Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.83K photos
1.53K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌"Ҡорама - ул антидепрессант, антистресс", - ти Ҡаҙағстанда ҡорама әйберҙәрҙе заманға яраҡлашырған оҫта Ырза Турсынзада.

Ул "Тамға" ижади берекмәһе етәксеһе Зөлфиә Краснова менән ХХ Рәсәй һәм Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлеге төбәк-ара форумында һөйләшкән.

Ошо һөйләшеүҙән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
👍112
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортостан Башлығы менән тура эфирҙа Башҡортостанда сығарылған кейемгә үҙенең ыҡсым, матур, заманса логотибын уйлап табыу һәм эшләү мөмкинлеге тураһында һорау бирелде.
Был турала “Фабрика” универмагы проекты етәксеһе Анна Уварова мөрәжәғәт итте.


“Һис һүҙһеҙ, быға бәйле барыһына ла ярҙам итәм”,

- тип яуап бирҙе Радий Хәбиров. Тулыраҡ видеола.
🔥92
ДЕКАБРЬ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР

1 декабрь – әгәр ҡыштың беренсе көнөндә ҡара ҡарға күрһәгеҙ, ҡыш йылы булыр.
2 декабрь – аяҙ һауа ҡыштың һалҡын килеүе тураһында һөйләй. Әгәр был көндө ҡар төшһә, ғинуарға тиклем сатнама һыуыҡтар көтмәгеҙ.
3 декабрь көндө ҡар яуһа, 3 июндә көслө ямғыр яуа. Әгәр киреһенсә булһа, йәй иртә килер.
4 декабрь – күктә болоттар күп булһа, бер аҙҙан һыуытасаҡ. Буран йылы һәм ҡарһыҙ ҡыш башланыуы тураһында һөйләй.
5 декабрь көндө бик ныҡ һалҡын булһа, тимәк, оҙаҡламай бурандар башланыр.
6 декабрь көндө ҡар төшһә, һыуыҡтар булыр. Әгәр был көндө епшек икән, Яңы йылға тиклем ҡыш көтмәгеҙ
7 декабрь күктә йондоҙҙар балҡып торһа, һауа торошо кинәт үҙгәрер. Әгәр был көндө йондоҙҙар атылһа, ҡышын ҡар аҙ яуа, ә мартта көслө һыуыҡтар килер.
8 декабрь көндө мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә иғтибар итәләр. Әгәр ул өҫкә күтәрелһә, тиҙҙән ҡар яуыр. Таралып китһә, елле булыр.
9 декабрь – әгәр был көндө болоттар ергә һалынып торһа, бер аҙҙан һыуыҡтар етер.
10 декабрь көндө эт һәм бесәйҙәр үҙҙәрен ғәҙәттәгенән тынысыраҡ тотһа, ҡаты һыуыҡ һәм ыжғыр буран көтөгөҙ.
11 декабрь көндө бесәй тырнанһа, һыуыта. Эт өрөп, шыңшый икән, бик көслө һыуыҡтар киләсәк.
12 декабрь көндө әҙерәк болотлап торһа, һыуыта. Көн томанлы икән, тиҙҙән көслө ел һәм буран булыр.
13 декабрь көндө ҡар яуһа, ул ерҙә йөҙ көн ятыр.
14 декабрь – ҡаурый-ҡаурый ҡатламлы болоттар һыуыҡтар тураһында киҫәтә.
15 декабрь көндө ямғыр яуһа, ул 40 көн буйына дауам итә.
16 декабрь көндө балыҡсылар яҡшы табыш менән ҡайтһа, ҡыш йылы килер.
17 декабрь көндө ағас ботаҡтарында ҡар ята икән, ҡыш һалҡын килер.
18 декабргә тиклем бер тапҡыр ҙа һыуыҡтар булмаған икән, тимәк, тиҙ арала епшек ҡар бураны булыр.
19 декабрь – бесәйҙәр ауыҙ-моронон тәпәйе менән ҡаплап йоҡлаһа, тиҙ арала көслө һыуыҡтар килер.
20 декабрь – бесәйҙәр һыу эсһә, көслө яуым-төшөм булыр.
21 декабрь ҡояш ғәҙәттәгенән иртәрәк сыҡһа, ҡар яуа.
22 декабрҙә көн аяҙ булып, ҡар яуһа – йылы ҡышҡа ишара.
23 декабрҙәге буран – көслө һыуыҡтар билдәһе.
24 декабрь – ҡоштар түбән осһа, ел көсәйер. Көньяҡтан иҫкән ел көндөң йылыныуы тураһында һөйләй.
25 декабрь – киләһе йылдың уңышлы килеү-килмәүен белеү өсөн был көндө сейә ботағы киҫеп, уны ер һалынған сүлмәккә ултыртҡандар. Ул Раштыуаға япраҡ ярһа, йыл уңышлы килә тип һаналған.
26 декабрҙән башлап 12 көн һыуыҡ була икән, ҡыш сатнама һалҡын килер.
27 декабрь – төндә ағастарҙы бәҫ һарыһа, ҡыш һыуыҡ килә. Иртәнге сатнама һыуыҡ тиҙ арала көслө ел һәм ҡар бураны буласағын иҫкәртә.
28 декабрь көндө йылы була икән, тимәк, көслө һыуыҡтар ҡыш аҙағында ғына киләсәк.
29 декабрҙәге һалҡын әсе ел Раштыуа һалҡындарының дауамлы булыуы хаҡында иҫкәртә. Болотло, елле көн – кинәт йылытыуға.
30 декабрҙә ҡар яуһа, Яңы йыл төнө һалҡын булыр.
31 декабрь көндө иларға һәм күңелһеҙләнергә ярамай, юғиһә йыл буйы шундай кәйеф оҙата барасаҡ.

