БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.38K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Радий Хәбиров: "Улар илдең геологик сәйәсәтен алып барасаҡ"

Республика Башлығы Радий Хәбиров "ГеоҺынау" чемпионатында ҡатнашыусылар тураһында шулай тип белдерҙе. - Башҡортостанда бындай белгестәр ике университетта һәм Октябрьский нефть колледжында әҙерләнә. Геология факультетын тамамлаған белгес эшһеҙ ҡалғаны юҡ. Әле ҙур геологик тикшеренеүҙәр алып барыла. Беҙҙә конкурс, ярыш үтә, үҙенә күрә геологик берләшмә туплана. Ошо егеттәр һәм ҡыҙҙар егерме йылдан илдең геологик сәйәсәтен билдәләй, - тине Радий Хәбиров. "ГеоҺынау" Башҡортостанда үтә, уның еңеүселәре бөгөн асыҡлана.
Контракт буйынса хеҙмәткә яҙылыу дауам итә

60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр Ҡораллы көстәр сафына баҫа ала. Бының өсөн урындағы хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә һәм медицина тикшереүе үтергә кәрәк. Килешеүгә ҡул ҡуйғандарға кредит каникулы бирелә. Уларҙың эш урыны һаҡлана. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә. Яугирҙәрҙең ғаиләләренә лә льготалар ҡаралған.
👎1
Республикала 23 сентябрҙә ағас ултыртыу буйынса берҙәм өмә үткәрелә

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында 36 тематик аллея булдырыла. 7 мең төп эре ағас һәм 47 мең үҫенте ултыртыу ҡарала. “Ағас ултыртыу – яҡшы йола. Йәш быуынға өлгө күрһәтеү мөһим”, - тигән фекерҙә Өфө лимонарийы етәксеһе, танылған селекционер Фәриҙә Садыҡова.
Башҡортостанда һыу ҡыуыу башнялары һәм һыу селтәрҙәре ремонтлана

Программа 2021 йылдан тормошҡа ашырыла. Уның барышында ауылдарҙа һыу үткәреү системаһы тәртипкә килтерелә. Быйыл 45 һыу ҡыуыу башняһы һәм 25 километрҙа торбалар алмаштырыла. Бының өсөн 100 миллион һум тотонола. Быға тиклем ике йылда 100 һыу башняһы һәм 100 километрҙа һыу селтәре ремонтланды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Геоһынау» Халыҡ-ара чемпионаты дауам итә

Рәсәй төбәктәренән, Ҡаҙағстан Республикаһынан килгән буласаҡ геологтар аҙна дауамында ярыштарҙа көс һынаша. Һәләтле йәштәр менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров осрашты. «Геоһынау» чемпионаты киләһе йыл да Башҡортостанда ойоштороласаҡ тип килешелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә сираттағы мобилизациаланыусылар төркөмө алға һыҙыҡҡа юлланды

Ике аҙна отпускынан һуң, махсус хәрби операция биләмәһенә. Өфөлә сираттағы мобилизациаланыусылар төркөмө алға һыҙыҡҡа юлланды. Алда уларҙы ике көнлөк юл көтә. Хәрбиҙәрҙе яу биләмәһенә тиклем алып барыу өсөн республика тарафынан транспорт бүленгән. Яугирҙарҙы «Өфө-арена» майҙанынан уларҙың яҡындары, дуҫтары оҙатты.
👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан «Әйҙә ҡушыл» Бөтә Рәсәй марафонында ҡатнаша

Елек мейеһе донорлығына арналған сара Улан-Удэ ҡалаһында башланып, Архангельскиҙа тамамланасаҡ. Марафонда Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин да ҡатнашты. Ведомство етәксеһе Республика ҡан тапшырыу станцияһында ҡан биреп, елек мейеһе донорҙары исемлеген тулыландырҙы. Әйткәндәй, Айрат Рәхмәтуллин Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрҙары араһында регистрға иң беренсе булып ингән. Үҙ миҫалында ул изге эшкә башҡаларҙы ла йәлеп итмәксе. Сөнки республикала һәм илдә елек мейеһе донорҙарына ихтыяж юғары.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы Ғафури районында

