Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
678 subscribers
2.83K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Был фильмдарҙы күргәнегеҙ бармы?

Үҙегеҙ яратып ҡараған башҡорт фильмдарын комментарийҙарҙа яҙығыҙ 😉
👍197❤‍🔥3
Томан төшкән тауҙарға... 💘
9
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мәктәпкә барырға әҙерһегеҙме?

"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының төркөмөндә бына шундай ҡыҫҡа ғына ҡыҙыҡ видео һалғанлар.
👏74
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Замана Хужа Насретдины ишәктән төшһә лә, тәбиғәтенән йыраҡ китә алмаған шул.
Бында соҡорҙо кире күмеүе еңелерәк тойола 🤭

Видео: интернеттан.
😁75
📌 "ФормАрт-2025" конкурсының иң яҡшы муралы өсөн халыҡ тауыш бирә башланы

🔹Башҡортостан рәссамы Кирилл Ильиндың Ағиҙел ҡалаһында төшөрөлгән "Һыбайлылар" тигән муралы Волга буйы федераль округында иң яҡшыһы исеменә дәғүә итә.

🔹Мурал туғыҙ ҡатлы йорттоң бер яҡ диуарына төшөрөлгән һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған.

🔹Дивизия ғәскәрҙәре генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов етәкселегендә хәрәкәт итә.

🔹Әйткәндәй, был дивизияла хеҙмәт иткән Абдулла Фәйзрахман улы Шаһиев һуғыштан һуң Ағиҙел ҡалаһында йәшәй.

📍 Тауыш биреү өсөн:
Бушлай номерға шылтыратығыҙ: 8 (800) 301-50-23
Ошо муралды һайлау өсөн 1 һанына баҫығыҙ
Тауыш биреүегеҙҙе раҫлағыҙ.

📍 Тауыш биреү 15 сентябргә тиклем дауам итә, унда һәр кем ҡатнаша ала.
4🔥3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥Йәйҙең һуңғы эш аҙнаһы ямғырҙар менән тамамланыуға бик бойоҡмайбыҙ, йәштәр ижадынан дәрт алабыҙ 😉

Видео: #HANQYZY "Ирек" тигән композицияһы менән😎
7👍7💘5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле көн!

📍Силәбе өлкәһенең Минйәр ҡалаһы 7 тау араһында урынлашҡан.

Ҡаланың атамаһы "мең яры" йәки "меңдәр" тигән башҡорт һүҙҙәренә бәйле булыуы ихтимал, тип фаразлайҙар.

Видео: Илдар Шакиров
8💘2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Сибай ҡалаһынан йәш спортсыбыҙ Зарина Исламова Бангкок ҡалаһында кисә үткән муай-тай (тайский бокс) буйынса профессиональ алышта Sanehjan исемле Таиланд спортсыһына ҡаршы сыҡты һәм еңеү яуланы!

Ҡыҙ рингка башҡорт бүреге һәм селтәр кейеп күтәрелде:

“Мин Башҡортостандан булыуым менән ғорурланам һәм бар донъя ихтирамға һәм һоҡланыуға лайыҡлы үҙ йолаларыбыҙ, кейемебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ барлығын белеүен теләйем”,

- ти Зарина.

Афарин!🔥🔥🔥

Видео: “Подслушано Сибай” төркөмөнән.
❤‍🔥106👍2🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Төшкө ялға туҡталығыҙ - Йәмил Баймырҙиндың яңы йырынан өҙөк тыңлағыҙ 😉
12💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🐻"Бында еләк күп икән,
Айыу-бүре юҡ икән!"

- тимәгеҙ, һаҡ булығыҙ!

📍 Архангел районы Казанка ауылына боролошта осратҡанда был тайыштабанды. Хәл кисә булған, тигәндәр.

Видео: интернеттан.
9
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорттарҙы нисек үрсетергә?


Видео: Шәһит Хамматов.
😁51
БАШҠОРТ СӘЙЕ

Башҡорт сәй эсмәй түҙмәй
Өҫтәлендә башҡорт балы,
Ҡорот, талҡан, һары май,
Һары май,ҡоротлап эскәс
Башҡорт һис тә арымай!
Һааа- ай!
Башҡорт һис тә арымай!

Иртән, көндөҙөн, кистәрен
Ул боҫтарын борҡоратып,
Эсә боҫло ҡайнар сәй,
Һыуһағанда, арығанда
Йәнгә шифа, тәнгә сихәт.
Һааа-ай!
Сәй шифалы,дауалай!

