Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
287 links
Download Telegram
📌 Учалыла көн менән төн тиңләшеүе уңайынан "Наурыз" байрамын үткәргәндәр.

Уңған учалы ҡатын-ҡыҙҙарының башҡорт милли кейемдәренә, ялтлап торған самауырҙарына, тәм-томдан һығылып торған өҫтәлдәренә иғтибар итегеҙ - шөкөр, етеш тормошта йәшәйбеҙ!
Быйыл ер һыуға туйынып, ашлыҡтар уңһын, уңыштар мул булһын! 😇


Фото: Учалы мәғлүмәт үҙәге.
👍3🔥3
Йәмғиәтте тарҡатырға, эстән ҡаҡшатырға тырышҡан көстәргә нисек ҡаршы торорға һәм башҡорт халҡының үҫеш юлдары ҡайҙа?


Был һорауҙарға яуапты алдынғы фекерле милләттәштәребеҙ менән бергә "Телеүҙәк" тапшырыуында эҙләп ҡарайыҡ.

https://vk.com/video-47563172_456239671
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Димсе кеүек тағы һөнәр", "тауыҡтың ире", "һыуытҡыста һаҡлаған, тәме тәмле генә" - яуапты беләһегеҙме?

🟡 Бөгөн "Таланттар ҡалаһы" үҙәгендә "Әлләсе" уйыны буйынса ярыш үтте. Бөтәһе 6 команда ҡатнашты.

🟡Сара барышында шулай уҡ башҡорт телендә сыҡҡан башҡа өҫтәл уйындары - "Зирәк", "Бишбармаҡ", "Бесәй, сәй, айыу, бал, май"ҙың презентацияһы уҙҙы. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы ойошторҙо.

Еңеүселәр:
💫"Таланттар ҡалаһы" - 1 урын,
💫"Ырыҫбикәләр" - 2 урын,
💫"Зирәктәр вә телдәрҙәр" - 3 урын.
🔥5👍2😁2
Изге йома мөбәрәк булһын!
Йортоғоҙға ҡот, бәрәкәт һәм ырыҫ килһен. 🤲
🙏9🥰4💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Башҡорт аттарын ашатам"


Күгәрсен районынан Нурсолтан Хөсәйенов үҙенең ауылдағы тормошон "Йәш фермер" тигән төркөмө аша күрһәтергә булған.

Бик матур ғына видеолар урынлаштырып та ҡуйған. Бына бында Нурсолтан хужалыҡтарындағы йылҡыға бесән өләшә.

Башҡорт ауылындағы тормош-көнкүреш менән ҡыҙыҡһыныусылар "Йәш фермер" битенә инеп ҡарағыҙ😉
👍93
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 AY YOLA төркөмөнөң "Һомай" йыры - трендта.

Уға Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төрлө төбәктәренән, Ҡаҙағстандан йәштәр ҡыҫҡа-ҡыҫҡа видеолар төшөрөп һала.

🟡Шуларҙың ҡайһы берҙәренән өҙөктәрҙе ҡарағыҙ.
"Тамырҙарыбыҙҙы барлата, күңелебеҙгә үтеп инде", -

тип төрлө милләт вәкилдәре башҡорт йыры тураһында.
Кемдәрҙер хатта тест тапшырып, ниндәй милләттән булыуын да асыҡлай.

Вәт ниндәй көскә эйә беҙҙең "Урал батыр" эпосыбыҙ!

Уны донъяға яңыса асҡан AY YOLA төркөмөнә - афарин һәм яңы ижади үрҙәр!
🔥16👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Был аҙнала "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә сәхнәләштерелгән спектаклдәрҙең УН КӨНЛӨГӨ бара.


Кисәге Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры "Диләфрүзгә дүрт кейәү" спектакле менән М. Ғафури исемендәге БАДТ сәхнәһендә сығыш яһаны.
5🔥2👏1
Тирләндә кис. Белорет районы.

Фото:Татьяна Носаева.
8
Дуҫтарыма күңелемдә
Рәхмәт бөрөһө тиртә -
"Йырлап йәшәгеҙ!" - тип һеҙгә
Теләйем мин һәр иртә!


Айгөл ИШЕМҒУЖИНА.
💘4👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт теленең кимәлдәре тураһында Розалия Мөхәмәтйәнова һәм Гөлсәсәк Шәрипова.
10
Әүешкүл. Учалы районы.
10👍3