Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.83K photos
1.53K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
ӨФӨ – ВАҠИҒАЛЫ ТУРИЗМ ҠАЛАҺЫ

📌Russian Event Awards – 2024 ваҡиғалы туризм өлкәһендә халыҡ-ара премия йомғаҡтары яһалған һәм Өфө бер нисә призға лайыҡ булған.

💯“100 меңдән күберәк кеше йәшәгән ҡалаларҙа мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә иң яҡшы туристик ваҡиға” номинацияһында махсус призға “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе өсөн бирелгән.

🥈 урын “Спорт өлкәһендә иң яҡшы туристик ваҡиға” номинацияһында – “1000 велосипедсы көнө”

🥈 урын “Иң яҡшы халыҡ-ара ваҡиға” номинацияһында – Халыҡ-ара бизнес аҙналығы

🥇 урын “Иң яҡшы йәштәр туристик ваҡиғаһы” номинацияһында – “Йәштәр көнө”

🥇 урын “Гибрид форматтағы иң яҡшы туристик ваҡиға” номинацияһында – “Алтын һыуһар” гүзәллек индустрияһындағы асыҡ конкурс менән бергә үткәрелгән “Өфөлә гүзәлле көндәре”

🥇 урын “Иң яҡшы MICE ваҡиға” номинацияһында – халыҡ-ара ҡатнашыусылар менән үткәрелгән IX Бөтә Рәсәй GMP конференция

🏆Гран-при “100 меңдән күберәк кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа гастрономия туризмы өлкәһендә иң яҡшы ваҡиға” номинацияһында – “Виноград” эногастрономия фестивале

🏆Гран-при “Милли туристик ваҡиға” номинацияһында – “Юбилейлы Өфө” фестивале менән “Евразия йөрәге” мәҙәниәт һәм сәнғәт фестивале

🏆Гран-при “Туризм өлкәһендә иң яҡшы MICE ваҡиға” – Этнотуризм буйынса форум

💥Премияның Попечителлек советының төп призы - “Ваҡиғалы туризм ҡалаһы” исеме лә Өфөбөҙгә бирелгән!
4🔥4👍1
📣 Башҡортостандың Йәштәр хөкүмәте – Рәсәйҙә иң яҡшыһы🔥

“Был буш һүҙҙәр түгел, ә илдең йәштәр хөкүмәттәренең федераль һөҙөмтәлелек рейтингы йомғаҡтары. Был турала бөгөн Красноярскиҙа үткән Рәсәйҙең Йәштәр хөкүмәттәре ассоциацияларының XVI Бөтә Рәсәй съезын ябыу тантанаһында иғлан ителде. Беҙҙең Йәштәр хөкүмәте “Илдең иң яҡшы йәштәр хөкүмәте” номинацияһында еңеүсе булды”, - тип хәбәр иткән сәхифәһендә БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров

Республиканың Йәштәр хөкүмәтенең рәйесе Вилдан Иҫәнгилдин әйтеүенсә, Красноярск ҡалаһындағы сарала Рәсәйҙең 47 төбәгенән 150-нән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Улар өсөн төрлө тренингтар, рәйестәр өсөн стратегик сессия, эксперттар менән проект консультациялары, РФ Йәштәр хөкүмәттәре ассоциацияһының координацион советын һайлау һ.б. файҙалы саралар ойошторолған.

Йәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ! 🌹🌹🌹
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
6👍4🔥2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🍓Көн болоҡһотоп торғанда йәмле йәйҙе иҫкә төшөрөп, хуш еҫле һәм телде йоторлоҡ еләк бәлеше бешереп ашап алығыҙ, дуҫтар!🍓

🍓Элек өләсәйҙәр йәйгеһен еләкте гәзит битенә һалып киптереп, аҙаҡ сепрәк тоҡсайға йыйып алып, соландағы берәй сөйгә элеп ҡуя торғайны. Хәҙер туңдырғысҡа һалып ҡалдырабыҙ ҙа ҡуябыҙ.

🍓Ә шул кипкән еләкте ебетер өсөн ҡойолған сиҡ ҡына һыуҙы һөҙөп эсергә бирә лә торғайнылар бит әле, тәмлелеге!

Әйткәндәй, һеҙгә төпрәһенән таҙартылған еләктән бешерелгән бәлештәр оҡшаймы, әллә таҙартылмағанданмы?

Миңә ҡалһа, таҙартылмағаны тәмлерәк😍
👍8🍓31
📚Башҡортостанда китапты күп уҡыйҙар!

📖Быны тулҡындарҙа сайҡалған бронза кәмә-китап - "Иң күп уҡыған төбәк" конкурсының төп призы һәм символы менән билдәләнеләр.

Хәҙер был статуэтка Башҡортостанда, уны республиканың мәҙәниәт министраы вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡоваға тапшырҙылар.

