башҡорт теленең тамырҙары – Telegram
башҡорт теленең тамырҙары
241 subscribers
42 photos
3 videos
6 links
Download Telegram
❄️ ҡыш – зима
❄️ ҡышҡы тәбиғәт күренештәре – зимние явления природы
❄️ ҡар – снег
▫️өрпәк ҡар – пушистый снег
▫️ҡар күбәләктәре – снежные хлопья
▫️ябалаҡлы ҡар – снег хлопьями
▫️еүеш/епшек ҡар – мокрый снег
❄️ ҡар бөртөгө/күҙе – снежинка
❄️ көрт/ҡар өйөмө – сугроб
❄️ боҙ – лед
❄️ боҙбармаҡ/тамсы боҙо – сосулька
❄️ боҙлауыҡ – гололедица
❄️ һалҡын/һыуыҡ – холод, мороз
❄️ буран – метель
❄️ ҡар шекәрәһе/ҡаты ҡар – твёрдый наст снега
❄️ бәҫ – иней

#һүҙлек
👍6🎄6
Forwarded from Ҡанатлы 🕊️
Мой любимый фразеологизм😄

Планирую собрать большой сборник разных высказываний, пословиц, поговорок. Выше в постах я говорила, что башкирский язык поредел, много красивых высказываний забываются. Было бы неплохо вспомнить их и пустить обратно в оборот.

Что еще нарисовать? Накидайте, пожалуйста, еще примеры в комментарии.
❤‍🔥98👍4
Forwarded from Каракош🦅
Читаю я значить научную статью:

Исследователь отмечает, что тюрки и монголы братались путем обмена доспехами, одеждой, оружием, ловчими птицами, скакунами и т.д., а также посредством объятия с обнаженной грудью - «кушак таскан» или пожатия друг друга за большой палец - «бармак уз таскан» [10. С. 109]. У казахов побратимство называлось «тамыр».
❤‍🔥113
Термины 7 поколений у башкир

1 Бала — дитя, ребенок. Балам — (мое) дитя, (мой) ребенок
2 Ейән, ейәнсәр — внук, внучка
3 Бүлә, бүләсәр — правнук, правнучка
4 Тыуа, тыуасар — праправнук, праправнучка
5 Тыуаят — прапраправнук, прапраправнучка
6 Һаратан — прапрапраправнук, прапрапраправнучка
7 Етеят — прапрапрапраправнук, прапрапрапраправнучка
8 Туңаяҡ — прапрапрапрапраправнук, прапрапрапрапраправнучка
Дети у башкир
1 Бәпес, бәпәй — новорожденный ребенок, пока кормится грудью и не начнет ходить.
2 Сабый — малолетний ребенок.
3 Ҡыҙ — дочь. Ҡыҙым — (моя) дочь
4 Улы — сын. Улым — (мой) ребенок. Старинное название — уғыл, уғылым; улан, уланым.
16🥰2👍1
📜 Онотолоп барған, хәҙерге бала-саға ҡулланмаған олатай, өләсәйҙәрҙең һөйләш һүҙҙәре.

Диҡҡәт – (диҡҡәт ителмәй) иғтибар итмәү, иғтибар бирмәү
Әзмәүер – эре, өлкән, ҙур
Әмәл – (әмәл түгел, әмәлең юҡ – бараһың инде), һылтау түгел, ваҡытҡа ҡарамай
Мөгәзәй – магазин
Ситәүкә – бәләкәс кенә
Мөгәрәп – баҙ
Һарҡаш – ныҡышмал
Оңҡот – артыҡ сая, хәрәкәтсән, боҙоғораҡ
Озрандап (озрандап ҡына йөрөй бахыр) – ни эшләргә белмәй, туйыр-туймаҫ ҡына
Әсмуха – үлсәү берәмеге
Әжәл – үлем
Мәрйен – ваҡ муйынсаҡ, бисер
Ҡуштан – ыңғайыңа йөрөгән кеше
Мөстән – урын еренә еткереп, яйлап эшләгән кеше
Шөрҙөк – бысраҡ
Күмәртей – бөтәһе бергә
Кәр – (кәре киткән инде ҡарттың) – көсө , хәле бөткән
Ҡурмас – ҡыҙҙырылған бойҙай
Шапата – әрһеҙ
Һәүерек – йәшкә бәләкәй ат
Кәтмән – тәпке, (кәртүк алғанда, кәтмән бир, – ти торғайнылар, кәртүк бирәләр ине)
Ширҙек – урындыҡтың таҡталарын кейҙереп ҡуя торған ағасы
Ҡыутомшоҡ – яңғыҙ, бер нәмәһе лә булмаған, балаһыҙ
Килмешәк – ситтән килеп йәшәгән кеше
Күркәм – матур, сибәр
Һиҙәп – бәләкәс төймә
Ваз кисеү – өмөтһөҙлөккә бирелеү, ташлау
Һәүетемсә – яйлап, үҙ ыңғайына ғына
Бишмәт – еңһеҙ кейем
Биштәр – арҡаға аҫып йөрөй торған моҡсай
Күнәк – биҙрә
Бешәлкәһеҙ – ҡулынан килмәгән, эшкинмәгән