Ә һеҙ тағы ниндәй һынамыштар беләһегеҙ?

"Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы" төркөмөнән.
11🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бына ҡайҙа ул ҡолаҡ итен ашаусы😁
13😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яратҡан театрыбыҙҙың бөгөн тыуған көнө!❤️

Беренсе көндәрҙән үк башҡорт театр сәнғәтен үҫтереүгә ең һыҙғанып тотонған һәм бөгөн дә был эште оло яуаплылыҡ менән атҡарған коллективты ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Театр тамашасылары өсөн бына ошондай матур ғына "кино" төшөргән.

📌Әйҙәгеҙ әле, беҙ ҙә бер ҡыҙыҡлы "бүләк" эшләйек!

М. Ғафури исемендәге БАДТ менән беренсе тапҡыр нисә йәштә танышыуыбыҙ, 1-се ҡараған спектакль ниндәй булыуы тураһында хәтирәләр менән бүлешеп алайыҡ.

Яҙығыҙ! 😉
11👍5
📌Салауат Юлаев Ордены менән драма артисы ӘМИРОВ Алмас Хәҙис улы бүләкләнде.

📌“Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исем менән драма артисы ҠАҺАРМАНОВА Римма Рәсүл ҡыҙы бүләкләнде.

📌«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән драма артисы Хәйруллина Минзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы бүләкләнде.

Бөгөн М. Ғафури исемендәге Башкорт академия драма театрының күп кенә хеҙмәткәрҙәренә маҡтаулы исемдәр бирелде, Почет ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.

Ошо уңайҙан барлыҡ тамашасылар исеменән тәбрикләйбеҙ һәм яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!🌹🌹🌹
🥰12👍81
Хәйерле ҡышҡы иртә, дуҫтар! Ҡасан ап-аҡ ҡарҙар яуҙырып ысын ҡыш килеүен көткән арала матур шиғыр уҡып алайыҡ. Көндәрегеҙ уңышлы үтһен!

Әйткәндәй, был Наталия Протас төшөргән фотоһүрәттәрҙә республикабыҙҙың ҡайһы төбәге сағылыш тапҡан, йә, кем әйтер?

