Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.83K photos
1.53K videos
1 file
262 links
Download Telegram
➡️Кисәге "Дәрүишхан" рок-төркөмөнөң фронтмены, йырҙар авторы Дим Мәннәндең (Ҡолахмәтов) ҡатыны Альбина Ҡолахмәтова Учалыға барып, ҡәйнәһенә награданы күрһәткән.

Дим Мәннәнгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән "Башҡортостандың халыҡ артисы" маҡтаулы исеме (үлгәндән һуң) бирелде.

Йырсының әсәһе Римма Насип ҡыҙы Ҡолахмәтоваға 86 йәш, ул:
"Дим улымды онотмағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә бөтәгеҙгә лә",

- ти.

📌Фотоларҙа: Дим Ҡолахмәтовтың ҡатыны Альбина, әсәһе һәм бер туған һеңлеһе балалары менән.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
17😇5🔥3👍1
📌Үткән "Дәрүиш рухы" фестивале тураһында "Рух" төркөмө етәксеһе Юлай Асҡаровтың фекере. Сәхифәһенән алынды.

"Рух" төркөмөнөң фестивалдә ҡатнашыуы - ул беҙҙең дөйөм эшебеҙҙең һөҙөмтәһе. Ә маҡсатына килгәндә - районыбыҙҙан сыҡҡан һәм республика кимәлендә билдәле булған шәхестәребеҙҙең танылыуы, уларҙы ҙурлауы, ғәҙелле оло исәмдәр менән билдәләнеүендә ҡатнашыу.

Дим Ҡолахмәтов, Ғәзизнур Биктимеров, Альберт Ғәббәсов һәм Ирек Атанов - районыбыҙҙа дүрт Башҡортостандың халыҡ артисы барлыҡҡа килде!

"Үлгәндәргә исем кәрәкмәй, тере сағында ҡәҙерләргә кәрәк" тигән фекерҙәр күренеп ҡала селтәрләрҙә. Әйе, уларға инде был исем кәрәкмәй. Туғандарына һәм яҡындарына кәрәк. Халыҡҡа кәрәк.

Ваҡыт барыһын да үҙ урынына ҡуя, ғәҙеллек тантана итәсәк.
Төркөмдөң йәш уйнаусылары Тимур Кульбаев менән Арсен Сәлиховҡа рәхмәтлемен, баянсыбыҙ Венер Салауатов менән төркөмдөң музыкаль етәксеһе Сергей (Сәйфетдин) Захаровҡа айырым рәхмәт!
Рухтың сығышын халыҡ ныҡ оҡшатты.

Тағы әйтеп үтәйем, Байрас Әминев ҡустымдың тәрбиәләгән "Бөркөттәр" балалар төркөмө бик матур сығыш яһанылар!

Был сараны ойоштороусыларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, беҙгә унда ҡатнашыуға ярҙам иткән: Шарипов Рөстәм Динислам улына, Тукаев Рәмил Марс улына, Мәмбәтова Лариса Рәшит ҡыҙына Рух төркөмө исеменән РӘХМӘТ! Артабан да, киләсәктә бергәләп эшләргә яҙһын.
Рух һүнмәһә - ил үлмәҫ!



"Дәрүиш рухы+" концертында булғандар был һүҙҙәр менән килешер, меңәрләгән төрлө быуын кешеһен йыйған майҙандың йөрәге бер булып типте шул минуттарҙа һәм күҙҙәргә йәштәр төйөлдө, күңелдәребеҙ менән был сараның, был награданың тәү сиратта тереләр өсөн кәрәк булыуын аңланыҡ!
💯11👍5🔥1
Хәйерле иртә, дуҫтар! Кәйефтәрегеҙ нисек?

Уңышлы эш аҙнаһы теләп, шөкөр итеп йәшәйек, тигән ябай ғына хәҡиҡәтте хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. 💟
11👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт теле көнөнә арналған шәп саранан ятып ҡалма!