Һеҙ ниндәй һүҙҙәрҙе актив ҡулланаһығыҙ

(Тимерхан Миңлеғәлиев битләүенән)
8👍1
🧷 инеш һүҙҙәр/ вводные слова:

• ахыры (от ахыр - конец) – кажется, похоже, видимо
• әйтәгүр – короче говоря, в общем, словом
• әйткәндәй – к слову сказать, кстати
• әлбиттә – конечно, разумееися, естественно
• баҡтиһәң, баҡһаң – оказывается,
• бәлки – может быть, возможно, наверно
• беренсенән — во-первых; 
• билдәле булыуынса – как известно
• ғөмүмән – в общем, в целом, в основном, вообще
• ғәҙәттә — обычно; 
• киреһенсә — наоборот, напротив; 
• күрәһең — видимо, по-видимому, судя по всему, похоже; 
• ҡыҫҡаһы — словом, одним словом, короче, короче говоря; 
• мәҫәлән – например, как-то;
• минеңсә – по-моему;
• моғайын – наверное, наверно, по-видимому, очевидно;
• ниһәйәт – наконец, в конце концов;
• тәбиғи – естественно;
• тимәк – значит, следовательно, стало быть, получается, выходит;
• хәйер – впрочем, однако, тем не менее;
• шикелле, һымаҡ, кеүек (послелог) – как, вроде, подобно, будто, точно
• икенсенән — во-вторых; 
• ысынлап та — на самом деле, действительно; 
• шулай итеп — таким образом; 
• шулай булғас — раз так, тогда, в таком случае, так что, значит, следовательно; 
• ләкин, мәгәр, әммә — однако (в значении союзов но, да, зато); 
• һәм — и; 
• сөнки — потому что.

#һүҙлек
❤‍🔥237👍6🔥32
Һинең ҡалаңа көн дә поездар китә. Минең уларға ултырып елер көнөм тыумаған.

. – Айгөл Йәмилева

көнөм тыумаған – не наступил ещё такой день; букв. мой (именно этот) день ещё не родился

#һүҙлек #көнһүҙе
10💔5👍2
Бөгөн яҙҙың беренсе көнө!

☀️Март айына һынамыштар

🌿Мартта ҡояшлы һәм йылы булһа, яҙ шундай уҡ килер. Ҡар яуһа, икмәк уңыр. Йылы ел иҫһә – ямғырлы йәйгә. Ел төнъяҡтан иҫһә, йәй һалҡын килер.

🌿Март болоттар тиҙ йөҙһә, аҙна-ун көн матур, аяҙ һауа торошоы көтөгөҙ.

🌿Март – һоло турғайы килһә, тиҙҙән йылы, ҡоро, яҙғы көндәр етер.

🌿Мартта буран булып, көрттәр хасил булһа, йәшелсә уңыр.

🌿Мартта ҡарғалар оя-оя осоп, уҡ булып аҫҡа атылһалар – ҡар көтөгөҙ.

🌿Мартта ҡоро һауа – көндәр йылытыуға.

🌿Мартта күк йөҙө аяҙ булып та, ҡояш бик сығырға теләмәһә, һауа торошо боҙолор.

🌿Мартта ҡар төшһә, апрелдә һыуыҡ булыр.
Әгәр был көн ҡоро икән, апрелгә ямғыр көтөгөҙ.

