Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.83K photos
1.53K videos
1 file
262 links
Download Telegram
📌Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме - кәләпүш. Мария Клавдиевна Тенишева коллекцияһынан. XIX быуат.

Кәләпүш киндер, ебәк, металл, көмөш, аҡыҡтарҙан (сердолик һәм агат), мәрүәт, мәрйендән тора.

Оҙонлоғо 97 см.

Тәңкәгә оҡшаған пластиналар тегелгән, уларҙың ауырлығы 482 грамм.

117 аҡыҡ муйынсаҡ, ситенән 3 рәт, ә түбәһе һәм осо 2 рәт мәрйен теҙмәһе менән биҙәлгән.

2 мәрүәт, 2 аҡыҡ, 1 агат тағылған. Уҡа һәм сәсәк тегелгән. Һарғылт аҡ төҫтәге ебәк аҫтарылы.

Сығанаҡтар: Ольга Картавенкова
Вадим Сергеев, «Денежный вопрос» в собрании княгини М.К. Тенишевой // Край Смоленский. 2023. №6.

📝Мәғлүмәт: Гөнара Вәхитова сәхифәһенән.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
4👍2
ДАУЫЛ

Дауылдарҙа минең байрамдарым,
Дауылдарға торам йән атып.
Йәшен күрһәм, күҙ йәштәрем йәшнәй,
Ҡанатымды осам ҡанатып.
Дауыл булһам икән,
Ер өҫтөнән
Иҫкергәнде ҡырып үтергә!
Таяуҙарға, аяуҙарға ышанып,
Ниңә ерҙә донъя көтөргә?
Дауыл булһам икән.
Һулышымдан
Ҡурҡаҡтарҙы - тере ҡурсаҡтарҙы
Ҡан ҡалтыратып,
Ҡарап торор инем;
Мещандарҙы
Ығы-зығы батҡағынан йолҡоп алып,
Ҡарундарҙы бәйләп аҡса һандығына,
Күтәргәндәй
Аждаһаның һаҙлығынан,
Күккә күтәрер ҙә
Быраҡтырыр инем.
Булһаң икән дауыл ҡанаты!
Осам, осам дауылдарға ҡаршы
Ҡанатымды ҡанатып.

Рауил БИКБАЕВ.
🕊32👍2
КЕМ БАРА? Лайыҡ ҡуябыҙ!

🎸Ойоштороусылар әҙерләнә, был турала фотоһүрәттәр һалғандар.

Бөгөн Өфөләге Көрәш һарайында күптән көтөлгән сара – “Дәрүиш рухы+” беренсе башҡорт рок-концерты була.

Унда “Дәрүишхан”, “Рух” рок-төркөмдәре, “Улытау” ҡаҙаҡ этно-рок-төркөмө, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Elvin Grey, “Ҡышҡы йәйғор”, “Ҡараташ”, “Проект 102”, “Бүреләр”, “Бишбармаҡ” рок-төркөмдәре һәм башҡа артистар сығыш яһаясаҡ.

Башлана: 18.00
Инеү бушлай.
5👍4
🐏🐑Берәүҙең ҡулы ауыр булһа, уға һатҡан мал мандымай.

🍀Мал ҡотон, киткәне менән ҡото ла китмәһен, ҡурала мал өҙөлмәһен, тип кенә алырға кәрәк.

🍀- Ҡотоңдо алам, - тип өс тапҡыр һырт буйынан, мөгөҙ төбөнән берәр семтем йөнөн йолҡоп алаһың да ҡура егенә ҡыҫтырып ҡуяһың.

🍀Кеше ҡулынан мал алғас, артҡа ҡарарға ярамай. Алған малың үрсемһеҙ, ҡотһоҙ була.

🍀Был борондан килгән ышаныу, хатта башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында ла әйтелә: Аҡбуҙат күлдән ел-дауыл ҡуптарып, артынан мал эйәртеп сыҡҡанда Һәүбән артына боролоп ҡарамаҫҡа тейеш була.

🌺Йорт-ҡурағыҙ ҡотло, мал-тыуарығыҙ ишле булһын!
5👍2🙏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яғымлы һүҙҙәрҙе саҡ ҡына онотоп киткәндә... 🤣

Видео: Ләйсән Йәнекәйева.
😁42👍2🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔥 «Дәрүиш рухы+» концертында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән Дим «Мәннән» Ҡолахмәтов («Дәрүишхан»), Ирек Атанов һәм Ғәзинур Биктимеровтарға («Рух») үлгәндән һуң Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде.