ҠЫШ

Ерҙең өҫтө ап-аҡ, ап-аҡ,
Эй, ҡар яуған да яуған.
Яландар, ҡырҙар, урмандар
Шул ҡар аҫтында ҡалған.
Эштән арып ятҡан кеүек,
Тынғандар инде ҡырҙар.
Мамыҡ юрғанға төрөнөп,
Хәл йыя төҫлө улар.
Ҡояш та ялда шикелле,
Йылытмай ерҙең өҫтөн.
Сығып ҡырҙарҙы ҡарай ҙа
Тиҙ генә ята төҫлө.
Ә елдәр йөрөй маһайып,
Ыжғыра ла һыҙғыра.
Ер өшөһөн тигән кеүек,
Ҡырҙарҙы пыр туҙҙыра.
Яланғас ҡала ер йөҙө,
Һалҡындан китә туңып.
Ә ҡояш хәлһеҙ шикелле,
Йылыта алмай уны...

Назар НӘЖМИ.
🥰7👍21
Ниһайәт, Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештә башҡорт алып барыусыһы ҡатнашты

Төбәк етәкселәре йыл һайын халыҡ менән тура бәйләнешкә сыға. Был проект Хәмитов осоронда барлыҡҡа килде. Рөстәм Зәки улы менән тура линияның алыштырғыһыҙ алып барыусылары башта Эльвира Айытҡолова менән Азамат Әлмөхәмәтов ине. Бер яҡтан ҡарағанда икеһе лә башҡорт милләте вәкилдәре. Әммә республика етәксеһе менән тура эфирҙа аралашыу барышында башҡортса телмәр "хәйерле кис" тип иҫәнләшеү кимәленән барыбер артманы.

Артабан был проект өсөн яуаплылыҡ республиканың төп телеканалы етәксеһе булараҡ Рөстәм Зарафутдинов ҡулына күсте. Эфир алып барыусылары уның вкусына ҡарап һайланды, күрәһең. Кемдәр икәне хәтерҙә ҡалмаған, һәр хәлдә араһында башҡорт теллеләр булманы, точно иҫләр инем.

Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Башлығы булып республикаға ҡайтҡандан алып та, тура бәйләнеш йыл һайын тиерлек үткәрелә. Һәм кисәге эфирға тиклем элекке тенденция дауам итте. Аңлатма тағы ла бар - был сәйәси проект өсөн үҙен алыштырғыһыҙ пиарщик, алып барыусы тип иҫәпләгән һәм башҡаларҙы ла шуға нисектер инандыра алған Е. Прочаковская яуап бирә башланы. Ә ярҙамсы ролендә әлеге лә баяғы Р. Зарафутдинов. Һөҙөмтәлә, башҡорт теле йәнә "һаумы-һау бул" кимәлендә генә яңғыраны (Радий Хәбировтың башҡорт телен һаҡлау, яҡлау, пропагандалауға мөнәсәбәте асыҡ билдәле булғас, ярай әле Зарафутдинов саф башҡортса иҫәнләшеүҙе өйрәнеп алды). Ысынында башҡорт теле, мәҙәниәте, бөгөнгөһө, тарихына, милли сәйәсәткә бәйле һорауҙар күтәрелһә лә, тап алып барыусыларҙың ҡарашы өҫтөн- мөҫтөн булды. Берәйһе башҡорт телендә һорау яңғыраттымы- еткән! Галочка өсөн булды бит. Улар хатта республика етәксеһенең милли, эске сәйәсәткә бәйле һорауҙарға ҡарата биргән төплө яуабын шунда уҡ кемдеңдер подъезында һүнгән лампочка, ҡала етәкселеге яуап тоторға тейешле көрәлмәгән ҡар хәстәренә күмеп просто юҡҡа сығара ала ине.

Радий Хәбиров менән быйылғы тура бәйләнеш нимәһе менән айырылды,  ыңғай үҙгәреш нимәлә тиһәгеҙ - төп яуап ошо булыр.