🌿Мартта ҡар яуһа, апрель дә шундай уҡ булыр.

🌿10 мартта ала ҡарғалар тауышланһа, йәй ямғырлы килер. Әгәр ҡара ҡарғалар оя ҡорһа, тиҙҙән һауа торошо ултырыр.

🌿11 март көндө ел көньяҡтан йәки көньяҡ-көнбайыштан иҫһә – йылыта.

🌿12 мартта – йылы яҡтан иҫкән ел һәм тамсы тамыу – йылы йәйгә ишара.

🌿13 март көндө ямғыр яуһа, йәй еүеш килер. Түбәләрҙә ҡар ирей башлаһа, тиҙҙән буран булыр.

🌿14 март ниндәй – йәй шундай.

🌿15 март көндө буран йәки ел булһа, йәшел үләндәр баш төртөүен тиҙ генә көтмәгеҙ.

🌿16 март көндө турғайҙар түбә ҡалайҙарына ултырып, ҡанаттарын таҙартһа – йылы көндәр етә.

🌿17 март – ҡара ҡарғалар элекке ояларына килһә, яҙ иртә килер, һыуҙар тиҙ китеп бөтөр.

🌿18 мартта ала ҡарғалар төнъяҡҡа ҡарап оялаһа һәм ҡарҡылдашһа – көндәр һыуыта.

🌿19 мартта тумыртҡалар туҡылдаһа, һыуыҡтар оҙаҡ дауам итә.

🌿20 мартта ҡояш байығанда күк йөҙө ҡыҙғылт төҫкә керһә – ел көсәйә.

🌿21 март көндө турғайҙар килһә, яҙ килеп етте тигән һүҙ.

🌿22 март йылы булһа, 40 көн йылы торор, был көн һыуыҡ булһа, 40 көнгә һуҙылған һыуыҡтар көтөгөҙ.

🌿23 март көндө ала ҡарға томшоғон ҡанат аҫтына йәшерһә – һыуыта.

🌿24 март ала ҡарғалар тауышланып йөрөһә, һауа торошо боҙола.

🌿25 март көндө ямғыр яуһа, арыш уңа. Ала ҡарғалар ерҙән йәки ҡарҙан йөрөһә – көндәр йылыта.

🌿26 мартта ҡара ҡарғалар кисен йыйылышып, тауыш бирһә – алдағы аҙна йылы булыр.

🌿27 мартта ҡар ҡояш йылыһынан иреһә – уңышлы йыл булыр, ямғыр яуып иреһә – ҡоролоҡ.

🌿28 мартта аксарлаҡтар осоп килһә, апрель йәй кеүек булыр.

🌿29 март ниндәй – апрель шундай.

🌿30 мартта торналар килһә, кинәт йылыта. Гөрләүектәр аға башлаһа, йылғалар ташыу ҙа оҙаҡ көттөрмәҫ.

🌿31 март кисендә йондоҙҙар ғәҙәттәгенән вағыраҡ күренһә – ямғырға. Ҡоштар ояларын көньяҡҡа үрһә – йәй һалҡын килер.

"Илһамиәт" төркөмөнән.
👍97🤡1
📄 мәтен - текст

ә һеҙ белә инегеҙме?
#һүҙлек
12👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Заятүләк менән Һыуһылыу" башҡорт халыҡ эпосынан өҙөктө Мирас Үҙәнбаев башҡара.

🪸 Был эпоста Асылыкүл, Ҡандракүл һәм Балҡантау кеүек теүәл географик урындар телгә алына.

🪸Эпоста проза һәм шиғри форма аралашып килә. Шиғри урындарын думбыраға ҡушылып һамаҡлап һөйләр булғандар.

🪸Тәүге тапҡыр уны 1843 йылда Владимир Даль яҙып ала һәм рус телендә "Башкирская русалка" тип атап, журналда баҫтырып сығара.

🪸 1909 йылда Мәжит Ғафури "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосын яҙып алып, баҫтырып сығара. Тағы бер нисә варианты бар.
13
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
💥ШАРШАУ - ЙОРТ БИҘӘГЕ

💯Шаршау - башҡорт торлағында ирҙәр (ҡунаҡтар) һәм ҡатындар (аш-һыу) яғын бүлеп торған һуғылған туҡыма.

