Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.84K photos
1.53K videos
1 file
263 links
Download Telegram
Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө менән!

Фото: Людмила Камнева.
10👍3🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр нисек йәшәй? "Башҡорт аты"нда уларҙың береһе менән һөйләштек.
6👍4👌2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров кейгән костюм ниндәй тарих һөйләй?
👍2414💩11🔥10
⚜️Милли кейем көнө менән! Башҡортостанда был дата 2020 йылдан алып билдәләнә. Байрамдың төп әһәмиәте һәм йөкмәткеһе хаҡында этник кейем белгестәренән, сәнғәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренән һораштыҡ.
🥰86👍3
Күпме генә болот ҡабармаһын,
Ниндәй ел-дауылдар ҡупмаһын,
Ҡояш сыҡмай ҡалмай көн һайын,
Тик һынмаһын бәхет тотҡаһы.


Һәҙиә ДӘҮЛӘТШИНА.

Фото: Елена Соколова.
12
Audio
❤️
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
4👍1
Беләһегеҙме, бөгөн ниндәй көн?

Бөтә донъя торна көнө икән, баҡтиһәң.


📸Фотола былтыр Башҡортостандың Дәүләкән районында
8💘2
📌 Һиҙҙермәй генә сентябрҙең уртаһы ла килеп етте 🥰
Көҙгө уңыштарға һөйөнөр мәл - ҡыуанысығыҙ менән комментарийҙарҙа уртаҡлашып, фото-видеолар һалығыҙ әле!
8👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бәләкәй башҡорт ҡыҙҙары - хәҙергесә принцессалар нисек кейенгән?
Был турала "Балалар" проектының бик матур видеоһынан өҙөк.
10🔥6👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 ӨФӨЛӘ БЕРЕНСЕ АКСАКОВ ФЕСТИВАЛЕ БАРА

Фестиваль 30 сентябргә тиклем дауам итә. Уның сиктәрендә мәҙәни, эшлекле, белем биреү, конкурс һәм күңел асыу саралары үтә.

Ҡайҙа?
🔹С.Т. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы
🔹"Беренсе май" паркы
🔹Ленин исемендәге майҙан
🔹С. Орджоникидзе исемендәге майҙан
🔹Ағиҙел буйы

Нимә?
▪️ Эшлекле программа сиктәрендә һәр кесе аҙна һайын "Креатив индустрияларҙа һөнәрселәрҙең тәүге аҙымдары" тип аталған лекциялар үтә.

▪️Белем биреү программаһы буйынса оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар уҡыла. Мәктәптәрҙә Аксаковтарҙың рухи мираҫына бағышланған дәрестәр ойоштороласаҡ. "Аксакова уҡыуҙары" уҙғарыла.

▪️Конкурс программаһы сиктәрендә "Тамға" Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы, "Туған ер иртәктәре" сәсәндәр бәйгеһе, "Аксаков уҡыуҙары сиктәрендә тасуири һөйләүселәр, "Бөгөл формаһы" форумының ағас һындар эскиздары, Аксаков әҫәрҙәре буйынса һүрәттәр конкурстары ойошторола.

▪️Күңел асыу программаһы ла төрлө булмаҡсы.

▪️Фестиваль "Балыҡсы һәм һунарсы көнө" менән тамамланасаҡ. Ул Аксаковтың әҫәрҙәрендә һүрәтләнгән шөғөлдәргә арнала. Балыҡ тотоу буйынса ярыш, ҡармаҡтар әҙерләргә өйрәтәсәктәр, һунарсы кәрәк-яраҡтары тураһында һөйләйәсәктәр һәм иң тәмле балыҡ ашы, усаҡта бешерелгән ризыҡтар буйынса ярыштар ойоштороласаҡ.

Ә 20 сентябрҙә Ленин исемендәге майҙанда ("Ҡала Советы" туҡталышы) ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторола. "Башҡорт миҙгелдәре" һөнәрселәр йәрминкәһе сәғәт иртәнге 10-дан киске 8-гә тиклем эшләйәсәк.

📍 Өҫтәлмә мәғлүмәтте ошонда табырға мөмкин: https://vk.com/ufatvorit
7🔥5👍2
📌 Хәбировтың тауышын яһалма интеллект ярҙамында яҙҙырып, ЯЛҒАН тараталар

"Фактчекинг по-башкирски" төркөмө хәбәр итеүенсә, ЦИПСО һәм экстремистик телеграм-каналдарҙа Башҡортостан етәксеһе төшкән видеоның тауышын үҙгәртеп, ялған хәбәр таратҡандар.

Ысынында, төп нөсхәләге видеола республика Башлығы Радий Хәбировтың VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезындағы сығышы төшөрөлгән. Унда ул Украина тарафынан беҙҙең республикаға ҡарата юғары иғтибарҙың сәбәптәре тураһында һөйләй.

Яуыздар иһә, шул сығышты алып, дипфейк технологиялары ҡулланған һәм икенсе мәғәнә һалған.


Ысын видеола республика етәксеһе халыҡтың берҙәмлеге, ныҡлығы, йәмғиәтебеҙҙе бүлгеләргә тырышыусыларҙың мәкере килеп сыҡмаясағы тураһында әйтә.
💯7💩4👏3🔥2