Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.84K photos
1.53K videos
1 file
263 links
Download Telegram
"Урал гүзәле" гүзәллек һәм традициялар конкурсында ҡатнашыусы Силәбе өлкәһенән һылыуҡайҙарыбыҙ.

Фото: Олеся Алексеева.
10👍1
📌Иртәгә "Шаян-лига ижади кластеры" проекты сиктәрендә БР Башлығы гранты ярҙамында Нефтекама ҡалаһында Шаян-лиганың төньяҡ-көнбайыш фестивале үтәсәк.

Фестивалдә 7 команда сығыш яһаясаҡ: Нефтекаманан - 3, Тәтешле районынан - 2, Өфө һәм Ағиҙел ҡалаларынан 1-әр.

Быға тиклем Урал аръяғы, Коняк һәм Төньяҡ-көнсығыш лигалар уйындары үткәрелгәйне.

Фестивалдә республиканың төрлө район-ҡалаһы мәктәп һәм колледждарынан бөтәһе 30-ҙан ашыу команда ҡатнашты.

Сара Башҡорт теле көнөнә арнала.
🔥9👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кисәге «Башҡорт аты» китабының исем туйы үтте.

Сара Шишмә районындағы "Турахан" Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейы визит-үҙәгендә ойошторолдо.

Яңы китаптың авторы Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәүсе милләттәшебеҙ Мәхмүт Сәлимов.

Сарала шулай уҡ эштәре китапҡа ингән рәссамдарҙың ижади күргәҙмәһе лә ойошторолдо.

Тулыраҡ: БСТ каналының сюжетында.
8👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡоролтайға яугир мөрәжәғәте

Махсус хәрби операция яугиры, Салауат Юлаев ордены кавалеры Марат Зөлҡәрнәев VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уңайынан халҡыбыҙға мөрәжәғәт итеп, съездың һөҙөмтәле үтеүен теләне, МХО-ға ярҙам өсөн ватандаштарыбыҙға рәхмәт белдерҙе.
🔥53👍1
📌"HAZINA" этно-проекты етәксеһе Земфира Рәшитова Башкортостан Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова менән һоҡланыуын белдергән.

"Ғүмеремдә яратҡан эшем булыуы менән бәхетлемен. Милли уйын ҡоралы ҡурайҙа уйнау һәм уның сихри моңон донъяға ишеттереү. Беҙҙең башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм билдәлерәк итеү.

Миңә педагог булараҡ ышыныс белдереүе һәм ҡурайҙа, ошо ябай булмаған уйын ҡоралында уйнарға өйрәтеү мөмкинлеге биргәне өсөн Каринэ Владимировнаға рәхмәтемде белдерәм. Дәрестәр үткәргән саҡта мин үҙем дә күп нәмәгә өйрәндем һәм өйрәнәм - был тормош иптәшеңә тулыһынса ышаныу һәм күтәрмәләү. Бөтә кешеләргә лә яҡшылыҡ эшләү, күңел йылыһын өләшеү.

Беҙҙең мәҙәниәткә һәм башҡорт халҡының символы - ҡурайға ҡарата ихтирамығыҙ өсөн баш эйәм һәм сикһеҙ һоҡланыуымды белдерәм",

- тип яҙған Земфира Рәшитова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Каринэ Владимировна башҡорт халыҡ милли уйын ҡоралы ҡурайҙа уйнарға өйрәнеп, ғаилә байрамында көй башҡарғайны.
👍4🔥4
📌📌📌Был аҙнаның ғына түгел, артта ҡалған һәм алдағы биш йыллыҡтың мөһим ваҡиғаһы 13 декабргә билдәләнгән. Башҡортостан, Өфө VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарын ҡаршы ала.

Үткәндәргә байҡау яһағанда, 2010 йылғы Ҡоролтай башҡорттар өсөн һынылыш осоро булып иҫтә ҡалды. Әйткәндәй, IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Азамат Ғалин әҙерлегендә үтте. Һөҙөмтәлә, ҙур ҡор тамамланыуға теүәл бер ай тигәндә республика етәксеһе алышынды. Йәнә бер-нисә айҙан башҡарма комитет ағзалары ышанысһыҙлыҡ белдереү сәбәпле Азамат Ғалин да был вазифанан китте. Унан һуң Башҡарма комитет рәйесе итеп һайланған Ильгиз Солтанморатов, Әмир Ишемғоловтың эшмәкәрлеге һүҙ һөйләүҙән артыҡ китмәне. Данир Ғәйнуллин үҙен идеологтан да бигерәк, хужасыл, тынғыһыҙ етәксе итеп күрһәтте. Яңғылышмаһаҡ, тап шул осорҙа Ҡоролтай йортло булып ҡалды.

Ә былай, Р. Хәмитов республика етәксеһе булараҡ, донъя буйлап сәселгән башҡорттарҙы ҡорға йыйыуҙы кәрәк тип тапманы ла шикелле тиһәк, һүҙебеҙ хаҡ булһын өсөн билдәләйек, 2015 тә ҡоролтай үткән икән. Уныһы иҫтә лә ҡалмаған. Ә бына республика етәксеһенең башҡорт йәмәғәтселегенә булған мөнәсәбәтенән бер нисә әйбер иҫтә ҡалған.

Республикабыҙҙа төп йәмәғәт ойошмаһының һуңғы осор тарихына һәм киләсәгенә ҡағылышлы "Халыҡ арбаһы" телеграм-каналы авторҙары фекерен АРТАБАН ҮТЕП УҠЫҒЫҘ.
3👍2
ХАЛЫҠ-АРА ТАУҘАР КӨНӨ БӨГӨН
⛰️Башҡортостаныбыҙҙың һәр миҙгелдә лә хозур, мөһәбәт һәм йөрәккә шул тиклем дә яҡын тауҙарына фотоһүрәттәргә ҡарап тағы бер ҡат һоҡланығыҙ!

⛰️ Моғайын, һәр кемебеҙ күңелендә тауҙарға ҡарата һөйөү йөрөтәлер.

⛰️Тыуған төйәгебеҙҙәге берәй бәләкәй генә булһа ла түбәсек тә, күктәргә олғашҡаны ла берҙәй яҡын бит ул.

🏔️ Һеҙ артылған иң беренсе тау, йәки бала саҡта уйнап үҫкән тау, өлкәнәйгәс артылған һәм онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырғаны ниндәй?
👍81
ХАТАЛАР ТУРАҺЫНДА ХӘБӘР ИТЕП БУЛА
📌Республика менән идара итеү үҙәге эшләгән чат-бот ярҙамында хәҙер алтаҡталағы хаталарҙы төҙәтеп була.

Бынан тыш, уның аша туҡталыштарҙа, реклама плакаттарында, юл билдәләрендә осраған хаталар тураһында ла хәбәр итергә мөмкин.

Бының өсөн аныҡ адресты күрһәтергә һәм фото беркетергә кәрәк.
Комментарийҙы «Инцидент менеджемент» мәғлүмәт системаһы автоматик рәүештә теркәп бара, белгестәр ялыуҙы теге йәки был структураға тапшыра.

«Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан» һанлы ярҙамсыһы @bashnamebot русса ла, башҡортса ла «аңлай». Ул Telegram мессенджерында эшләй.
👍2🔥2
Audio
"Яҡшы һүҙ" башҡорт халыҡ әкиәтен Милена Сираева уҡый.
🔥4👍2
❤️
8👍3🔥1