Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.82K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
"Тәбиғәтте яратмаған кешеләр тормошто ла яратмай, сөнки ҡояшҡа, зәңгәр күккә, йыһандың иҫ киткес матурлығына битараф булып, тормошто яратыу мөмкин түгел".

Леонид Андреев, рус яҙыусыһы.

📍 Белорет районы, Еләкташ тауы.

Фото: Наил Шакиров.
10👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 «Буранбай» — башҡорт халҡының киң билдәле тарихи йырҙарының береһе.

Йырҙың һүҙҙәрен беренсе тапҡыр 1894 йылда этнографы, фольклорсы Сергей Рыбаков Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Этҡол ауылында (хәҙерге Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы) Толомғужа Ғөбәйҙуллиндан яҙып ала.

Был йырҙың башҡа варианттары ла төрлө кешеләр тарафынан яҙып алынған.


Видео: Арыҫлан Оморҙаҡов.
11❤‍🔥4👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Ҡыҙыл түшәк нимә ул һәм уны нисек һуҡҡандар?

Милли кейем һәм башҡорт халҡының боронғо көнкүреш әйберҙәре менән ҡыҙыҡһынған йәш кеше Иҙел Хәкимовтың инәһе Хөсниямал был турала һөйләй. Уларҙың ғаиләһендә быуындан-быуынға тапшырыла килгән ҡаралдылар һаҡланған.

"Әсәйем яғынан олатайымдың бер туған һеңлеһе Хөсниямал инәйем оло өләсәһе Гөләйфә, өләсәһе Бибәғәйшә һәм әсәһе Ғазъямалдың балаҫтарын миңә тапшырҙы",

- ти егет.

Бына шулай, Әбйәлил районында күҙ ҡараһындай ҡәҙерләп һаҡланған боронғо әйберҙәр бар.
10👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Өфөлә Армия мәҙәниәте көндәре дауам итә. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткән.

"Был ялдарҙа Өфөләге Совет майҙанында бына ошондай мөхит хөкөм һөрә. "Көҙ романтикаһы" фестивале һәм Армия мәҙәниәте көндәре дауам итә. Барыһын да саҡырам!"

- тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы.

Тулыраҡ - видеола.
7👍1👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
ҠЫҘ БАЛАМ

Күбәләктәй леп-леп кенә
Эй, ҡыҙ балам!
Осорорға ҙур донъяға
Эй ҡыҙғанам.

 
Ҡанаттарың нәфис, наҙлы
Ҡупшы селтәр,
Тотоп алырға теләрҙәр
Һине күптәр.

Шатлыҡ-бәхеттең эҙләрһең
Ап-аҡтарын,
Көйөп кенә ҡуймаһындар
Ҡанаттарың.

Өҙөп-йолҡоп ырғытмаһын
Әсе елдәр,
Юлдаш булһын һиңә бер үк
Изге йәндәр.
 
Күбәләктәй леп-леп кенә
Эй ҡыҙ балам...
Бар ғаләмдән, һәр әҙәмдән
Эй ҡыҙғанам...

Фирүзә АБДУЛЛИНА.
19🥰1
Хәйерле көн!
10💘3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Нур 😍

Видео: Миләүшә Абайҙуллина.
10👍6
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыр хайуандарының балаларына тейергә ярамай

Ошо көндәрҙә "Юлдаш" радиоһы төркөмөндә уртаҡлаштылар был видео менән.

🔰Мәсетле районының Яңы Яуыш ауылынан Әлфиә Теләмова социаль селтәрҙәргә һалған, унда әсәһен юғалтҡан ҡоралай балаһына ниҙер ашатырға, шаярып кәртәгә индерергә тырышыу күрһәтелгән.


Белгестәр бындай ҡылыҡты хупламай.

🔹Инә болан балаһын ҡалдырып тороп, күпмелер ваҡыттан шул урынға кире килеп, имеҙеп китеүе ихтимал. Ә сит еҫ аңҡыған балаһын кире алмауы бар. Быны ауылдағы һәр кем белә, хатта һарыҡ-кәзә лә яңы тыуған бәрәсенән кеше еҫе килһә, имеҙеүҙән туҡтарға мөмкин.

🔹Икенсе сәбәп - ҡыр хайуандарында ҡотороу ауырыуы булыуы ихтимал.

Имгәнгән йәнлекте осратһағыҙ, түбәндәге телефон һандарының береһенә шылтыратып, хәбәр итергә кәрәк:

🔹 Берҙәм диспетчер хеҙмәте 112;

🔹Росприроднадзорҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы 8 961 900-88-88;

🔹Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 8 (347) 218-04-30.
💯107
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Һарына тураһында белмәгән кеше юҡтыр, ололар шуның тамырын ашап үҫтек, тип һөйләрҙәр ине.

🔥Ҡурайсы Мирас Үҙәнбаев был видеоһы нда ошо үҫемлекте урманда табып, тамырын ҡаҙып күрһәтә.


Һарынаның русса атамаһы "лилия кудреватая", ул - лилиә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек.

Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә, мәҫәлән, Марий Эл Республикаһында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.

Һарынаны баҡсаға ултыртһаң да, үҫә.
13
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Ниндәй телдә һөйләй ул?" -

тип һорайҙар был татлы телле тәтелдәкте ишетеүселәр.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының Рәсәй халыҡтары телдәре көнө уңайынан уҙғарылған конкурсында тәүге ҡатнашыусы был ҡыҙ.

Белорет районы Абҙаҡ ауылынан Сафия Мусаҡаева. 3 йәш. "Аҡйондоҙ" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе.
11👍2🥰2
Һыҙылып таңдар атҡанда...


📍 Белорет районы, Ҡыраҡа һырты

Фото: Елена Перминова.
11💘2
📌ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА ӘҘЕРЛЕК

💯Республика педагогтарының август кәңәшмәһе сиктәрендә ауыл һәм ҡала мәктәптәренә 200-ҙән ашыу автобус һәм еңел автомобиль тапшырылды. Улар федераль һәм республика бюджеты иҫәбенә һатып алынған ватан машиналары.

Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин әйтеүенсә, яңы уҡыу йылында республика мәктәптәренә йөрөп уҡыясаҡ 53 меңгә яҡын бала транспорт менән тәьмин ителә. Был маҡсатта 1590 мәктәп автобусы ҡулланыла.


“Яңы мәктәп автобустары – көн дә мәктәпкә йөрөгән балаларыбыҙҙың өҫтәлмә комфорты һәм хәүефһеҙлеге. Быны беҙ яҡшы аңлайбыҙ, шуға автопаркты яңыртыу эшен өҙлөкһөҙ алып барабыҙ. 2019 йылдан мәктәптәребеҙ бөтәһе 900-гә яҡын яңы автобус алды инде. Барлыҡ балаларҙы, ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайым. Мәктәп автобустары водителдәренә мөһим һәм кәрәкле хеҙмәттәре, балаларыбыҙға яҡшы мөғәләмәләре өсөн рәхмәтемде белдерәм. Барыһына ла уңыштар!”

– тип яҙған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәхифәһендә.

💯Әйткәндәй, 2022 йылдан алып Башҡортостанда 146 мәктәп бинаһы капиталь яңыртылған. Бынан тыш, һуңғы 5 йылда республикала яҡынса 33 мең урынлыҡ 48 яңы мәктәп һәм 65 балалар баҡсаһы асылған.

💥Быйыл 1-се класҡа 45 мең тирәһе бала уҡырға бара.
7👍5