Гүзәл заттарҙың ҡоро был юлы Красноусол ауылындағы мәҙәниәт йортонда үтте. Сара төрлө быуын, милләт ҡатын-ҡыҙҙарын берләштерҙе.
Асыҡ академия фәһемле һәм мауыҡтырғыс майҙансыҡтарға бай булды. Гүзәл заттар матурлыҡ, зауыҡ серҙәре менән бүлеште, сәләмәтлеген тикшерҙе, үҙҙәрен борсоған һорауҙар буйынса белгестәр менән кәңәшләште. Биләмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса брифинг та ойошторолдо.
1
Башҡортостанда Дүртөйлө-Әшит юлы төҙөлөшө дауам итә

Ул М-12 федераль трассаһының бер өлөшө була. Уның аша Санкт-Петербургтан Владивостокка тиҙ йөрөшлө маршрут һуҙыла. Башҡортостан билмәһендә 56 күпер һәм юл айырсаһы төҙөлә. Әле 49 объектта эш бара, тип хәбәр итәләр Федераль юл агентлығынан. Магистралдең 140 километры Дүртөйлө, Борай, Тәтешле райондары аша үтә. Был - төҙөлөштөң беренсе этабы. Артабан, эштәр Пермь крайында һәм Свердловск өлкәһендә дауам итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар конвой оҙатылды

Төҙөлөш ҡоралдары, квадрокоптерҙар һәм дронға ҡаршы хәрби брипастар. Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар конвой оҙатылды. Ярҙам «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәренә тәғәйенләнгән. Составтағы 10 машинаға мейестәр, газ баллондары, тәгәрмәстәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тупланған. Бынан тыш, республика меценаттары Башҡортостан яугирҙарына мунса, утын, еңел машина һәм броня менән ҡапланған техника ла ебәргән. Водителдәр белдереүенсә, яугирҙар төбәк етәкселегенә һәм халыҡҡа рәхмәт еткерә.
👎1
Башҡортостан Башлығы республикала Йәшмә бүлмәһе булдырылыуы хаҡында белдерҙе

Ул был турала “ГеоҺынау” халыҡ-ара чемпионаты барышында һөйләне. “Башҡортостанға килгән туристар ҡыҙыҡлы геология объекттары менән дә танышырға теләй. Беҙ йәшмә бүлмәһе тигән проект башланыҡ. Республика йәшмә ятҡылыҡтарына бай, был таштан әйберҙәр яһала. Гәрәбә бүлмәһе бөтә донъяға танылған. Беҙ ҙә уға оҡшатырға теләйбеҙ. Проектты киләһе йылда башлайбыҙ. Бүләмәләге мозаика картиналары йәшмәнән була. Евразия күсмә цивилизациялар музейында ла йәшмә күргәҙмәһе ойоштороу ниәте бар”, тине Радий Хәбиров.
👍1
Өфөлә Черниковка биҫтәһендә машиналар йөрөшө сикләнә

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был "1 мең велосипедсы төнө" акцияһын менән бәйле. Бөгөн киске 9-ҙан бер тәүлеккә Машина төҙөүселәр майҙаны ябыла. Шулай уҡ иртәгә кисен велосипедсылар маршрутында хәрәкәт сикләнә. Машина төҙөүселәр, Ҡулса, Ульянов һәм Беренсе май урамдарының айырым өлөштәренән автомобилдә үтеп булмай. Шулай уҡ велосипедсылар акцияһы ваҡытында 4-се, 9-сы, 10-сы һәм 15-се трамвайҙар йөрөмәй.
Өфөлә юл йөрөү ҡиммәтерәккә төшә

18 октябрҙән ҡайһы бер маршруттарҙа хаҡ күтәрелә. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 218-се һәм 257-се К автобустарында 40 һум түләргә кәрәк була. Был маршруттар хужаһы билет ҡиммәтләнеүен, яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡ артыуы менән аңлата. Шулай уҡ тиҙҙән 207-се автобустарҙа юл өсөн түләүҙең 40 һумға тиклем күтәрелеүе тураһында хәбәр ителде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанға Төркиәнең Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Мехмет Самсар килде