Икенсенән, алып барыусылар шул уҡ Прочаковская кеүек "күп белдек",  Зарафутдинов ише нарцисс булып ҡыланманы, эфирҙың төп хужаһына ярарға тырышып мәж килмәне - шуның менән Хәбировтың да, тамашасыларҙың да йәненә тейеп йөҙәтмәне.

Эфирҙың дөйөм эстәлегенә килгәндә,  Башлыҡтың  үҙен иркен тотоуы,  диалогҡа асыҡ булыуы ҙур ышаныс утты, яуаптары ла тәбиғи булды - аҡты - аҡ, ҡараны - ҡара тип атаны.

Тап тура эфир барышында ғына 4000-дән ашыу!!!! һорау ҡабул ителгән (эфирға тиклем аҙна - ун көн эсендә шулай уҡ 4000 һорау килде тинеләр). Бер һүҙ менән әйткәндә, тура бәйләнеш эфир оҙонлоғо буйынса ғына түгел, дүрт сәғәт эсендә ҡабул ителгән һорауҙар һаны буйынса ла рекорд ҡуйҙы. Сөнки Башлыҡ үҙе тура бәйләнеште өҫтән төшөрөлгән күрһәтмә тип исем өсөн ҡабул итмәй, студия, республика халҡы менән бер тулҡында - асыҡтан-асыҡ диалогта булды.

Халыҡ арбаһы каналынан.
11👍1
Өфө ҡалаһы, Ағиҙел яры, 1967 йыл.
Иванов Дмитрий Александрович архивынан алынған фотоларҙы "История Уфы и Башкортостана/Ваши фотографии" төркөмө урынлаштырған.
🔥93👍2
НИ ӨСӨН ТӨШКӨ АШ МӨҺИМ?

🍵Бөгөн төшкө аш ашауҙың мөһимлеге хаҡында бер-ике кәлимә яҙып, дөрөҫ туҡланыу буйынса белгестәр кәңәшен еткермәксе булдыҡ.

📌Төшкө аш беҙҙең организм өсөн бик кәрәкле: нәҡ сәғәт көндөҙгө 12-нән 3-кә тиклем ейгән ризығыбыҙ микроэлементтарға тарҡала һәм организмдың матдәләр алмашыныу процесы эшләп китә. Ошо ваҡытта һеҙ калорийҙарҙың тәүлек нормаһының яртыһынан күберәген ашарға тейешһегеҙ. Сөнки көн дауамында ул күп көс талап иткән эшмәкәрлеккә сарыф ителәсәк.

🚫Көндөҙ ашауҙан баш тартҡан осраҡта, организм май запастарын тупларға керешә. Көндөҙ етешле кимәлдә ашамаған кеше кискегә ныҡ асығыу тоя һәм был төнгөлөккә ҡарай күп итеп ашаныуға килтерә. Һөҙөмтәлә, тулы ашҡаҙан менән йоҡо ла насар була.
🚫Оҙаҡ ашамай йөрөү ҙә зыянлы – организм быны аслыҡ тип ҡабул итеп, йәнә май “йыя” башлауы ихтимал.

💚Көндөҙ ашауҙың файҙаһы:

Организм аҙыҡтан файҙалы матдәләр ала, эшкә һәләтлелек арта;
Киске ашта артыҡ ашамаясаҡһығыҙ;
Метаболизм яҡшыра;
Көс-ҡеүәт өҫтәлә;
Буй-һын зифалана.

🍎Дөрөҫ туҡланғанда төшкөгә нимә ашарға?
Һәр нәмәлә сама белеп, туҡланырға кәрәк.

🍏Углеводтар.
Төшкө ашта тиҡ ҡатмарлы углеводтар ғына ашау файҙалы, улар яҡшыраҡ үҙләштерелә һәм организмды оҙаҡҡа туҡландыра. Былар: ҡарабойҙай, дөгө, яҫы борсаҡ (чечевица), борай (полба), бойҙайҙың ҡаты сорттарынан макарондар һ.б. Уларҙағы күҙәнәклек эсәктәргә ыңғай тәьҫир итә һәм токсиндарҙы сығара.