Башҡорт халҡы бик борондан
Күрше менән татыу булған,
Бергәләшеп эскән сәй,
Ҡайғыһын да, шатлығын да
Күрше менән уртаҡлашҡан.
Һааа-ай!
Бергәләшеп эскән сәй!

Заманалар ауырайҙы
Самауырҙар ҡайнатайыҡ,
Бергәләп эсәйек сәй,
Мәтрүшкәле тәмле сәй,
Хуш еҫле һәм тәмле сәй.
Һааа-ай!
Мәтрүшкәле тәмле сәй!
Яраштыра, һөйләштерә,
Бар сирҙәрҙән дауалай!

Гүзәл ӘХМӘҘИЕВА - ӨМӨТБИКӘ.
16.12.22 й.
6
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бабичка арналған кейеҙ китап - бик үҙенсәлекле ҡулланма материал.

Видео: Зилә Лира.
9
📌Был көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Махсус хәрби операция зонаһында ил мәнфәғәтен яҡлаған яугирҙарыбыҙ янында эш сәфәрендә.

🔶Ул тәү сиратта “Башҡортостан” полкы яугирҙары менән күрешкән һәм республиканан ебәрелгән гуманитар ярҙамдың һөҙөмтәлелеге тураһында белешкән, наградалар тапшырған.

“Алғы һыҙыҡҡа ебәрелгән гуманитар ылауҙар күпселек уларҙың һорауы буйынса йыйыла, шулай ҙа миңә яугирҙарҙың үҙҙәрен ишетеү мөһим ине. Улар ярҙам өсөн рәхмәт әйтә, бигерәк тә республикала етештереүе көйләгәнгән дрондар өсөн. Тәьминәтте арттырыуҙы үтенәләр, башҡа ҡоралдар буйынса ла теләктәрен белдерҙеләр. Бөтә һорауҙарҙы ла яҙып алдым, мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ”,

- тип яҙған был турала сәхифәһендә Радий Хәбиров.

🔶Шулай уҡ республика етәксеһе 12-се айырым гвардия Кенигсбергск-Городок Ҡыҙыл Байраҡ инженер бригадаһы яугирҙары менән дә осрашҡан. Был хәрби часть 2024 йылда Рәсәй Президенты Указына ярашлы, Жуков ордены менән наградланғайны.
🔹 Радий Хәбиров быйыл май айында Әлкә-2 ауылында булғанда алғы һыҙыҡҡа барып яугирҙарҙың хәлен белешергә вәғәҙә итеүе һәм һүҙендә тороуы хаҡында яҙған һәм бригада яугирҙарына фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәтен белдергән.

🔶Республика Башлығы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальон яугирҙары менән дә осрашҡан. Уларға генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырған.
СОБР, Рәсәй гвардияһы рәттәрендә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ менән дә күрешкән.

📍 Тағы ла Башҡортостан Башлығы алғы һыҙыҡҡа барғанында үҙенә ҡушамат биреүҙәрен асыҡлауы тураһында хәбәр иткән.
Быға тиклем уны төрлө ваҡытта Шеф, Хоккейсы, Ағай тип йөрөткәндәр, ә был юлы Тимер тигән ҡушамат биргәндәр.

“Мин бының менән ғорурланам. Һәм ғүмеремдең аҙағынаса Тимер буласаҡмын. Тимер – ул ҡаты материал ғына түгел. Бик көслө һәм кәрәкмәгәндә бөгөлөп бармай. Мин шулай булырға тырышасаҡмын. Дөрөҫөн әйткәндә, ғүмер буйы ниндәй генә шарттарҙа ла, етәкселекме, олигархиямы – ниндәй булһа ла, бер ҡасан да бөгөлмәҫкә тырышып йәшәнем. Артабан да шулай йәшәйәсәкмен”,

- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров һәм кесе улының исеме лә Тимер булыуын хәбәр итеп, яуаплылыҡ тойоуын белдергән.

🔶Әлеге көндә Башҡортостан Башлығының эш сәфәре дауам итә.
🔹 Ул Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин менән осрашҡан, Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһындағы хәлдәр менән танышҡан. Бында 2022 йылдан алып 200-ҙән ашыу объект Башҡортостан ярҙамында тергеҙелгән, артабан да эштәр дауам итәсәк.
🔹Әлеге көндә 7-се мәктәп бинаһын төҙөкләндереү бара. Был турала республика етәксеһе
“Балалар яҡшы шарттарҙа уҡырға тейеш”,

ти.
7👍3🔥3👎1