Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
287 links
Download Telegram
📌 Быларҙы сығарып теҙгәндәр. Һағынып өлгөргән инегеҙме?)


Яйлап самокаттарҙы баш ҡала урамдарына сығара башлағандар. Быйылдан самокатта юл ҡағиҙәһен боҙған өсөн ҡатыраҡ яза биреләсәк.

🛴Эскән килеш йөрөткәндә йәки һаулыҡҡа, милеккә зыян килтергән юл-транспорт ваҡиғаһы ойошторған өсөн 100-150 мең һум штраф һаласаҡтар. Аҡсаны юл ҡағиҙәһен боҙоусының картаһынан сисәләр.

🛴Өлкәндәр самокаты үҙ исеменә алып, балаларға йөрөргә бирә икән - 10 мең һум штраф сәпәйҙәр.

🛴Икәүләп бер самокатта йөрөһәң - 5 мең һум түләргә тура киләсәк.

🛴Юлды аша сыҡҡанда "зебра" буйынса самокаттан төшмәй үтәһен икән - 1 мең һум штраф.

🛴Самокатты ҡайҙа етте, шунда ҡалдырып китһәң - 500 һум түләргә тура киләсәк.

🛴Шулай ҙа тротуар буйлап самокатта йөрөү рөхсәт ителә. Әммә уның ауырлығы 35 кг-нан еңелерәк тартырға һәм тиҙлеге 25 км/с булырға тейеш.

🛴Өфөнөң 127 юл сатында тиҙлекте 5 км/с тиклем сикләгәндәр. Ҡайһы бер парктарҙа самокат менән үтеүҙе тыйған тамғалар ҡуйылған.
👍3🙉1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡортостан кәзәһе - рекордсы

Шишмә районындағы Феня ҡушаматлы кәзә бер юлы 7 бәрәс тапҡан.

Ғәҙәттә, кәзәнең 2-3 бәрәсе була. Ә Феня герой-әсә булып сыҡҡан.
📍 Был донъяла икенсе осраҡ - беренсеһе Америкала булған.

😉Вәт шундай көтөлмәгән яңылыҡ, бөгөнгө көндә.
🥰5🔥3👍2💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөгөн Өфөлә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди булмаған этномәҙәни мираҫының Берҙәм реестрына яңы объекттарҙы индереү буйынса Эксперттар советы ҡоро уҙа.

🔷19-сы тапҡыр уҙғарылған сарала быйыл
башҡорт халыҡ уйындары, байрамдары, бейеүҙәре, ҡул эштәре, биҙәүестәре, шулай уҡмордва, сыуыш, урыҫ йолалары тәҡдим ителде.

🔷Улар араһында Ырымбур башҡорттарында һаҡланып ҡалған “Бала алғыс”, “Кәкүк” тигәнхалыҡ уйындары, Ҡыйғы районынан “Быҡрау” йола байрамы, Мәсетле районындағы таҫтамалдарҙағы сигеү, башҡорттарҙың йән һаҡлаусы исемдәре һ.б. бар ине.

🔷Башҡортостандың мордва-эрзя һәм мордва-мокша халҡы традицион кейемен, Федоровка районы мордвалары йырҙарын һәм аш-һыуҙарын күрһәтте.

🔷Ауырғазы районының Вязовка ауылынан Алексей Спиридонов сыуаш халҡының тал үреү йолалары тураһында һөйләне.

🔷Шулай уҡ Башҡортостандың тау-завод тирәһендәге ауылдарындағы туй йолалары, шуларға бәйле фольклор ҙа эксперттар иғтибарына тәҡдим ителде.

📍 Видеола: Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре “Ебегән” һәм “Ҡайыш” башҡорт халыҡ уйындарын күрһәтә.
4👍2🔥2🥰1
🕌Бөгөн мосолмандар Ҡәҙер кисен ҡаршылай.

Был кис Ислам динендә иң әһәмиәтлеләрҙең береһе.


Ҡәҙер төнөндә Күк йөҙө яҡтырып, асылып китер, тиелә.

"Ә һуң доғаның был кистә ниндәйен уҡырға кәрәк?" - тип пәйғәмбәребеҙҙән һорай хәҙрәте Ғәйшә.

Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм уға:
"Аллаһүммә иннәкә ғәфү'үн түхиббүл-ғәфүә фәғфү ғәнни" тигән доғаны өйрәтә.

Мәғәнәһе: "Эй, Аллам! Һин ғәфү итеүсеһең, ғәфү итергә яратаһың, мине лә ғәфү ит".
👍52😍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ысынлап та, йондоҙҙар шул!

Видео: Регина Агилова.
11💯5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
AY YOLA төркөмөнөң өсөнсө йырын көтәһегеҙме?


"Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосындағы Үгеҙ тураһындағы мәғлүмәт һалынған.
🙈114👌2
Тәбиғәттең ҡағиҙәһе ябай,
Ҡайһы берҙә уның сере юҡ:
Бөрөң ҡатһа, тамыр ниңә кәрәк?
Тамыр кипһә, ярылыр бөрө юҡ.


Рауил БИКБАЕВ.

Йәмле яҙ көнө уң булһын! 🥰
5
🕌 Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты Ураҙа байрам хөрмәтенән 31 мартта Өфөлә матур сара ойошторасаҡ.

🌙Байрамда:
🔹Ижади сығыштар;
🔹Балалар өсөн уйындар, оҫталыҡ дәрестәре;
🔹Татлы бүләктәр;
🔹Хәләл йәрминкә;
🔹Былау менән һыйлау көтөлә.

📍 Урыны: "Башҡортостан" лайфстайл үҙәге алдындағы майҙан (Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 205 А).

Ваҡыты: 12:00-15:00

Ҡатнашыу бушлай. 0+
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яҙғы күренештәр 😍

📍 Белорет районы Үрге Әүжән ауылы.

Видео: dom_ureki.
💯62🔥1
📌 Учалыла көн менән төн тиңләшеүе уңайынан "Наурыз" байрамын үткәргәндәр.

Уңған учалы ҡатын-ҡыҙҙарының башҡорт милли кейемдәренә, ялтлап торған самауырҙарына, тәм-томдан һығылып торған өҫтәлдәренә иғтибар итегеҙ - шөкөр, етеш тормошта йәшәйбеҙ!
Быйыл ер һыуға туйынып, ашлыҡтар уңһын, уңыштар мул булһын! 😇


Фото: Учалы мәғлүмәт үҙәге.
👍3🔥3
Йәмғиәтте тарҡатырға, эстән ҡаҡшатырға тырышҡан көстәргә нисек ҡаршы торорға һәм башҡорт халҡының үҫеш юлдары ҡайҙа?


Был һорауҙарға яуапты алдынғы фекерле милләттәштәребеҙ менән бергә "Телеүҙәк" тапшырыуында эҙләп ҡарайыҡ.

https://vk.com/video-47563172_456239671
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Димсе кеүек тағы һөнәр", "тауыҡтың ире", "һыуытҡыста һаҡлаған, тәме тәмле генә" - яуапты беләһегеҙме?

🟡 Бөгөн "Таланттар ҡалаһы" үҙәгендә "Әлләсе" уйыны буйынса ярыш үтте. Бөтәһе 6 команда ҡатнашты.

🟡Сара барышында шулай уҡ башҡорт телендә сыҡҡан башҡа өҫтәл уйындары - "Зирәк", "Бишбармаҡ", "Бесәй, сәй, айыу, бал, май"ҙың презентацияһы уҙҙы. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы ойошторҙо.

Еңеүселәр:
💫"Таланттар ҡалаһы" - 1 урын,
💫"Ырыҫбикәләр" - 2 урын,
💫"Зирәктәр вә телдәрҙәр" - 3 урын.
🔥5👍2😁2
Изге йома мөбәрәк булһын!
Йортоғоҙға ҡот, бәрәкәт һәм ырыҫ килһен. 🤲
🙏9🥰4💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Башҡорт аттарын ашатам"


Күгәрсен районынан Нурсолтан Хөсәйенов үҙенең ауылдағы тормошон "Йәш фермер" тигән төркөмө аша күрһәтергә булған.

Бик матур ғына видеолар урынлаштырып та ҡуйған. Бына бында Нурсолтан хужалыҡтарындағы йылҡыға бесән өләшә.

Башҡорт ауылындағы тормош-көнкүреш менән ҡыҙыҡһыныусылар "Йәш фермер" битенә инеп ҡарағыҙ😉
👍93
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 AY YOLA төркөмөнөң "Һомай" йыры - трендта.

Уға Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төрлө төбәктәренән, Ҡаҙағстандан йәштәр ҡыҫҡа-ҡыҫҡа видеолар төшөрөп һала.

🟡Шуларҙың ҡайһы берҙәренән өҙөктәрҙе ҡарағыҙ.
"Тамырҙарыбыҙҙы барлата, күңелебеҙгә үтеп инде", -

тип төрлө милләт вәкилдәре башҡорт йыры тураһында.
Кемдәрҙер хатта тест тапшырып, ниндәй милләттән булыуын да асыҡлай.

Вәт ниндәй көскә эйә беҙҙең "Урал батыр" эпосыбыҙ!

Уны донъяға яңыса асҡан AY YOLA төркөмөнә - афарин һәм яңы ижади үрҙәр!
🔥16👍21