Рәсәй Банкының рәсми сайтында 1000 һумлыҡ ҡағыҙ аҡсаға төшөрөләсәк символды һайлау дауам итә.
Әлеге ваҡытта:
✅1 урында “Метеор” тиҙ йөрөшлө пассажирҙар теплоходы ( 108 299 тауыш)
✅2 урында Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле (88 719 тауыш)
✅3 урында Волга йылғаһы аша Һарытау күпере (31 172 тауыш)
Үҙегеҙ теләгән символ өсөн тауыш биреүҙең иң ҡулай ысулы – электрон почтаны файҙаланыу.
📌Тауыш биреү тамамланырға 2 көн генә бар, өлгөрөп ҡалығыҙ!

💯6❤3🔥3
"Урал гүзәле" гүзәллек һәм традициялар конкурсында ҡатнашыусы Силәбе өлкәһенән һылыуҡайҙарыбыҙ. ❤
Фото: Олеся Алексеева.
Фото: Олеся Алексеева.
❤10👍1
📌Иртәгә "Шаян-лига ижади кластеры" проекты сиктәрендә БР Башлығы гранты ярҙамында Нефтекама ҡалаһында Шаян-лиганың төньяҡ-көнбайыш фестивале үтәсәк.
✅Фестивалдә 7 команда сығыш яһаясаҡ: Нефтекаманан - 3, Тәтешле районынан - 2, Өфө һәм Ағиҙел ҡалаларынан 1-әр.
✅Быға тиклем Урал аръяғы, Коняк һәм Төньяҡ-көнсығыш лигалар уйындары үткәрелгәйне.
✅Фестивалдә республиканың төрлө район-ҡалаһы мәктәп һәм колледждарынан бөтәһе 30-ҙан ашыу команда ҡатнашты.
✅Сара Башҡорт теле көнөнә арнала.

🔥9👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кисәге «Башҡорт аты» китабының исем туйы үтте.
Сара Шишмә районындағы "Турахан" Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейы визит-үҙәгендә ойошторолдо.
Яңы китаптың авторы Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәүсе милләттәшебеҙ Мәхмүт Сәлимов.
Сарала шулай уҡ эштәре китапҡа ингән рәссамдарҙың ижади күргәҙмәһе лә ойошторолдо.
Тулыраҡ: БСТ каналының сюжетында.

❤8👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡоролтайға яугир мөрәжәғәте
Махсус хәрби операция яугиры, Салауат Юлаев ордены кавалеры Марат Зөлҡәрнәев VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уңайынан халҡыбыҙға мөрәжәғәт итеп, съездың һөҙөмтәле үтеүен теләне, МХО-ға ярҙам өсөн ватандаштарыбыҙға рәхмәт белдерҙе.

🔥5❤3👍1
📌"HAZINA" этно-проекты етәксеһе Земфира Рәшитова Башкортостан Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова менән һоҡланыуын белдергән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Каринэ Владимировна башҡорт халыҡ милли уйын ҡоралы ҡурайҙа уйнарға өйрәнеп, ғаилә байрамында көй башҡарғайны.
"Ғүмеремдә яратҡан эшем булыуы менән бәхетлемен. Милли уйын ҡоралы ҡурайҙа уйнау һәм уның сихри моңон донъяға ишеттереү. Беҙҙең башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм билдәлерәк итеү.- тип яҙған Земфира Рәшитова.
Миңә педагог булараҡ ышыныс белдереүе һәм ҡурайҙа, ошо ябай булмаған уйын ҡоралында уйнарға өйрәтеү мөмкинлеге биргәне өсөн Каринэ Владимировнаға рәхмәтемде белдерәм. Дәрестәр үткәргән саҡта мин үҙем дә күп нәмәгә өйрәндем һәм өйрәнәм - был тормош иптәшеңә тулыһынса ышаныу һәм күтәрмәләү. Бөтә кешеләргә лә яҡшылыҡ эшләү, күңел йылыһын өләшеү.
Беҙҙең мәҙәниәткә һәм башҡорт халҡының символы - ҡурайға ҡарата ихтирамығыҙ өсөн баш эйәм һәм сикһеҙ һоҡланыуымды белдерәм",
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Каринэ Владимировна башҡорт халыҡ милли уйын ҡоралы ҡурайҙа уйнарға өйрәнеп, ғаилә байрамында көй башҡарғайны.
👍4🔥4
📌📌📌Был аҙнаның ғына түгел, артта ҡалған һәм алдағы биш йыллыҡтың мөһим ваҡиғаһы 13 декабргә билдәләнгән. Башҡортостан, Өфө VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарын ҡаршы ала.
Үткәндәргә байҡау яһағанда, 2010 йылғы Ҡоролтай башҡорттар өсөн һынылыш осоро булып иҫтә ҡалды. Әйткәндәй, IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Азамат Ғалин әҙерлегендә үтте. Һөҙөмтәлә, ҙур ҡор тамамланыуға теүәл бер ай тигәндә республика етәксеһе алышынды. Йәнә бер-нисә айҙан башҡарма комитет ағзалары ышанысһыҙлыҡ белдереү сәбәпле Азамат Ғалин да был вазифанан китте. Унан һуң Башҡарма комитет рәйесе итеп һайланған Ильгиз Солтанморатов, Әмир Ишемғоловтың эшмәкәрлеге һүҙ һөйләүҙән артыҡ китмәне. Данир Ғәйнуллин үҙен идеологтан да бигерәк, хужасыл, тынғыһыҙ етәксе итеп күрһәтте. Яңғылышмаһаҡ, тап шул осорҙа Ҡоролтай йортло булып ҡалды.
Ә былай, Р. Хәмитов республика етәксеһе булараҡ, донъя буйлап сәселгән башҡорттарҙы ҡорға йыйыуҙы кәрәк тип тапманы ла шикелле тиһәк, һүҙебеҙ хаҡ булһын өсөн билдәләйек, 2015 тә ҡоролтай үткән икән. Уныһы иҫтә лә ҡалмаған. Ә бына республика етәксеһенең башҡорт йәмәғәтселегенә булған мөнәсәбәтенән бер нисә әйбер иҫтә ҡалған.
Республикабыҙҙа төп йәмәғәт ойошмаһының һуңғы осор тарихына һәм киләсәгенә ҡағылышлы "Халыҡ арбаһы" телеграм-каналы авторҙары фекерен АРТАБАН ҮТЕП УҠЫҒЫҘ.

Telegram
ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
Ат тартмаһа - арба бармай!
❤3👍2
ХАЛЫҠ-АРА ТАУҘАР КӨНӨ БӨГӨН
⛰️Башҡортостаныбыҙҙың һәр миҙгелдә лә хозур, мөһәбәт һәм йөрәккә шул тиклем дә яҡын тауҙарына фотоһүрәттәргә ҡарап тағы бер ҡат һоҡланығыҙ!
⛰️ Моғайын, һәр кемебеҙ күңелендә тауҙарға ҡарата һөйөү йөрөтәлер.
⛰️Тыуған төйәгебеҙҙәге берәй бәләкәй генә булһа ла түбәсек тә, күктәргә олғашҡаны ла берҙәй яҡын бит ул.
🏔️ Һеҙ артылған иң беренсе тау, йәки бала саҡта уйнап үҫкән тау, өлкәнәйгәс артылған һәм онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырғаны ниндәй?

👍8❤1