This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Осрашҡанға тиклем!
тибеҙ, сөнки башҡорт теленән диктант яҙыуҙан ятып ҡалмаҫһығыҙ инде? 😊
Видео: Башфонд.
❤6💘2
Башҡортостан! Тамсы нурыңа ғына
Тиңләй алһам ине йырымды.
Һинең кеүек, йомарт бүлһәм ине
Башҡаларға йөрәк йылымды.
Рауил БИКБАЕВ.
Фото: Ангелина Сөнәғәтуллина.
Тиңләй алһам ине йырымды.
Һинең кеүек, йомарт бүлһәм ине
Башҡаларға йөрәк йылымды.
Рауил БИКБАЕВ.
Фото: Ангелина Сөнәғәтуллина.
❤6👍2🥰1
📌 Башҡорт теленән диктант яҙыу сараһы үтә бөгөн.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сәхифәһендә был акцияға әүҙем ҡушылырға саҡырған.
✅ Әйткәндәй, акция сәғәт 11-ҙә башлана.
Онлайн яҙыусылар диктантты ошо һылтанма буйынса ҡарай ала: https://vkvideo.ru/video-27097047_456289458
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сәхифәһендә был акцияға әүҙем ҡушылырға саҡырған.
"Туған телебеҙҙе пропагандалауға үҙ өлөшөгөҙҙө индереп, уға ихтирам һәм һөйөүегеҙҙе күрһәтеп, халыҡсан акцияға ҡушылығыҙ, дуҫтар. Туған тел һәм берҙәмлек байрамы менән!"- тип яҙған Радий Фәрит улы.
✅ Әйткәндәй, акция сәғәт 11-ҙә башлана.
Онлайн яҙыусылар диктантты ошо һылтанма буйынса ҡарай ала: https://vkvideo.ru/video-27097047_456289458
🔥7👏2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тиҙҙән оҙайлы ялдар, атай йортона ҡайтаһығыҙмы?
Видео: bash.vib
❤7🔥3💘2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Йәшәһен башҡорт теле!"
- бына шулай ти урмансылар.
🔷Бөгөн Өфө лимонарийында БР Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре, Өфө урман техник техникумы уҡытыусылары һәм студенттары, лимонарий хеҙмәткәрҙәре Башҡорт теленән диктант яҙыу халыҡ-ара акцияһына ихлас ҡушылды.
🔻
"Ҡапыл ғына ойошоп, быйыл үҙебеҙҙең лимонарийҙы ла башҡорт телендә диктант яҙырға булдыҡ. Беҙҙә 27 хеҙмәткәр эшләй, бөгөн 7-һе яҙҙы. Инде йыл һайын да үткәрербеҙ",
- ти Өфө лимонарийы етәксеһе Фәриҙә Садиҡова.
🔹Быйылғы текст темалары Ватанды һаҡлаусыларға, Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә арналғайны.
🔹Яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманованың ижадынан өҙөктө" Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков уҡып ишеттерҙе.
🔻Әйткәндәй, иң йәш ҡатнашыусыны эҙләйҙәр ине. Бында Диана исемле ике йәшлек ҡыҙыҡай әсәһенең диктант яҙыуын: "Атай тип яҙ, әсәй тип яҙ", - тиеп күтәрмәләй-күтәрмәләй ултырҙы. Үҙе лә белгәненсә сыймаҡланы.
#Башҡорт_телендә_диктант
#башдиктант
❤4🔥2❤🔥1👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәштәребеҙ - шәп, шөкөр.
Шулай тибеҙ, ошо арала көндәр йылынғас, Салауат Юлаев майҙанында йыйылып, йырлап, бейеп, аралашып матур итеп ваҡыт уҙғарған йәштәребеҙгә һоҡланыуыбыҙҙы йәшермәй.
Киләсәгебеҙ аҡыллы, айыҡ, белемле һәм алдынғы ҡарашлы йәштәр ҡулында!
👍12❤4
Хәйерле йәкшәмбе иртәһе! ☀️
Ирәндек итәгендә утлап йөрөгән йылҡыға һоҡланып, хозурланып алыуҙан башлайыҡ әле көнөбөҙҙө. 🥰
Фотолар авторы - Фәрит Нәбиуллин, Баймаҡ районы.
🥰6❤3🔥2👍1