Ҡасан: 14 декабрь
Ҡайҙа: "Мега" сауҙа үҙәге (Өфө ҡалаһы)
Нисәлә: сәғәт көндөҙгә 12-лә
Кемдәр: популяр башҡорт йырсыларын һәм күңелле йыр-моң, уйындарҙы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы туплай

🌸Байрам көнөн ғаилә менән күңелле итеп үткәрегеҙ!
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
11👍4
📌“Башҡорт аты” Халыҡ-ара фестивале ауыл туризмы өлкәһендә иң яҡшы туристик ваҡиға тип танылды.

💥Был турала күптән түгел Түбәнге Новгород ҡалаһында уҙғарылған XIII Russian Event Awards ваҡиғалы туризм өлкәһендәге халыҡ-ара премияның финалында иғлан ителде.

Ауыл туризмы өлкәһендә Рәсәйҙән һәм Беларусь Республикаһынан 50-нән ашыу вәкил иң яҡшылар рәтенә инеү өсөн үҙен күрһәткән, Башҡортостан проекты тураһында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Йәштәр йәмәғәт палатаһының аграр мәсьәләләр буйынса комиссияһы рәйесе, Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәге директоры Фәрүәз Рафиҡов һөйләгән.

“Беҙҙең ҡатнашлыҡ һәм Халыҡ-ара премияһы финалында еңеүебеҙ “Башҡорт аты” фестивален, башҡорт тоҡомло ат брендын популярлаштырырға ярҙамлашасаҡ һәм республикаға туристар иғтибарын йәлеп итәсәк”, - тип билдәләне Фәрүәз Фәрит улы.

“Башҡорт аты” башҡорт тоҡомло аттарҙың халыҡ-ара фестивале республика Башлығы Указына ярашлы быйыл 15-16 августа Баймаҡ районы Граф күле буйында үткәрелгәйне.

Әйткәндәй, XIII Russian Event Awards ваҡиғалы туризм өлкәһендәге халыҡ-ара премияның финалында Рәсәйҙең 56 төбәгенән 317 проект, Беларусь Республикаһынан 3 проект, Көньяҡ Осетиянан 1 проект ҡатнашты.

Сараны Түбәнге Новгород өлкәһенең Туризм һәм промыслылар министрлығы, Region PR йәмәғәт бәйләнештәрен үҫтереү фонды һәм «Консалтинг-Тур” ЯСЙ ойошторҙо.
10👍5😍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡурайҙа үҙаллы уйнарға өйрәнгән Екатеринбург кешеһе Башҡортостан Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры концертынан һуң үҙ оҫталығын күрһәткән.

“Беҙ хайран ҡалып тыңланыҡ, бер нисә кәңәш бирҙек, тик исемен һорарға онотҡанбыҙ”

,
- тип яҙған артистарыбыҙ.
14🔥8👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Венер Камалов һәм Шәһит Хамматов 🎶 🔊
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍137
ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ! Йән-тәнегеҙгә һаулыҡ, йортоғоҙға ҡот, ғүмерегеҙгә бәрәкәт теләйбеҙ!
15👏2
📌Салауат Юлаев һәйкәлен 1 мең һумлыҡ купюраға төшөрһөндәр өсөн тауыш бирергә кәрәк, тип яҙғайныҡ инде. Әле һәйкәлебеҙ 2-се урында бара - уның өсөн 39 142 кеше тауыш биргән.

1-се урында 50 250 тауыш менән "Метеор" тиҙйөрөшлө пассажирҙар теплоходы. 3-сө урында Һарытауҙағы Волга йылғаһы аша күпер, уны 17 378 кеше һайлаған.

Тауыш биреү 12 ДЕКАБРГӘ ТИКЛЕМ дауам итә. Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡ, таныш-белештәргә лә был хаҡта хәбәр итегеҙ.

Башҡортостандың төп символы, Рәсәйҙә һәм Европала иң бейек атлы һәйкәл, өс таяуҙа ғына торған 40 тонналыҡ үҙенсәлекле ҡомартҡы лайыҡлы был еңеүгә! 💚

📌Әйткәндәй, тауыш биреү өсөн теркәлеүҙе электрон почта аша үтеүе уңайлыраҡ һәм тиҙерәк.

https://cbr.ru/cash_circulation/simvoly-dlya-banknot/
👍113👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Мәскәүҙең “Алтын Ай” башҡорт бейеүҙәре ансамбле ҡыштың беренсе көнөндә илебеҙҙең баш ҡалаһында матур концерт ҡуйған.