Эш сәфәре сиктәрендә ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты.
Был Мехмет Сансарҙың һуңғы эш сәфәре, ул Рәсәйҙәге 5 йыллыҡ дипломатик миссияһын тамамлай. Илсе даими ярҙамы өсөн Республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. Минең тәүге командировкам да тап Өфөгә булғайны, һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек иттек. Радий Хәбировтың башланғысы менән Истамбулда Башҡортостан вәкиллеге асылды. Ә Өфөлә Төркиәнең Почетлы консулы эш башланы, тине Мехмет Сансар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районында йәшәүсе ғаилә бер йыл эсендә хәрбиҙәргә меңдән ашыу әйбер теккән

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙы хәстәрләп. Стәрлетамаҡ районы Загородный ҡасабаһынан Гөлнур менән Радик Мөстәҡимовтар бер йыл эсендә хәрбиҙәргә меңдән ашыу әйбер - маскировка халаттары, баш һәм өҫ кейемдәре, плащ-палаткалар теккән. Был эшкә ғаилә «Үҙебеҙҙекеләргә тегәбеҙ» ирекмән төркөмө эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң ҡушылған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан табиптары алғы һыҙыҡта яралы һалдаттарға махсус медицина ярҙамы күрһәтә

Башҡортостан медицина университеты кафедралары табиптары Пирогов исемендәге «Һәләкәт медицинаһы үҙәге» федераль бригадаһы составында һөнәри бурысын үтәй. Гиппократ антына тоғро һөнәр эйәләре Луганск халыҡ республикаһында алғы һыҙыҡта яралы һалдаттарға махсус медицина ярҙамы күрһәтә. Яҡташтарҙың яуаплы әмәлиәт барышында берҙәмлек һәм рух көсө хаҡында киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан тиҫтәләп белгес тактик уҡыуҙарҙа ҡатнашты

Бәхетһеҙ осраҡ сәбәптәрен асыҡлау өсөн Өфөлә фатир яндырылды. Республика район-ҡалаларынан Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан тиҫтәләп белгес тактик уҡыуҙарҙа ҡатнашты. Бөгөн улар күп ҡатлы йорттағы янғын сәбәптәрен асыҡлап, утты һүндерҙе.
👎1
Бөгөн Балаҡай районы үҙәгендә заманса китапхана асыла

Модель китапхана юғары тиҙлекле интернет, “Милли электрон китапхана”ға тоташыу нөктәһе менән йыһазландырыла, фәнни һәм художестволы йөкмәткеле заманса мәғлүмәт ресурстарынан файҙаланыу, һанлаштырылған ваҡытлы матбуғат менән танышыу мөмкинлеге була. Башҡортостанда “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, 15 яңы быуын китапханаһы эшләй.
Республикала ураҡ аҙағына яҡынлаша

Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, әле дөйөм майҙандарҙың 87 процентында эштәр теүәлләнгән, элеваторҙарға 2 миллион 800 мең тонна ашлыҡ оҙатылған. Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Дәүләкән һәм Мәләүез райондары 100 мең тоннанан ашыу уңыш йыйып алған.
Бөгөн Өфөлә “1000 велосипедсы төнө” уҙғарыла

Сараны үткәреүгә бәйле, Черниковка биҫтәһендә ҡайһы бер урамдарҙа хәрәкәт сикләнә, йәмәғәт транспорты маршруттарының схемаһы үҙгәрә. Киске сәғәт 8-ҙән унға тиклем Машина эшләүселәр, Ҡулса, Беренсе май урамдары өлөшләтә ябыла. Водителдәргә маршруттарын алдан билдәләргә кәңәш ителә, тип белдерәләр ҡала хакимиәтенән.
Өфө Бөтә Рәсәй энергетика форумын ҡабул итергә әҙерләнә

Быйыл сарала илдең 20 төбәгенән, Әрмәнстан, Беларусь, Ҡытай һәм Ҡырғыҙстандан йөҙҙән ашыу компания ҡатнашырға теләк белдергән. Пленар ултырыш “Рәсәйҙә энергетика тармағын үҫтереү” тигән исем аҫтында уҙа. Форум барышында “Урал энергетикаһы” исемле күргәҙмә ойошторола. Бөтә Рәсәй энергетика форумы Өфөнөң ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр залында 27 -29 сентябрҙә уҙа.