Наградалар уларҙың яҡын туғандарына тапшырылды. 🤘

🔥Шулай уҡ  “Дәрүишхан” башҡорт рок-төркөмөн ойоштороусы Ғәббәсов Альберт Марат улы ла БР-ҙың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ
булды.

🔥Ринат Зарипов - Башҡортостандың атҡаҙанған
артисы, ә «Рух» төркөмө етәксеһе Юлай Аскаров һәм Сергей Захаров Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тип танылды.

Был тарихи минуттарҙы видеояҙмала ҡарағыҙ😎
🔥11❤‍🔥5👏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
➡️28 ноябрҙә "Юлдаш-хит-2024" йыр фестиваленең беренсе көнө лә тоғро тамашасыларын йыйып, шаулап-гөрләп үтеп китте.

➡️Бик күп матур сығыштар, лайыҡлы бүләкләүҙәр, күтәренке күңел, моң бүләк итте юлдаштар.

Видеола Йылдың моңло ғаиләһе - Нәргизә менән Дамир Тайыповтар һәм уларҙың кескәйҙәре Сара менән Баязит.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍64🔥2
📌САЛАУАТ ҺӘЙКӘЛЕ ҠАҒЫҘ АҠСАЛА БУЛҺЫН, ТИҺӘҢ
тауыш бир!


📍Рәсәй Банкы сайтында яңы 1000 һумлыҡ банкноталарға төшөрөләсәк символдарға халыҡ онлайн тауыш бирә башланы.

Кисәге яңы ҡағыҙ аҡсаға төшөрөләсәк Волга буйының иҫтәлекле урындары исемлеге баҫылып сыҡҡайны. Был исемлектә беҙҙең Салауат Юлаев һәйкәле лә бар.

Ҡағыҙ аҡсаның уң яғындағы Түбәнге Новгород һүрәте үҙгәрмәйәсәк, тик һуң яғындағы һүрәт буйынса ғына халыҡтан тауыш йыялар.

📍Тауыш биреү Рәсәй Банкы сайтында бара.

Әйҙәгеҙ, әүҙем генә Салауат Юлаев һәйкәле өсөн тауыш биреп алайыҡ, дуҫтар!💚
👍96🔥3👎1
📌Башҡорт теленә арналған байрамға барығыҙ!

✴️14 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә “Мега” сауҙа һәм күңел асыу үҙәгендә (Өфө ҡалаһы, Рубеж урамы, 174) Башҡорт теле көнөнә арналған сара башлана.

✴️Уны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы үткәрә.

Бында төрлө оҫталыҡ дәрестәре, викториналар һәм башҡа төр әүҙемлектәр көтә.
Мәҫәлән, “Һомай” беренсе башҡорт аҡыллы колонкаһы, өҫтәл уйындары, бәләкәстәр өсөн башҡортса уйынсыҡтар һәм башҡалар менән танышып буласаҡ.
Бәләкәй йәштәге балалар өсөн "Мөхит" күсмә тирмәһе эшләйәсәк, ә өлкәнерәктәр “Әлләсе”, “Бесәй, сәй, айыу, бал, май”, “Игра в башкира” өҫтәл уйындарында ҡатнаша аласаҡ.

✴️Шулай уҡ башҡорт теленә арналған “Тел ағасы”, “Сәләм, дуҫ!” акцияларын үткәрергә уйлайҙар.

🔥Сара Baby Ti (Арыҫлан Тимеров), Тимур Ямалов, Зилиә Бәхтиева, Юнир Һағынбаев һәм башҡа йондоҙҙар ҡатнашлығындағы байрам концерты менән тамамланасаҡ.

🕛Ваҡыты: 14 декабрь, 12:00 сәғәттә
📍Урыны: “Мега” сауҙа һәм күңел асыу үҙәге, Өфө ҡалаһы
6🔥6👍2👏2
📌Өфөлә ҡуйыласаҡ боҙ ҡаласығы, Яңы йыл шыршылары адрестары билдәле булды.