🔘Коллектив репертуарынан күптән таныш “Гөлнәзирә”, “Азамат”, “Ҡара юрға” бейеүҙәрен дә, “Еҙ үксә”, “Шаян ҡыҙҙар” кеүек яңы өйрәнгәндәрен дә башҡарған.

🔘Шулай уҡ саҡырылған ҡунаҡтар - Арсен Кәримов, Хәйҙәр Хәмиҙуллин, Анастасия Бобович, Дарья Миронова сағыу сығыштары менән ҡыуандырған.

🔘Был сара “Мәскәүҙәге башҡорт йәштәр мәҙәни үҙәге” проекты сиктәрендә БР Башлығы грантына бойомға ашырылған.

Видео: Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥102
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күн кирәм һәм йүкә кирәм менән байҙар-ярлылар ҡулланғанмы, әллә бындай ике төрлө материалдан эшләнеүенең бер ғилләһе булғанмы?

Был турала Бөрйән районының ветстанцияһы эргәһендәге музей ҡомартҡылары миҫалында ауыл хужалығы фәндәре докторы Әғләм Яҡуп улы Шәрипов һөйләй.

🐝Солоҡсоноң эш ҡоралдарына арналған бик мауыҡтырғыс, мәғлүмәтле видеоны БСТ журналисы Гөлсимә Иштанова сәхифәһенән алдыҡ. Рәхмәт уға!
👍93🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Ашыҡ" уйынын нисек уйнарға?
"Бәхетнамә" төркөмө видеоһын ҡарағыҙ.
9🔥4
Радий Хәбиров машинаһында “Рух” төркөмө башҡарыуында “Өлгөрмәнем” йырын тыңлай.

“Бик яҡшы тарих булды был “Дәрүиш рухы+” концерты. Мин оло кинәнес кисерҙем. Әгәр ҙә аралашып торһағыҙ, рәхмәтемде еткерегеҙ. Мин был йырҙы белмәй инем, хәҙер машинала барғанда “Өлгөрмәнем” йырын ҡуйып тыңлайым. Уйландырған һәм сифатлы йыр, рәхмәтемде еткерегеҙ”,

- тине тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығы.
10🥰3👏1🤔1
Әбйәлилдән Айтуған Фәттәхов "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивален үткәреүҙе ойоштороу өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәтен белдерҙе һәм башҡорт тоҡомло аттарға арналған төрлө проекттар ойоштороуҙа ярҙам итеүен һораны.

"Башҡорт тоҡомло аттар тураһында нимә беләһең, тип һораһаң күп йәштәр яуап бирә алмай. Уларҙы ҡыҙыҡтырырлыҡ проекттар кәрәк, һеҙҙән ярҙам һорайбыҙ", - тине эшҡыуар.

"Беҙ "башҡорт аты" төшөнсәһен патентланыҡ, уны яҡланыҡ. Хәҙер теләһә ҡайҙа "башҡорт аты" тип әйтә алмаясаҡтар, хоҡуҡи яҡтан беҙ бының өсөн штраф һала алабыҙ. Был эштәрҙең башы ғына, тағы ла беҙҙең Шишмә районында Турахан кәшәнәһе эргәһендә Башҡорт аты үҙәге төҙөләсәк, шуға был мәсьәләлә кәңәшләшербеҙ, нисек эшләргә ҡарарбыҙ",
- тип яуап бирҙе республика етәксеһе.
🔥10🥰51
13 декабрҙә баш ҡалала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезы үткәрелә, ошоға бәйле республиканан ситтәге башҡорт телле мәктәптәргә ярҙам итеү мәсьәләһе күтәрелде.

