Forwarded from Башҡортостан ҡыҙы
ТӘҮГЕ СӘЙӘСМӘНЕБЕҘ
Ҡатын-ҡыҙ башҡорт йәмғиәтенең тормошонда элек-электән мөһим роль уйнаған. Ырыуҙар һәм халыҡтар араһында тыныслыҡ урынлаштырған Бәндәбикәнең, ил азатлығы өсөн ҡорал тотоп көрәшкән Ырғыҙҙың ауыҙ-тел ижадында һаҡланған образдары – бының асыҡ миҫалы. ХХ быуат башында ҡатындарҙың һәр яҡтан да ирҙәргә тиң булыуын арҙаҡлы дин белгесе һәм философ #РизаитдинФәхретдин дә яҡлаған. Әммә ҡатын-ҡыҙҙың ысын мәғәнәһендә тулы хоҡуҡ алып, ижтимағи тормошта ҡатнаша башлауын Рабиға Йомағолованың эшмәкәрлеге менән бәйләргә кәрәктер. Уның ғүмере, оҙон булмаһа ла, бәләкәй мәҡәлә түгел, ҡалын роман сюжеты була алыр ине.
Дауамын сайтта уҡығыҙ: https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/ar...

Рекомендую "IQ БалаБаш"
https://play.google.com/store/apps/details?id=com.QaznatProduct.IQBALABA
https://play.google.com/store/apps/details?id=com.QaznatProduct.IQBALABA
Рекомендую "Хитрая лиса"
https://play.google.com/store/apps/details?id=com.trickyFox
https://play.google.com/store/apps/details?id=com.trickyFox
Рекомендую "Kids' Library: Животные"
https://play.google.com/store/apps/details?id=com.softhardwork.vitalicarajileasco.kidslibraryanimals
https://play.google.com/store/apps/details?id=com.softhardwork.vitalicarajileasco.kidslibraryanimals
Forwarded from Һин. Шиғыр. Донъя.
УЙҘАРЫМ🪕
Ярты төндә уянып,
Йоҡлай алмай уйланып,
Уйлап ятҡан уйҙарҙы-
Таралышҡан ҡуйҙарҙы-
Ҡалай итеп йыяйым,
Ҡалай итеп тыяйым?
Далалағы ҡамғаҡтай,
Әкиәттәге йомғаҡтай,
Тотоп тыйып булмаҫтай,
Ташлап ҡуйып булмаҫтай,
Ағым мәллә уйҙарым,
Һағым мәллә уйҙарым?
Заманаһы- заманға,
Яҡшылығы-яманға,
Дөрөҫлөгө- ялғанға-
Барыһы бергә ялғанған!..
Ҡалай итеп һүтәйем,
Был сыуалған йомғаҡты?
Ҡалай ҡыуып етәйем
Дауыл ҡыуған ҡамғаҡты?
Йөрәгемдең ҡағышы,
Йөрәгемдең һағышы-
Етмеш ете яу күргән,
Етмеш ете дау күргән
Халҡым ғына шул минең,
Ялҡын ғынам шул минең!
Бөгөнгөһөн уйлайым,
Иртәгеһен буйлайым,
Иртәгеһе- ишәккә, тип
Ҡулым һелтәп ҡуймайым,
Ҡулын һелтәп ҡуйыр ирҙе
Ишәктер, тип уйлайым.
Ай Уралым,Уралым-
Ил һаҡлаған ҡоралым!
Ятып ҡалған төнөң бар,
Балҡып янған көнөң бар,
Мең йыл йәйгән түлең бар,
Түл йәйҙергән телең бар,
Телде һаҡлар халҡың бар,
Илде туплар хаҡың бар!..
Рәми Ғарипов
t.me/shigridonja
Ярты төндә уянып,
Йоҡлай алмай уйланып,
Уйлап ятҡан уйҙарҙы-
Таралышҡан ҡуйҙарҙы-
Ҡалай итеп йыяйым,
Ҡалай итеп тыяйым?
Далалағы ҡамғаҡтай,
Әкиәттәге йомғаҡтай,
Тотоп тыйып булмаҫтай,
Ташлап ҡуйып булмаҫтай,
Ағым мәллә уйҙарым,
Һағым мәллә уйҙарым?
Заманаһы- заманға,
Яҡшылығы-яманға,
Дөрөҫлөгө- ялғанға-
Барыһы бергә ялғанған!..
Ҡалай итеп һүтәйем,
Был сыуалған йомғаҡты?
Ҡалай ҡыуып етәйем
Дауыл ҡыуған ҡамғаҡты?
Йөрәгемдең ҡағышы,
Йөрәгемдең һағышы-
Етмеш ете яу күргән,
Етмеш ете дау күргән
Халҡым ғына шул минең,
Ялҡын ғынам шул минең!
Бөгөнгөһөн уйлайым,
Иртәгеһен буйлайым,
Иртәгеһе- ишәккә, тип
Ҡулым һелтәп ҡуймайым,
Ҡулын һелтәп ҡуйыр ирҙе
Ишәктер, тип уйлайым.
Ай Уралым,Уралым-
Ил һаҡлаған ҡоралым!
Ятып ҡалған төнөң бар,
Балҡып янған көнөң бар,
Мең йыл йәйгән түлең бар,
Түл йәйҙергән телең бар,
Телде һаҡлар халҡың бар,
Илде туплар хаҡың бар!..
Рәми Ғарипов
t.me/shigridonja