башҡорт теленең тамырҙары – Telegram
башҡорт теленең тамырҙары
241 subscribers
42 photos
3 videos
6 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Заятүләк менән Һыуһылыу" башҡорт халыҡ эпосынан өҙөктө Мирас Үҙәнбаев башҡара.

🪸 Был эпоста Асылыкүл, Ҡандракүл һәм Балҡантау кеүек теүәл географик урындар телгә алына.

🪸Эпоста проза һәм шиғри форма аралашып килә. Шиғри урындарын думбыраға ҡушылып һамаҡлап һөйләр булғандар.

🪸Тәүге тапҡыр уны 1843 йылда Владимир Даль яҙып ала һәм рус телендә "Башкирская русалка" тип атап, журналда баҫтырып сығара.

🪸 1909 йылда Мәжит Ғафури "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосын яҙып алып, баҫтырып сығара. Тағы бер нисә варианты бар.
13
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
💥ШАРШАУ - ЙОРТ БИҘӘГЕ

💯Шаршау - башҡорт торлағында ирҙәр (ҡунаҡтар) һәм ҡатындар (аш-һыу) яғын бүлеп торған һуғылған туҡыма.

Шаршауҙы 40-50 сантиметр киңлектә итеп, ҡыҙыл төҫтәге ептән һуҡҡандар. Аҙаҡ был киҫәктәрҙәге биҙәктәрҙе тап килтереп, бергә ҡушып теккәндәр.

Шаршауҙың урта өлөшө тотош орнаменттан тора. Ә буй-буй һыҙатлы ҡаймаһын айырым һуғып, ҡушып теккәндәр.

Төп орнаменттар оялап йәки сәскә биҙәкләп - күпмөйөш һәм дүрткелдәрҙән торған биҙәктәр рәүешендә эшләнгән.

Ҡыя шаҡмаҡ рәүешендәге биҙәк йортҡа ҡот килтерә, насарлыҡтарҙан һаҡлай тип иҫәпләнә.

Шулай уҡ шаршауҙы сәскә-үҫемлек орнаменты менән дә биҙәгәндәр.

☀️Шаршау туҡығанда оҫтабикәләр ҡояш нурҙарына оҡшаш йылы төҫтәр ҡулланған.

🔴Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яратҡан төҫө - ҡыҙыл. Ул ут төҫө.

🟢Йәшел төҫ - йәшәү, тәбиғәттең уяныуын сағылдырған төҫ.

🟡Һары төҫ - йылылыҡ, ҡояш төҫө.

Шаршау кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙың бирнәһендә мотлаҡ булған.

Йәш кәләште оҙатҡанда йәки ҡаршы алғанда уның баш осонда шаршауҙы йәйеп тотҡандар. Шаршау уны яман күҙҙән һаҡлаған.

📍 Видеола: Башҡортостандың Тәтешле районында һаҡланған 19 быуатта һуғылған шаршау.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт алфавиты буйынса һөйләшеп ҡарағандар 😎

Видео: enze_kai һәм bainuris_nurzilya
👍11
Forwarded from Ҡанатлы 🕊️
Һомай🦢

В башкирской мифологии Птица счастья. Кому доведется увидеть ее, станет счастливым. В эпосах-кубаирах Хумай - дочь царя птиц Самрау и Солнца. Она изображается то в образе лебедя, то в образе женщины. В эпосе она бессмертное существо, способное жить и на небе, и на земле. Хумай - жена земного человека Урала, мать батыра Иделя. После смерти Урала-батыра она возвращается на его родину лебедем в сопровождении животных и птиц. Она поклялась до конца жизни остаться в теле лебедя.

Возвращается Хумай защитницей башкир. Она охраняет народ Урала-батыра от бед и несчастий, невзгод и страданий. С тех пор башкиры не трогают лебедей, не едят их мясо. Убийство лебедя навлекает горе и проклятье, поэтому это табу.

Есть версия, что этот персонаж взят с иранской мифологии, сторонники этой точки зрения указывают на ираноязычные корни некоторых башкирских племена. Другая версия гласит, что Хомай это древнее женское божество тюрков Умай.
20❤‍🔥9
Науруз – праздник весны и нового года у иранских и тюркских народов

Празднуют ли у вас?
24🔥3👏2👎1🤮1🤡1
"Борон ошо ағас һауыт/ ҡулайлама нисек ҡулланылған? Төбө юҡ). Таяҡ урынына тар ғына таҡта тығып ҡуйылыр булған. Балаҡатай музейынан",

- тип сәхифәһендә һорау биргән билдәле яҙыусы, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова.

🛑Яуабы ла табылған: баҡтиһәң, бәләкәй баланы ошо төпһөҙ һауыт эсенә төшөрөп ҡуйғандар икән. Арып китһә, аҫтан арҡыры ҡуйылған таҡтаһына ултырып торған.

🛑"Баланы ҡамауға ҡуйыу" тип аталған был ысул.

🛑Әсәһе эш менән булғанда ошо ҡулайлама эсендә ултырып торған.

Хәҙерге теге уйынсыҡлы кәрзиндәрҙең башы бына ҡайҙа ул 😉

Бындай ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткергән Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙына рәхмәт! 🌹
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍9
Forwarded from Ҡанатлы 🕊️
Башҡорттарым уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
32
Интересные факты об эпосе Урал батыр – древнейшем эпическом произведении башкирского фольклора, памятнике башкирской словесности.
21👍5🕊1🏆1