“Башҡорт ҡоролтайын ысынлап та көтәбеҙ. Был бик мөһим сара буласаҡ, халыҡ өсөн дә, республика өсөн дә. Әле беҙ төшөнсәләр тураһында әүҙем уйланабыҙ, сөнки Ҡоролтай бик ябай булмаған осорҙа үткәрелә, Рәсәй Федерацияһынан ситтә йәшәгән башҡорттар өсөн дә бик ябай түгел, кемдәрелер килеп тә етә алмаясаҡтыр, бәлки. Ябай ваҡыт түгел, башҡорт халҡын тарҡатырға тырышалар, бик мәғәнәһеҙ рәүештә, сөнки уны тарҡатыу мөмкин түгел. Был ниндәйҙер һанаулы ғына кешеләр. Күпме башҡорттар рус һәм татар туғандары менән иңгә-иң терәшеп һуғыша...
Республиканан ситтәге башҡорт мәктәптәренә ярҙамға килгәндә, мин был эшемде “өслө”гә баһалайым. Был бик түбән баһа, әммә мин Башҡортостанға өҫтөнлөк бирәм, барлыҡ көстәремде бында түгәм. Ҡоролтайҙа был турала ла һөйләшербеҙ”,
- тине Радий Хәбиров.
👍13
📌Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештә төҙөлөш-төҙөкләндереү эштәренә ҡағылышлы бик күп мөһим һорауҙар бирелде.

1️⃣Главгосэкспертиза Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса ыңғай ҡарарға килгән.

“Проект бөгөн федераль экспертизаның ыңғай ҡарарын алды. Был эште башларға барлыҡ документтарыбыҙ бар”,

- тине Радий Хәбиров.

Киләһе йылда бюджет формалаштарыла башлаясаҡ, шунан һәйкәлде төҙөкләндереү эштәренә тотонасаҡтар. Быға йыл ярым ваҡыт талап ителеүе ихтимал.

2️⃣Әр-Рәхим мәсете 2028 йылда төҙөлөп бөтәсәк

“Ысынлап та, был ҡатмарлы мәсьәлә. Унда башҡараһы эштәр күп әле. Иң мөһиме – беҙ объектҡа анализ эшләттек, экспертиза һөҙөмтәләре декабрҙә әҙер буласаҡ. Нигеҙе һәм стеналар яҡшы торошта. Ҡыйығын алмаштырырға кәрәк. Быйыл манаралары буйынса эште тамамлаясаҡбыҙ. Хәҙер фасадын проектлауҙы башлайбыҙ. Киләһе йылда тышҡы эштәрҙе тамамлаясаҡбыҙ. Иң мөһиме – финанслау бар. Һүҙ бер нисә миллиард тураһында бара. Дөйөм сумма проектлау эштәренән һуң билдәле буласаҡ”,

тине Радий Хәбиров.

3️⃣“Республика Башкортостан” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Нәбиева “Өфө-II” ҡаласығы перспективалары тураһында ҡыҙыҡһынды.
Башҡортостан Башлығы урында табылған ҡомартҡыларҙы һаҡлау өсөн депозитарий проекты барлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Федераль программаға эләгергә теләгәндәр, әммә килеп сыҡмаған.

“Тәүҙә Евразия күсмә халыҡтары музейын төҙөп бөтөргә кәрәк, был 2027-2028 йылға тиклем дауам итергә мөмкин. Шуған “Өфө-II” ҡаласығы мәсьәләһенә әйләнеп ҡайтырбыҙ. Сөнки төҙөгәс, урынына еткереп эшләргә кәрәк”,
-тип яуап бирҙе республика етәксеһе.

📌Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнешкә бөтәһе 8714 һорау килгән, күбеһе 4 сәғәттән ашыу барған тура эфир мәлендә яңғыратылды, ҡалғандары ла иҫтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, тейешле ведомстволарға хәл итеү өсөн йүнәлтеләсәк.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍12🔥1
❤️
14👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌"Ҡорама - ул антидепрессант, антистресс", - ти Ҡаҙағстанда ҡорама әйберҙәрҙе заманға яраҡлашырған оҫта Ырза Турсынзада.

Ул "Тамға" ижади берекмәһе етәксеһе Зөлфиә Краснова менән ХХ Рәсәй һәм Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлеге төбәк-ара форумында һөйләшкән.

Ошо һөйләшеүҙән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
👍112