Шаршауҙы 40-50 сантиметр киңлектә итеп, ҡыҙыл төҫтәге ептән һуҡҡандар. Аҙаҡ был киҫәктәрҙәге биҙәктәрҙе тап килтереп, бергә ҡушып теккәндәр.

Шаршауҙың урта өлөшө тотош орнаменттан тора. Ә буй-буй һыҙатлы ҡаймаһын айырым һуғып, ҡушып теккәндәр.

Төп орнаменттар оялап йәки сәскә биҙәкләп - күпмөйөш һәм дүрткелдәрҙән торған биҙәктәр рәүешендә эшләнгән.

Ҡыя шаҡмаҡ рәүешендәге биҙәк йортҡа ҡот килтерә, насарлыҡтарҙан һаҡлай тип иҫәпләнә.

Шулай уҡ шаршауҙы сәскә-үҫемлек орнаменты менән дә биҙәгәндәр.

☀️Шаршау туҡығанда оҫтабикәләр ҡояш нурҙарына оҡшаш йылы төҫтәр ҡулланған.

🔴Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яратҡан төҫө - ҡыҙыл. Ул ут төҫө.

🟢Йәшел төҫ - йәшәү, тәбиғәттең уяныуын сағылдырған төҫ.

🟡Һары төҫ - йылылыҡ, ҡояш төҫө.

Шаршау кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙың бирнәһендә мотлаҡ булған.

Йәш кәләште оҙатҡанда йәки ҡаршы алғанда уның баш осонда шаршауҙы йәйеп тотҡандар. Шаршау уны яман күҙҙән һаҡлаған.

📍 Видеола: Башҡортостандың Тәтешле районында һаҡланған 19 быуатта һуғылған шаршау.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт алфавиты буйынса һөйләшеп ҡарағандар 😎

Видео: enze_kai һәм bainuris_nurzilya
👍11
Forwarded from Ҡанатлы 🕊️
Һомай🦢

В башкирской мифологии Птица счастья. Кому доведется увидеть ее, станет счастливым. В эпосах-кубаирах Хумай - дочь царя птиц Самрау и Солнца. Она изображается то в образе лебедя, то в образе женщины. В эпосе она бессмертное существо, способное жить и на небе, и на земле. Хумай - жена земного человека Урала, мать батыра Иделя. После смерти Урала-батыра она возвращается на его родину лебедем в сопровождении животных и птиц. Она поклялась до конца жизни остаться в теле лебедя.

Возвращается Хумай защитницей башкир. Она охраняет народ Урала-батыра от бед и несчастий, невзгод и страданий. С тех пор башкиры не трогают лебедей, не едят их мясо. Убийство лебедя навлекает горе и проклятье, поэтому это табу.

Есть версия, что этот персонаж взят с иранской мифологии, сторонники этой точки зрения указывают на ираноязычные корни некоторых башкирских племена. Другая версия гласит, что Хомай это древнее женское божество тюрков Умай.
20❤‍🔥9
Науруз – праздник весны и нового года у иранских и тюркских народов

Празднуют ли у вас?
24🔥3👏2👎1🤮1🤡1
"Борон ошо ағас һауыт/ ҡулайлама нисек ҡулланылған? Төбө юҡ). Таяҡ урынына тар ғына таҡта тығып ҡуйылыр булған. Балаҡатай музейынан",

- тип сәхифәһендә һорау биргән билдәле яҙыусы, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова.

🛑Яуабы ла табылған: баҡтиһәң, бәләкәй баланы ошо төпһөҙ һауыт эсенә төшөрөп ҡуйғандар икән. Арып китһә, аҫтан арҡыры ҡуйылған таҡтаһына ултырып торған.

🛑"Баланы ҡамауға ҡуйыу" тип аталған был ысул.

🛑Әсәһе эш менән булғанда ошо ҡулайлама эсендә ултырып торған.

Хәҙерге теге уйынсыҡлы кәрзиндәрҙең башы бына ҡайҙа ул 😉

Бындай ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткергән Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙына рәхмәт! 🌹
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍9
Forwarded from Ҡанатлы 🕊️
Башҡорттарым уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
32