📖Республикабыҙ "Рәсәйҙең әҙәби флагманы" исеменә лайыҡ булды. Тимәк, киләһе йыл Башҡортостан ошо уҡ атамалы ҙур фестиваль-форумды үҙендә үткәрәсәк. Был сара 2025 йылда "Китап байрамы" йәрминкәһе сиктәрендә ойошторолор, тип көтөлә.
👍10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бесәйме/этме?🐈🐕

Кем ҡайһы хайуанды нығыраҡ ярата? 😍

🔥Әйҙәгеҙ, бөгөн Бөтә донъя йорт хайуандары көнө уңайынан яратҡан эт-бесәй, ҡош-ҡорт, малдарҙың ҡыҙыҡлы видео-фотолары менән бүлешеп алайыҡ әле!😍
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🥰4👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Индира һәм Рөстәм Нәбиевтар: "Беҙ башҡорт кейемендә, һеҙгә нисек?" - тип яҙғандар. Шәп бит? 😍
👍16🔥3👏32
Яңы миҙгелдең беренсе айы именлек, бәрәкәт, бәхет килтерһен!❤️
11👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт телен белеү кимәлен тикшереп ҡарау өсөн ҡыҙыҡлы ғына һорауҙарға башҡортса яуап биреп ҡарағыҙ әле😉
9💯5👍2
➡️Кисәге "Дәрүишхан" рок-төркөмөнөң фронтмены, йырҙар авторы Дим Мәннәндең (Ҡолахмәтов) ҡатыны Альбина Ҡолахмәтова Учалыға барып, ҡәйнәһенә награданы күрһәткән.

Дим Мәннәнгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән "Башҡортостандың халыҡ артисы" маҡтаулы исеме (үлгәндән һуң) бирелде.

Йырсының әсәһе Римма Насип ҡыҙы Ҡолахмәтоваға 86 йәш, ул:
"Дим улымды онотмағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә бөтәгеҙгә лә",

- ти.

📌Фотоларҙа: Дим Ҡолахмәтовтың ҡатыны Альбина, әсәһе һәм бер туған һеңлеһе балалары менән.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
17😇5🔥3👍1
📌Үткән "Дәрүиш рухы" фестивале тураһында "Рух" төркөмө етәксеһе Юлай Асҡаровтың фекере. Сәхифәһенән алынды.

"Рух" төркөмөнөң фестивалдә ҡатнашыуы - ул беҙҙең дөйөм эшебеҙҙең һөҙөмтәһе. Ә маҡсатына килгәндә - районыбыҙҙан сыҡҡан һәм республика кимәлендә билдәле булған шәхестәребеҙҙең танылыуы, уларҙы ҙурлауы, ғәҙелле оло исәмдәр менән билдәләнеүендә ҡатнашыу.

Дим Ҡолахмәтов, Ғәзизнур Биктимеров, Альберт Ғәббәсов һәм Ирек Атанов - районыбыҙҙа дүрт Башҡортостандың халыҡ артисы барлыҡҡа килде!

"Үлгәндәргә исем кәрәкмәй, тере сағында ҡәҙерләргә кәрәк" тигән фекерҙәр күренеп ҡала селтәрләрҙә. Әйе, уларға инде был исем кәрәкмәй. Туғандарына һәм яҡындарына кәрәк. Халыҡҡа кәрәк.

Ваҡыт барыһын да үҙ урынына ҡуя, ғәҙеллек тантана итәсәк.
Төркөмдөң йәш уйнаусылары Тимур Кульбаев менән Арсен Сәлиховҡа рәхмәтлемен, баянсыбыҙ Венер Салауатов менән төркөмдөң музыкаль етәксеһе Сергей (Сәйфетдин) Захаровҡа айырым рәхмәт!
Рухтың сығышын халыҡ ныҡ оҡшатты.

Тағы әйтеп үтәйем, Байрас Әминев ҡустымдың тәрбиәләгән "Бөркөттәр" балалар төркөмө бик матур сығыш яһанылар!

Был сараны ойоштороусыларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, беҙгә унда ҡатнашыуға ярҙам иткән: Шарипов Рөстәм Динислам улына, Тукаев Рәмил Марс улына, Мәмбәтова Лариса Рәшит ҡыҙына Рух төркөмө исеменән РӘХМӘТ! Артабан да, киләсәктә бергәләп эшләргә яҙһын.
Рух һүнмәһә - ил үлмәҫ!



"Дәрүиш рухы+" концертында булғандар был һүҙҙәр менән килешер, меңәрләгән төрлө быуын кешеһен йыйған майҙандың йөрәге бер булып типте шул минуттарҙа һәм күҙҙәргә йәштәр төйөлдө, күңелдәребеҙ менән был сараның, был награданың тәү сиратта тереләр өсөн кәрәк булыуын аңланыҡ!
💯11👍5🔥1
Хәйерле иртә, дуҫтар! Кәйефтәрегеҙ нисек?