Кәрәклеләрен һаҡлап ҡуйығыҙ!😉

🎄В. Ленин исемендәге майҙансыҡта;
🎄«Торатау» конгресс-холы алдындағы майҙансыҡта;
🎄«Дим» мәҙәниәт һәм ял итеү паркында (Островский урамы);
🎄«Моторҙар эшләүсе " мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙансыҡта (Машиналар эшләүселәр урамы, 10);
🎄«ОДК-УМПО» асыҡ акционерҙар йәмғиәте майҙансығында (Мушников урамы, 11);
🎄Князево ауылында (Советтар урамы, 19);
🎄Олимпия урамы, 1а;
🎄Мәләүез урамы, 31
🎄Базилевка ауылы (Беговая урамы);
🎄Юнармейцтар скверы (Мөбәрәков урамы, 12-20);
🎄Искин ауылы (Искин урамы, 59/2);
🎄Булат Имашев урамы (Кузнецов Затоны);
🎄«Тулҡын" паркы (Затон, Әхмәтов урамы);
🎄«Йәдкәр" мәҙәниәт һарайы (Нижегородка, Лесозаводская урамы, 1а);
🎄«Ҡашҡаҙан" мәҙәниәт һәм ял паркы (маршал Жуков урамы, 31);
🎄Спорт һарайы алдындағы майҙанда (Рихард Зорге урамы, 41);
🎄Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда;
🎄Өфө балалар филармонияһы алдындағы майҙанда (Октябрь проспекты, 33);
🎄«Орион» ижад йорто эргәһендәге скверҙа (Таллин урамы, 17);
🎄«Сағыу» биҫтәһендәге паркта.
4🔥3👍1
Бөгөн көҙҙөң һуңғы көнө.

Иртәгә аҡъюлайҙың 1-е менән Өфөлә лә ҡар яуырмы икән? Нисек уйлайһығыҙ?

Фото: Баймаҡ районындағы Сәйетбаттал (Ҡуяндар) ауылы эргәһендәге ҡарағайҙарҙы Фәрит Нәбиуллин төшөрөп алған.
🔥9👍43
📌Һөйөнсө, яңы китап!

3 декабрҙә Динис Бүләковтың хикәйәләренән торған яңы китаптың исем туйы була. Сара Өфөләге "Китап" магазинында иртәнге сәғәт 11-ҙә үтә.

Ғөмүмән, китап уҡыйһығыҙмы? Әллә гаджеттар арҡаһында быға ваҡытығыҙ ҡалмаймы?
🔥74👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🐻Тайыштабандан тыш тағы кем бал ярата, беләһегеҙме? 🍯🍯🍯

"Мега село" тапшырыуының алып барыусыһы Настя Белорет районында булып, түмәр умарталар һәм солоҡтар ҡуйған Азамат Заһитуллиндан белешкән.

Проект "Экспертно-диагностическая лаборатория" автономиялы коммерция булмаған ойошма тарафынан Башҡортостан Башлығы гранты һәм Башҡортостан Башлығы гранттар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
👍7😍6😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
ӨФӨ – ВАҠИҒАЛЫ ТУРИЗМ ҠАЛАҺЫ

📌Russian Event Awards – 2024 ваҡиғалы туризм өлкәһендә халыҡ-ара премия йомғаҡтары яһалған һәм Өфө бер нисә призға лайыҡ булған.

💯“100 меңдән күберәк кеше йәшәгән ҡалаларҙа мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә иң яҡшы туристик ваҡиға” номинацияһында махсус призға “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе өсөн бирелгән.

🥈 урын “Спорт өлкәһендә иң яҡшы туристик ваҡиға” номинацияһында – “1000 велосипедсы көнө”

🥈 урын “Иң яҡшы халыҡ-ара ваҡиға” номинацияһында – Халыҡ-ара бизнес аҙналығы

🥇 урын “Иң яҡшы йәштәр туристик ваҡиғаһы” номинацияһында – “Йәштәр көнө”

🥇 урын “Гибрид форматтағы иң яҡшы туристик ваҡиға” номинацияһында – “Алтын һыуһар” гүзәллек индустрияһындағы асыҡ конкурс менән бергә үткәрелгән “Өфөлә гүзәлле көндәре”

🥇 урын “Иң яҡшы MICE ваҡиға” номинацияһында – халыҡ-ара ҡатнашыусылар менән үткәрелгән IX Бөтә Рәсәй GMP конференция

🏆Гран-при “100 меңдән күберәк кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа гастрономия туризмы өлкәһендә иң яҡшы ваҡиға” номинацияһында – “Виноград” эногастрономия фестивале

🏆Гран-при “Милли туристик ваҡиға” номинацияһында – “Юбилейлы Өфө” фестивале менән “Евразия йөрәге” мәҙәниәт һәм сәнғәт фестивале

🏆Гран-при “Туризм өлкәһендә иң яҡшы MICE ваҡиға” – Этнотуризм буйынса форум

💥Премияның Попечителлек советының төп призы - “Ваҡиғалы туризм ҡалаһы” исеме лә Өфөбөҙгә бирелгән!
4🔥4👍1