Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.84K photos
1.53K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө менән!

Фото: Людмила Камнева.
10👍3🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр нисек йәшәй? "Башҡорт аты"нда уларҙың береһе менән һөйләштек.
6👍4👌2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров кейгән костюм ниндәй тарих һөйләй?
👍2414💩11🔥10
⚜️Милли кейем көнө менән! Башҡортостанда был дата 2020 йылдан алып билдәләнә. Байрамдың төп әһәмиәте һәм йөкмәткеһе хаҡында этник кейем белгестәренән, сәнғәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренән һораштыҡ.
🥰86👍3
Күпме генә болот ҡабармаһын,
Ниндәй ел-дауылдар ҡупмаһын,
Ҡояш сыҡмай ҡалмай көн һайын,
Тик һынмаһын бәхет тотҡаһы.


Һәҙиә ДӘҮЛӘТШИНА.

Фото: Елена Соколова.
12
Audio
❤️
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
4👍1
Беләһегеҙме, бөгөн ниндәй көн?

Бөтә донъя торна көнө икән, баҡтиһәң.


📸Фотола былтыр Башҡортостандың Дәүләкән районында
8💘2
📌 Һиҙҙермәй генә сентябрҙең уртаһы ла килеп етте 🥰
Көҙгө уңыштарға һөйөнөр мәл - ҡыуанысығыҙ менән комментарийҙарҙа уртаҡлашып, фото-видеолар һалығыҙ әле!
8👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бәләкәй башҡорт ҡыҙҙары - хәҙергесә принцессалар нисек кейенгән?
Был турала "Балалар" проектының бик матур видеоһынан өҙөк.
10🔥6👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 ӨФӨЛӘ БЕРЕНСЕ АКСАКОВ ФЕСТИВАЛЕ БАРА

Фестиваль 30 сентябргә тиклем дауам итә. Уның сиктәрендә мәҙәни, эшлекле, белем биреү, конкурс һәм күңел асыу саралары үтә.

Ҡайҙа?
🔹С.Т. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы
🔹"Беренсе май" паркы
🔹Ленин исемендәге майҙан
🔹С. Орджоникидзе исемендәге майҙан
🔹Ағиҙел буйы

Нимә?
▪️ Эшлекле программа сиктәрендә һәр кесе аҙна һайын "Креатив индустрияларҙа һөнәрселәрҙең тәүге аҙымдары" тип аталған лекциялар үтә.

▪️Белем биреү программаһы буйынса оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар уҡыла. Мәктәптәрҙә Аксаковтарҙың рухи мираҫына бағышланған дәрестәр ойоштороласаҡ. "Аксакова уҡыуҙары" уҙғарыла.

▪️Конкурс программаһы сиктәрендә "Тамға" Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы, "Туған ер иртәктәре" сәсәндәр бәйгеһе, "Аксаков уҡыуҙары сиктәрендә тасуири һөйләүселәр, "Бөгөл формаһы" форумының ағас һындар эскиздары, Аксаков әҫәрҙәре буйынса һүрәттәр конкурстары ойошторола.

▪️Күңел асыу программаһы ла төрлө булмаҡсы.

▪️Фестиваль "Балыҡсы һәм һунарсы көнө" менән тамамланасаҡ. Ул Аксаковтың әҫәрҙәрендә һүрәтләнгән шөғөлдәргә арнала. Балыҡ тотоу буйынса ярыш, ҡармаҡтар әҙерләргә өйрәтәсәктәр, һунарсы кәрәк-яраҡтары тураһында һөйләйәсәктәр һәм иң тәмле балыҡ ашы, усаҡта бешерелгән ризыҡтар буйынса ярыштар ойоштороласаҡ.

Ә 20 сентябрҙә Ленин исемендәге майҙанда ("Ҡала Советы" туҡталышы) ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторола. "Башҡорт миҙгелдәре" һөнәрселәр йәрминкәһе сәғәт иртәнге 10-дан киске 8-гә тиклем эшләйәсәк.

📍 Өҫтәлмә мәғлүмәтте ошонда табырға мөмкин: https://vk.com/ufatvorit
7🔥5👍2