Уңышлы эш аҙнаһы теләп, шөкөр итеп йәшәйек, тигән ябай ғына хәҡиҡәтте хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. 💟
11👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт теле көнөнә арналған шәп саранан ятып ҡалма!

Ҡасан: 14 декабрь
Ҡайҙа: "Мега" сауҙа үҙәге (Өфө ҡалаһы)
Нисәлә: сәғәт көндөҙгә 12-лә
Кемдәр: популяр башҡорт йырсыларын һәм күңелле йыр-моң, уйындарҙы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы туплай

🌸Байрам көнөн ғаилә менән күңелле итеп үткәрегеҙ!
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
11👍4
📌“Башҡорт аты” Халыҡ-ара фестивале ауыл туризмы өлкәһендә иң яҡшы туристик ваҡиға тип танылды.

💥Был турала күптән түгел Түбәнге Новгород ҡалаһында уҙғарылған XIII Russian Event Awards ваҡиғалы туризм өлкәһендәге халыҡ-ара премияның финалында иғлан ителде.

Ауыл туризмы өлкәһендә Рәсәйҙән һәм Беларусь Республикаһынан 50-нән ашыу вәкил иң яҡшылар рәтенә инеү өсөн үҙен күрһәткән, Башҡортостан проекты тураһында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Йәштәр йәмәғәт палатаһының аграр мәсьәләләр буйынса комиссияһы рәйесе, Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәге директоры Фәрүәз Рафиҡов һөйләгән.

“Беҙҙең ҡатнашлыҡ һәм Халыҡ-ара премияһы финалында еңеүебеҙ “Башҡорт аты” фестивален, башҡорт тоҡомло ат брендын популярлаштырырға ярҙамлашасаҡ һәм республикаға туристар иғтибарын йәлеп итәсәк”, - тип билдәләне Фәрүәз Фәрит улы.

“Башҡорт аты” башҡорт тоҡомло аттарҙың халыҡ-ара фестивале республика Башлығы Указына ярашлы быйыл 15-16 августа Баймаҡ районы Граф күле буйында үткәрелгәйне.

Әйткәндәй, XIII Russian Event Awards ваҡиғалы туризм өлкәһендәге халыҡ-ара премияның финалында Рәсәйҙең 56 төбәгенән 317 проект, Беларусь Республикаһынан 3 проект, Көньяҡ Осетиянан 1 проект ҡатнашты.

Сараны Түбәнге Новгород өлкәһенең Туризм һәм промыслылар министрлығы, Region PR йәмәғәт бәйләнештәрен үҫтереү фонды һәм «Консалтинг-Тур” ЯСЙ ойошторҙо.
10👍5😍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡурайҙа үҙаллы уйнарға өйрәнгән Екатеринбург кешеһе Башҡортостан Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры концертынан һуң үҙ оҫталығын күрһәткән.

“Беҙ хайран ҡалып тыңланыҡ, бер нисә кәңәш бирҙек, тик исемен һорарға онотҡанбыҙ”

,
- тип яҙған артистарыбыҙ.
14🔥8👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Венер Камалов һәм Шәһит Хамматов 🎶 🔊
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍137
ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ! Йән-тәнегеҙгә һаулыҡ, йортоғоҙға ҡот, ғүмерегеҙгә бәрәкәт теләйбеҙ!
15👏2
📌Салауат Юлаев һәйкәлен 1 мең һумлыҡ купюраға төшөрһөндәр өсөн тауыш бирергә кәрәк, тип яҙғайныҡ инде. Әле һәйкәлебеҙ 2-се урында бара - уның өсөн 39 142 кеше тауыш биргән.

1-се урында 50 250 тауыш менән "Метеор" тиҙйөрөшлө пассажирҙар теплоходы. 3-сө урында Һарытауҙағы Волга йылғаһы аша күпер, уны 17 378 кеше һайлаған.

Тауыш биреү 12 ДЕКАБРГӘ ТИКЛЕМ дауам итә. Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡ, таныш-белештәргә лә был хаҡта хәбәр итегеҙ.

Башҡортостандың төп символы, Рәсәйҙә һәм Европала иң бейек атлы һәйкәл, өс таяуҙа ғына торған 40 тонналыҡ үҙенсәлекле ҡомартҡы лайыҡлы был еңеүгә! 💚

📌Әйткәндәй, тауыш биреү өсөн теркәлеүҙе электрон почта аша үтеүе уңайлыраҡ һәм тиҙерәк.

https://cbr.ru/cash_circulation/simvoly-dlya-banknot/
👍113👏1