🍏Аҡһымдар.
Төшкө ашҡа мотлаҡ аҡһым ашарға кәрәк. Ул һимеҙ булмаған ит, балыҡ, ҡош итендә күп була. Тауыҡ йәки күркә ите бик яҡшы. Ит ашамайһығыҙ икән, һөт аҙыҡтарына алмаштырырға була. Мәҫәлән, бешерелгән йомортҡаға эремсек һәм кипкән емеш-еләк, сәтләүектәр ҡушып ашарға була.
Төшкө аш мәлендә 150 грамм аҡһым ашау кәңәш ителә.

🍏Майҙар.
Файҙалы майҙар күләме көндәлек нормағыҙға тап килергә тейеш. Улар үҫемлек майҙарында, сәтләүектәрҙә, диңгеҙ балығында, йомартҡала була. Шулай уҡ авокадо үҫемлек майы сығанағы булып тора, уны төрлө ризыҡтарҙы әҙерләгәндә ҡушып ебәрергә мөмкин.

🍏Витаминдар:
Һаулыҡ өсөн витаминдар бик мөһим. Улар йәшелсә-емештә бик күп, шуға төшкө ашҡа салаттар әҙерләп ашау кәрәк, йәшелсәне быҡтырырға йәки һыуҙа бешерергә була. Ә емештәрҙе татлы-баллы тәмлекәстәр, кәнфит-печеньелар урынына ашағыҙ.

🍎Дөйөм кәңәштәр:

Төрлөләндереп туҡланыу өсөн алдан бер нисә төр меню төҙөп алығыҙ.
Ашарҙан ярты сәғәт алда мотлаҡ 1 стакан һыу эсегеҙ. Был аппетитты баҫа һәм организмдағы процестарҙы эшләтеп ебәрергә ярҙам итә.
Көн һайын бер үк ваҡытта ашарға тырышығыҙ.
Төшкө ашты көндөҙгө 3-4-кә тиклем ашарға кәрәк.
6🍓1
🔥КӨНЬЯҠ УРАЛ ҺУҠМАҒЫ КАЛЕНДАРЫ - 2025🔥

🏔Көньяҡ Урал һуҡмағының 2025 йылға календары эшләнгән, тип хәбәр иткәйнек инде. Бына шуның презентацияһы Өфөләге “Арт-Квадрат”та урынлашҡан “Фабрика” универмагында үткән.

🏔Календарҙа Көньяҡ Урал һуҡмағына нигеҙ һалыусы Рәис Ғәбитов, фотограф Айбулат Аҡбутин һәм ҺЫЛЫУҠАЙ-BASHBEAUTY студияһы башҡорт һылыуҙарының 3 йыллыҡ эш һөҙөмтәһе сағылған.

🏔Ҡыҙҙар Ирәмәл тауында, Ирәкташта, Яҡтыкүл курорты һәм күлендә, Шүлгәнташ мәмерйәһендә фотоға төшкән. Бының өсөн уларға милли кейемдәрҙә тауҙарға артылырға, шарлауыҡтарҙы үтергә, мәмерйә төпкөлдәренә инергә тура килгән һәм меңәрләгән фотолар араһынан ни бары 13-ө генә һайлап алынған.

📌Беләһегеҙме?

Көньяҡ Урал һуҡмағы – Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостандың таулы райондары буйлап үткән 700 километрлыҡ туристик маршрут.

Ул Яҡтыкүлдән башланып, Абҙаҡ курорты, Белорет һәм Златоуст ҡалалары, “Ирәмәл” тәбиғәт паркы, “Егәлге” һәм “Йөрәккүл” милли парктары аша үтеп, “Тағанай” милли паркына етә һәм Түргеяҡ күлендә тамамлана.

Был юлды 10 көн дә 6 сәғәт эсендә үтеп, рәсми рекорд ҡуйылған.

Фото һәм видео: "Көньяҡ Урал һуҡмағы" төркөмөнән.
👍9🔥2💯1