Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.84K photos
1.53K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Башҡорт аты" фестиваленән күренештәр
6🔥4👌2
🏹2025 йылдың 20 сентябрендә Өфө районы Шамонин ауылында ҙур байрам – «Алтын уҡ» III Төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте фестивале үтәсәк.

Программала:
🔹уҡ атыу буйынса традицион турнир,
🔹халыҡ кәсептәренән күргәҙмә-йәрминкәләр,
🔹иң яҡшы ижади коллективтарҙан торған сығыштар.

Һеҙҙе 10.00 сәғәттә Өфө районы Шамонин ауылының һабантуй майҙанында көтәләр.

Ойоштороусылар һеҙгә ярһыу хистәр һәм ысын мәғәнәһендә рухи байрам вәғәҙә итә!

"Юлдаш" радиоһынан
7🔥3👍2💘2👏1
Көҙҙөң тәүге аҙнаһында Республика клиник перинаталь үҙәгендә 269 бәпес тыуған, улар араһында өс игеҙәк тә бар.

Йыл башынан үҙәктә 7 мең бала тыуған, бөтә республикала 21 мең бала донъяға килгән.
5👍4💘3🥰2
Ышанып йәшәйем

Мин бәхетле, тип әйтәм дә
Ышанам шуға үҙем.
Һығылып илар саҡта ла
Йылмая, балҡый йөҙөм.
Мин көслөмөн, тип әйтәм дә
Тағы ышанам шуға.
Йығылып ятыр саҡта ла
Сығып китәмен юлға.
Мин яратам, тип әйтәм дә
Ышанам шуға тағы.
Төңөлөп бөтөр саҡта ла
Күңелдә – хистәр наҙы.
Шулай ышанып йәшәйем
Мин ғүмерем буйына.
...Тик төндәрен генә йәнем
Һағышыма һыйына.

Зөһрә Ҡотлогилдина
8🔥6💘2
Милли кейем көнөндә ниндәй саралар үтәсәк?

12 сентябрь 11:00-17:00
📍БР Милли музейы, Совет урамы, 14
Стилле көн
✔️Программала: төрлө оҫталыҡ дәрестәре, фотосессия, экскурсиялар

12 сентябрь 11:00-17:00
📍Археология һәм этнография музейы, К.Маркс урамы, 6
Этнографик байрам
✔️Программала: лекция, сәй эсеү, оҫталыҡ дәрестәре, фотозона

12 сентябрь 17:00
📍С.Т.Аксаков ис. баҡса, Пушкин урамы, 112
«Билбау» - Аксаков фестивале сиктәрендә ҡала сараһы
✔️Программала: концерт,оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмә, фото-зоналар

12 сентябрь 11:00-18:00
📍 «Тура-хан» визит үҙәге
Башкортостан халыҡтарының милли кейем көнө
✔️Программала: Тематик күргәҙмәләр, башҡорт милли биҙәүестәрен әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, фотосессия һәм концерт
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
5👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле көн! ☀️

Видео: Мирас Үҙәнбаев урманда үҫкән ҡурайҙы төшөрөп алған.
8👍3🔥1
Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө менән!

Фото: Людмила Камнева.
10👍3🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр нисек йәшәй? "Башҡорт аты"нда уларҙың береһе менән һөйләштек.
6👍4👌2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров кейгән костюм ниндәй тарих һөйләй?
👍2414💩11🔥10
⚜️Милли кейем көнө менән! Башҡортостанда был дата 2020 йылдан алып билдәләнә. Байрамдың төп әһәмиәте һәм йөкмәткеһе хаҡында этник кейем белгестәренән, сәнғәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренән һораштыҡ.
🥰86👍3