байраҡты Г.А. Беловҡа тапшыра. Ошо батырлығы өсөн Баҡый Вәлиев Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.
⭐Әлеге көндә Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Ҡыҙыл байрағы Башҡортостандың Милли музейында һаҡлана. Уны быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан Мәскәүгә реставрацияға ебәрҙеләр
💯ФОТОЛАР:
✅БАССР Юғары Советы Президиумы байрағын тапшырыу. Һулдан уңға: 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры М.М. Шайморатов һәм БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе Р.К. Ибраһимов.
✅Байраҡ йөрөтөүселәр төркөмөнә тапшырыу.
✅Тантананан күренештәр.
✅БАССР Юғары Советы Президиумы байрағы.
✅Хәҙер Ҡыҙыл байраҡ БР Милли музейында һаҡлана.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Халыҡтың ғилеме булмаһа, ҡыш көнө йылы, йәй көнө һалҡын була торған кейеҙ баҫа алмаҫ ине. Шуны уйлап сығарыусы һәм оҫталары булған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына иҫ китә. Ана хәҙер тирмәләрҙең аҫтын асып ҡуялармы. Ә элек бит тирмә шул көйө ябыулы торған..."
- ти һоҡланыуын белдереп Мәрйәм Бураҡаева.
" Башҡорттар" тапшырыуы сюжетында башҡорт кейеҙенең сифаттары, шифаһы, уға һалынған мәғәнәләр тураһында ҡарағыҙ.
❤3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ялдарығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
Ә бына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Миәкә районы Илсеғол ауылында Керчь ҡушаматлы атҡа ҡуйылған һәйкәлде барып күргән.
🐎Керчь - Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән Уралдан Берлинға тиклем барып, тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайта алған ат.
🐎Ат 1959 йылға тиклем йәшәй, тыныс тормошта ла хеҙмәтен дауам итә.
✅ Уның хәтерен 2023 йылдың 11 июнендә "Атайсал" проекты сиктәрендә мәңгеләштерәләр.
✅ Һәйкәл авторы - Илдус Закиров.
🔥5👍4👎2
Яҙ төҫтәре 😍
Фото: Юрий Замуруев.
Көндәлек мәшәҡәттәрҙән бер аҙға арынып, тирә-яҡҡа күҙ һалығыҙ: ниндәй йәмле был тормош!
Фото: Юрий Замуруев.
❤4